6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнмәһәк, тиҙҙән урманһыҙ ҡаласаҡбыҙ
08.02.08


       Тәбиғәттә ял итеү тураһында һүҙ сыҡһа, иң элек, унда усаҡ яғыу иҫкә төшә. Йылға ярында йәки урман уртаһындағы аҡланда, ут күңелебеҙҙә ышаныс һәм тыныслыҡ уята, аҙыҡ әҙерләү мөмкинлеге бирә һәм, ахыр килеп, ул беҙҙе йылыта. Беҙҙе урман уратып алған саҡта, үҙебеҙ ултырған ботаҡты үҙебеҙ ҡырҡыуҙан туҡтаһаҡ, мәңге шулай буласаҡ.
       Урман... Был тәбиғи, яңырып торған байлыҡ республикабыҙҙа һәр ваҡыт күп булды. Икһеҙ-сикһеҙ ағас запасына эйә булып, беҙ "бөтә ер шарында алда барырға", ә инде күрше Силәбе, Ҡурған, Свердловск өлкәләрен уҙып китергә тейеш инек кеүек. Бынан тыш, урман байлыҡтарыбыҙҙан мөмкин тиклем ҙурыраҡ килем алып, шул уҡ ваҡытта уларҙы аяҡҡа баҫтырыу тураһында хәстәрлек күреп, беҙ уны "тәрбиәләп кенә" торорға тейеш инек.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн хәл бөтөнләй ҡапма-ҡаршы. БР Хөкүмәте ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов һөйләүенсә, күрше төбәктәрҙә ағас аҙыраҡ үҫеүгә ҡарамаҫтан, урман сәнәғәте комплексы үҫеше буйынса беҙ күршеләребеҙҙән алда барыу ғына түгел, уларҙан күпкә ҡалышабыҙ. Эшмәкәрлектең "ағас эшкәртеү һәм ағастан изделиелар етештереү" төрө буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2006 йылда 97,3 процент, 2007 йылда 95 процент тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн күрше төбәктәрҙә был һан уртаса 120-130 процентҡа етә, ә Силәбе өлкәһендә хатта 145 процент.
       Хәйер, беҙҙең урман комплексыбыҙ тәрән кризис кисереүен аңлау өсөн Башҡортостанды башҡа төбәктәр менән сағыштырыу мотлаҡ түгел. Урман комплексының 2003-2007 йылдарҙа БР иҡтисадына индергән дөйөм өлөшө 2,1 проценттан 1,3 процентҡа тиклем, йәғни ике тапҡырға кәмеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ағас материалдар, фанера, ДВП, мебель, ағас йорттар һәм буралар етештереү, шулай уҡ ағас әҙерләү (айырыуса япраҡлы тоҡомдар буйынса) күләмдәре кәмене.
       Бынан тыш, урман комплексында эшләүселәр һаны ла кәмене - 2000 йылда 11,8 мең кешенән 2007 йылда 7,5 меңгә тиклем. Был тармаҡта эш хаҡы ла бик түбән, ҡайһы бер райондарҙа 3100-3200 һум ғына тәшкил итә. Әлегә тиклем беҙҙә эшкәртелмәгән ағас сығарыу кимәле юғары булып ҡала.
       Ҡыҫҡаһы, урман комплексындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ә бәлки, беҙҙең өсөн был урман ресурстары бик мөһим дә түгелдер? Башҡортостанда, әйтәйек, нефть табыу һәм нефть эшкәртеү кеүек уңышлы эшләүсе тармаҡтар ҙа күп бит. Хәл шул тиклем үк етди микән ни? Бик етди, ти БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров.
       - Бөгөн БР иҡтисады үҫеш мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланды, тиергә мөмкин. Запастары көндән-көн кәмей барған нефть табыу өсөн беҙгә ҙур финанс һалыуҙар кәрәк. Уларҙы ҡайҙан алырға? Был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булып урман комплексын үҫтереү ҙә тороуы мөмкин. Беренсенән, урман - тергеҙергә мөмкин булған ресурс, уға хаҡтар үҫә барасаҡ. Икенсенән, был тармаҡты үҫтереү тулайым милли продукттың үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ. Өсөнсөнән, республиканың урманлы райондарында өҫтәмә эш урындары булдырыу һәм тормош кимәлен яҡшыртыу кеүек социаль өҫтөнлөктәр тураһында ла оноторға ярамай.
       2003 йылда "Башлеспром" Холдинг компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сиктәрендә БР урман тармағы менән идара итеү системаһы бөтөрөлдө. Уның производство активтары "Нарат-К" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырылды. Яңы ойошторолған йәмғиәт мөмкин булған бөтә дәүләт ярҙамы механизмдары, шулай уҡ льготалар һәм өҫтөнлөктәр менән тәьмин ителде.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөт аҡланманы. Был турала үрҙә телгә алынған һандар иҫбатлай. Инвестициялар, ағас сығарыу күләмдәре кәмене...
       Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, "Башлеспром"дың хәҙерге етәкселеге фекеренсә, предприятие ҡәнәғәтләнерлек эшләй, һәм хәлде артабан яҡшыртыу өсөн ваҡыт ҡына кәрәк. Мәҫәлән, эшселәрҙең эш хаҡы, бюджетҡа һалым килеме артты, ҡайһы бер производство күрһәткестәре яҡшырҙы, даими заманса ҡорамалдар һатып алына. Предприятиеның оҙайлы ваҡытҡа - 7-8 йылға - урман тармағына инвестициялар планы бар.
       Әммә "Башлеспром" етәкселегенең был вәғәҙәләре бик ышандырырлыҡ түгел. Мәҫәлән, уртаса эш хаҡы кимәленең үҫеше, башлыса, Өфө фанера комбинаты хеҙмәткәрҙәренең юғары эш хаҡы (10-20 мең һум) иҫәбенә килеп сыҡты. Республика райондарындағы урман производстволарында иһә эш хаҡы түбән булып ҡалыуын дауам итә.
       Байдәүләтов белдереүенсә, тәҡдим ителгән инвестиция программаһы срогы - 7-8 йыл - ярашлы түгел. "Әгәр беҙ бындай темптар менән барһаҡ, - тине Рафаэль Байдәүләтов, - тиҙҙән беҙҙең урманыбыҙ ҙа, бындай тармағыбыҙ ҙа булмаясаҡ".
       Уның һүҙҙәрен Шамил Вахитов та раҫланы, 2007 йылда республикала бер гектар ҙа урман массивы аяҡҡа баҫтырылманы, тип белдерҙе ул йыйылыусыларға.
       - Беренсенән, был беҙҙең Урман кодексына ҡаршы килә, - тине ул. - Ә икенсенән, тергеҙеү һәм тупраҡты әҙерләү менән шөғөлләнмәһәк, 2050 йылға республиканың хатта иң урманлы райондарында ла ағас дефицитҡа әйләнәсәк!
       - "Башлеспром"да төшөм йыл һайын индерелгән инвестициялар күләменән ике тапҡырға кәмерәк! - тип билдәләне Рафаэль Байдәүләтов.
       Хөкүмәтебеҙ фекеренсә, был хәлдән сығыу юлы ниндәй һуң? Премьер-министр билдәләүенсә, берҙән-бер юл - тармаҡты үҫтереүҙең реаль, йоғонтоло, республика мәнфәғәттәренә яуап биргән комплекслы Программаһын булдырыу. Был Программала положениеларҙы тормошҡа ашырыу сроктары, һәр йыл һайын тәғәйен инвестициялар күләме һәм башҡарыусылар билдәләнәсәк. Дөйөм, комплекслы үҫеш планынан тыш, район программалары ла кәрәк буласаҡ, уларҙы үтәү өсөн яуаплылыҡ хакимиәт башлыҡтарына йөкмәтеләсәк. Туранан-тура был программаларҙы эшкәртеүгә килгәндә, уның менән БР министрлыҡтары вәкилдәренән торған махсус төҙөлгән хөкүмәт комиссияһы шөғөлләнәсәк. Программа, Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, бер ай эсендә төҙөлөргә тейеш.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал