6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Рәссам-реалист ижады
08.02.08


       "Мейес", "Ауылда аш бүлмәһендә", рус ҡыҙҙары "Оля" һәм "Катя", йәки бына "Киске сәй" - былар барыһы ла ысынбарлыҡты сағылдырыу темалары һәм ысулдары. Һис шикһеҙ, алдыбыҙҙа боронғо оҫта эштәре. Картиналар аҫтында яҙылған датаға күҙ һалғанға тиклем шулай тип уйлайһың. 1999, 2001, 2007 йылдар! Бәй, боронғо түгел, ә хәҙерге осор сюжеттары икән дәбаһа... Быға инанырға теләһәгеҙ, Өфө художество галереяһына инеп сығығыҙ. Бында ошо көндәрҙә башҡорт рәссам-реалисы Рәшит Хәбировтың күргәҙмәһе асылды.
       Уны ойоштороусылар экспозицияны түбәндәгесә ҡорған: тәүҙә тамашасылар юғары сәнғәт донъяһы тураһындағы сюжетлы картиналар менән таныша. Бына рәссамдың башҡорт балетына арналған картиналары рәте. "Иртәнге класс", "Гөлсинә", "Балерина", "Пуанттар һәм ынйы", "Ҡыҙыл пуанттар"... Залдағы тамашасы еңел, нәфис, тәьҫирләндергес бейеү күрһен өсөн, балет артисына репетиция залында күпме көс һәм хис һалырға кәрәклеген белеп тә, Рәшит Хәбиров сәнғәттең был төрөнөң һәм уға ҡағылышлы кешеләрҙең гүзәллегенә, аһәңлегенә баҫым яһай.
       Хәбировтың ижадының тағы бер төп темаһы - йорт. Етмәһә, был төҙөлгән ҡоролма һәм йәшәү урыны булараҡ ҡына түгел. Йорт - һәр кешегә кәрәк булған бөтә иң яҡшы, яҡты, мөһим нәмәләрҙе үҙ эсенә алған концепт ул. Был мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу, ҡот, бәрәкәт, шатлыҡ, күңел тыныслығы. Рәссам быларҙың барыһын да үҙенең бәләкәй ағас йортонда таба. Тәпәш карауат, стенала - төрлө ҡораманан яһалған келәм, ҙур ағас шкаф тора, шунда уҡ ағас көйәнтәләр, туҙ тырыздар. Боронғо әйберҙәргә оҫта хөрмәт менән ҡарай. Ҙур ауыл ғаиләһен йылытҡан да, ашатҡан да мейескә ул почетлы урын бүлә. Уға рәссам үҙенең бер нисә эшен арнай. Ап-аҡ итеп ағартылған, матур пәрҙә ҡоролған мейестә ут яна, унда бер нисә минуттан көршәк ултыртыласаҡ, йә булмаһа икмәк бешереләсәк. Ә мейес менән йәнәштәге ҡаҙауҙа оҙон тотҡалы баҡыр тас элеүле тора. Кинофильмдарҙа элек бындай һауытта ҡайнатма әҙерләгәндәрен күргәнем бар. Өйҙә түгел, ә баҡсала, алма һәм сейә ағастары араһында ҡайнаталар. Еләкте йыйып, йыуып, шунда уҡ таста ҡайнап ултырған шәкәр сиробына төшөрәләр. Бындай ҡайнатманың тәме лә, хуш еҫе лә иҫ киткес булғандыр инде. Был тәм-том менән бөтә ғаилә кисен сәй эскән. Һәм был тарих Хәбировтың икенсе картинаһында - "Киске сәй".
       Рәссам үҙенең эштәрендә йорттоң һәр мөйөшөн биргән. Алғы бүлмә, эске бүлмәләр, аш бүлмәһе, веранда. Ҡәҙимге әйберҙәр Хәбировҡа ижад өсөн илһам бирә. Һәм бының менән ул мәңгелек хәҡиҡәтте иҫбатлай - нимә ябай, шул гениаль. Әммә рәссамды интерьер ғына ҡыҙыҡһындырмай. Уның эштәре - тәбиғәт донъяһына асыҡ тәҙрә. Рәссамдың полотноларында һынландырылған ябай матурлыҡ күңелгә илаһи бер тыныслыҡ бирә.
       Оҫта был күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр үҙ һүрәттәрен һәм акварелдәрен дә ҡуйған. Был жанрҙа башҡарылған эштәре - башлыса, портреттар. "Римма", "Гүзәл", "Пионерка" - тәғәйен, таныш кешеләргә арналған.
       - Һирәк күргәҙмәлә яҡшы академик һүрәт һәм иң яҡшы классик мәктәп традицияларында яҙылған картиналар күрерһең, - ти сәнғәт белгесе Ирина Оськина. - Рәшит Хәбиров - был йүнәлештә эшләгән һирәк рәссамдарҙың береһе. Ул картиналарының сифаты менән генә түгел, иҫәбе менән дә хайран ҡалдыра. Был күргәҙмәлә музей һаҡлағысынан һәм шәхси коллекцияларҙан бер полотно ла юҡ. Бөтә эштәр ҙә бында рәссамдың оҫтаханаһынан килтерелгән. Был Рәшиттең сикһеҙ эш һөйөүсәнлеге һәм сағыу таланты тураһында һөйләй. Етмәһә, ул бер нисә тапҡыр Францияның иң абруйлы художество күргәҙмәләренең береһе - "Париж салоны"нда ла ҡатнашты. Бына быйыл да Рәшит Хәбировтың бер нисә эше март айында Парижда ЮНЕСКО штаб-фатирында үтәсәк "Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл" халыҡ-ара презентацияһы сиктәрендә республикабыҙҙы кәүҙәләндерәсәк.
       Күптәр, рәссамдың картиналарынан ғәжәйеп нур бөркөлә, тип билдәләне. Уның картиналарын ҡараған һәр кемдең күңеленә йылылыҡ тула.
       Күп һөйләмәҫ оҫта Рәшит Хәбиров үҙ күргәҙмәһенә шундай аңлатма бирҙе:
       - Мин бик ныҡ тулҡынландым, сөнки ошо көндәрҙә генә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында танылған башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың юбилей күргәҙмәһе асылғайны. Ә ул иҫ киткес талантлы, бөйөк рәссам ине бит! Күргәҙмәмә килеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Әгәр кемгәлер нимәлер оҡшаған икән, тимәк, минең эшем бушҡа булмаған.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал