6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хөкөм

Наркотик һатыусы бер тиҫтә кешегә - 99 йыл
11.02.08


       Башҡортостандың Юғары судында шау-шыулы процесс тамамланды. Ике йыл буйына героин таратҡан енәйәтселәр төркөмөндә ҡатнашыусылар хөкөм ителде. Был эш башлыса банданың составы арҡаһында киң фашланды. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, унда ҡатнашыусы ун кеше иҫәбендә - ике хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре, балалар тренеры һәм наркотиктарға ҡаршы хәйриә фондын ойоштороусы.
       Хәбәр итеүебеҙсә, был наркоберләшмәгә 2004 йылда Салауат ҡалаһында йәшәүсе, 1973 йылғы ир нигеҙ һалған, ул рәсми рәүештә ҡала предприятиеларының береһендә водитель булып эшләгән. Криминаль бизнесҡа ул үҙ туғандарын һәм таныштарын йәлеп иткән. "Персонал" туплауҙан тыш, башлыҡ героин һатып алыу, уны бүлеп төрөү һәм һаҡлау өсөн яуаплы булған.
       Наркотиктарҙы бандиттар республиканан ситтә һатып алған, башлыса, Салауатта һәм Өфөлә таратҡан. Банда ағзаларының һәр береһе үҙенә бүленгән ролде башҡарған. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы буйынса наркоконтроль бүлегенең айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән уполномоченныйы, оператив хәлгә хәбәрҙар булып, иптәштәрен үткәреләсәк оператив саралар тураһында иҫкәртеп торған. Бер мәл шулай уҡ наркополицияла эшләп алған, Салауат ҡалаһының 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһы отряды начальнигы наркотик таратыусыларҙы эҙләп тапҡан, туранан-тура героин ташыу һәм һатыу менән шөғөлләнгән. Наркотиктарға ҡаршы хәйриә фондын ойоштороусыларҙың береһе, үҙе наркотик ҡулланыусы булараҡ, героин ташығанда аралашсы булған. Каратэ буйынса балалар тренеры үҙенең эш кабинетында уҡ порошоктарҙы төргәктәргә бүлгән. Наркотиктарҙы Өфөгә ташыу өсөн 2005 йылда төркөм составына бер ир һәм ҡатын йәлеп ителә. Һуңғыһы, үҙ сиратында, күршеһен килтергән, ә тегеһе - туғанын.
       - Енәйәтсе ойошмала ҡатнашыусылар конспирация ысулдарын ҡулланған: һатып алынған наркотиктарҙы махсус йыһазландырылған йәшерен урындарҙа һаҡлағандар, телефон аша һөйләшкәндә наркотиктарҙың исемен һәм уның күләмен әйтмәгәндәр, һәр береһенең бер нисә кеҫә телефоны булған, сим-карталарҙы йыш алмаштырғандар һәм икенсе кешеләр исеменә теркәгәндәр, - тип һөйләнеләр Башҡортостан Прокуратураһында.
       Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә төркөм эшмәкәрлегенең эҙенә төшөү, наркотиктарҙы һатыуҙың бөтә сылбырын асыҡлау һәм банда ағзаларын тотоу өсөн бер йылға яҡын ваҡыт талап ителә. Һуңғыһы 2006 йылда тотола.
       - Был енәйәт эше буйынса бөтәһе 6,5 килограмм наркотик тартып алынды, башлыса - героин, - тине Башҡортостан наркоконтроль матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов. - Наркотиктарҙың күбеһе Салауат лесничествоһы территорияһында махсус эшләнгән йәшерен урындарҙа һаҡланған.
       74 томдан торған был үтә яңғырашлы эште тикшереү менән Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнде. Күптән түгел суд үтте, һәм ул енәйәттә ҡатнашыусыларҙы оҙайлы ваҡытҡа иркенән мәхрүм итте.
       Төркөм етәксеһе 15 йылға иркенән мәхрүм ителде. Тағы өс ҡатнашыусыға, шул иҫәптән колонияның элекке хеҙмәткәренә - 13-әр йыл, берәүһенә - 12, өсәүһенә - 9-ар, ҡалған икәүһенә 3-әр йыл бирелде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал