6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Путин исемендәге йондоҙҙар матчы
07.02.08


       Мәскәүҙең өс мең ярым тирәһе тамашасыға иҫәпләнгән, ҙур булмаған "Дружба" универсаль спорт залында Рәсәйҙә волейболдың 85 йыллығына, шулай уҡ Халыҡ-ара волейбол федерацияһының 60 йыллығына арналған "Рәсәй суперлигаһы йондоҙҙары матчы" үтте. Рәсәйҙең берҙәм уйнаусы милли йыйылма командаһы легионерҙар командаһын еңел генә еңде, иҫәп 3:0 (25:17, 25:19, 25:23).
       Белгестәрҙең күбеһе, рәсәйҙәрҙең төрлө сит илдәр компанияһы менән осрашыуҙа проблемаһы булмаясаҡ, тип күҙалланы. Волейболда ойошҡанлыҡ ҙур әһәмиәткә эйә - был сифат сборҙарҙа бик күп ваҡыттарын бергә үткәргән ватандаштарыбыҙға ғына хас булды.
       Сит илдекеләр был составта тәүге тапҡыр йыйылды. Улар ни бары бер генә көн күнекмә яһаны. Тигеҙ көрәш тураһында хыялланырға ғына ҡалды.
       Әлбиттә, әгәр Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары һөҙөмтәнән бигерәк, шоуға эшләһә, сит илдекеләрҙең еңеү ихтималлығы булыр ине. Ләкин уйынсыларыбыҙ бөтә тырышлыҡтарын һалып көрәште һәм, легионерҙарҙың ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, еңеүгә өлгәште.
       Рәсәйҙең йыйылма командаһы тренеры Владимир Алекно матчты һуҙа ла ала ине, әммә ул кемгә ныҡ ышана, шуларға ғына уйнарға бирҙе. Бәлки, уға шоуҙы ҡарарға килгән юғары шәхестәр тәьҫир иткәндер. Эйе, Рәсәй ярыштарында һирәк осратырға мөмкин булған билдәле кешеләр бик күп булды. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ - тамашасылар араһында трибуналарҙа Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры Сергей Иванов, Федераль именлек хеҙмәте директоры, Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенты Николай Патрушев, Сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров, Рәсәй спорты башлығы Вячеслав Фетисов ултырҙы. Аҙмы һеҙгә? Улайһа, шуны ла хәбәр итәйек, һуңлап булһа ла Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үҙе лә килде. Матчтан һуң дәүләт башлығы либеро Алексей Вербов менән әңгәмәләшергә өлгөрҙө, бөтә йондоҙҙар менән ҡул бирешеп күреште һәм рәсәйҙәргә почетлы кубокты тапшырҙы.
       Иң иҫтә ҡалған эпизод, моғайын, майҙансыҡтан ситкә осҡан тупты ҡотҡарыу булғандыр. Гигант Семен Полтавский, бейек кенә борт аша һикереп сығып, тупты партнерҙарына ҡайтарып бирҙе. Бының менән ул беренсе рәттә ултырған тамашасыларҙы ҡурҡытты, буғай, уның ҡарауы, ҡалған көйәрмәндәр бик ныҡ шатланды.
       Рәсәй волейболсылары, әлбиттә, артыҡ көсәнмәне, үҙҙәрен бик тыныс тотто, шуға ҡарамаҫтан, ҡабатлап әйтәм, улар шоу өсөн түгел, ә еңеү өсөн уйнаны. Легионерҙар ҙа, быны күреп, етди эш итергә маташты, ләкин уларға ойошҡанлыҡ етешмәне.
       Сит ил волейболсыларының урындағы уйынсыларға ҡаршы тора алмауының тағы бер сәбәбе - төп ҡамасау яһаусылар класындағы айырма. "Рәсәй йондоҙҙары"ның был уйынсылары "Донъя йондоҙҙары"ныҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк булды. Александр Волков, Алексей Кулешов, Өфө "Урал"ы уйынсыһы Алексей Казаков бик яҡшы уйнаны.
       Алексей Казаков өсөнсө сетта уйнарға сыҡты һәм үҙ кимәлен күрһәтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул блокта ла, һөжүмдә лә үҙ оҫталығын күрһәтеп өлгөрҙө, ә уның биреүенән туп ситкә осҡас, зал геү итеп ҡалды. Ә инде Казаков осрашыуҙа хәл иткес тупты индергәс, ҙур шау-шыу ҡупты.
       "Урал"дың өсөнсө волейболсыһы Леонид Кузнецовтың уйында ҡатнашмауы бик үкенесле булды. Баш тренер Владимир Алекно, уны уйынға сығармай, дөрөҫ эшләмәне, тип иҫәпләйем. Аңлайым, әлбиттә: күп өфөләр Путиндың ҡулын ҡыҫыу өсөн генә Мәскәүгә теләп барыр ине, ләкин Кузнецов уның өсөн бармағандыр, тип уйлайым.
       Уны саҡырҙылар, ул барҙы, ләкин уйындан ситтә ҡалды. Алекно "шоу-матч"та саф еңеү артынан ҡыуып, майҙансыҡта оҫта уйынсы Волковты ҡалдырыуҙы өҫтөн күрҙе. Хатта блокка ла, ә унда Кузнецов бик көслө, кәңәшсе-тәрбиәсе Леонидты сығарманы. Күрәһең, Алекно, былай эш итеүе менән сәмсел йәш спортсының хәтерен ҡалдырырмын, тип уйлап та бирмәгәндер.
       "Рәсәй йондоҙҙары" уйынсылары, баш тренерҙың бындай ҡарарын аҡлап, үҙҙәренсә аңлатма бирҙе:
       Семен Полтавский:
       - Командаға саҡырылған бөтә уйынсылар ҙа майҙансыҡҡа сыға алһын өсөн тағы ла бер - дүртенсе партияны уйнарға ине.
       Алексей Вербов:
       - Кузнецов өсөн был уйынға эләгеү үҙе генә лә - ҙур аҙым. Ихтимал, киләһе "Йондоҙҙар матчы"нда ул стартты билдәләүсе алтау иҫәбендә сығыр. Уның кәйефе ҡырылмағандыр, тип уйлайым, мин дә үпкәләмәҫ инем. "Йондоҙҙар матчы"на эләгеү генә күп нәмә тураһында һөйләй бит.
       "Рәсәй суперлигаһы йондоҙҙары матчы"на барып ҡайтыусы Юрий Маричев, Өфөгә ҡайтҡас, "БАШвестЪ"ҡа үҙенең фекерҙәрен еткерҙе:
       - Күберәк көрәш күрергә теләгәйнек тә, ләкин рәсәйҙәр ныҡ өҫтөн булды.
       - Путинды күрҙегеҙме?
       - Эйе, мин унан бер нисә метр ғына өҫтәрәк ултырҙым, хатта уның күршеһе - Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы волейболсыһы менән нимә тураһындалыр һөйләшеп ултырыуын ишеттем.
       - Ә нимә тураһында?
       - Волейбол аспекттары тураһында һүҙ алып баралар ине.
       - Кузнецов өсөн йәнегеҙ әрнемәнеме?
       - Әлбиттә, уны сығарыуҙарын теләгәйнек тә... Әгәр партиялар күберәк булһа, ул да уйнар ине, тип уйлайым. Уның кәйефе ҡырылды, әлбиттә, ләкин, йыйылма команда "йондоҙҙары" менән күнекмә генә лә уның өсөн яҡшы тәжрибә булды, тине. Ул бөтөнләй икенсе атмосферала булып ҡайтты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал