6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

Эш биреүсе профсоюз төҙөүгә ҡаршы килә аламы?
07.02.08


       Өфө асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең береһендә эшләүсе Виталий "БАШвестЪ" редакцияһына ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте.
       - Беҙҙең предприятие коллективы профсоюз ойошторорға ҡарар итте, - тип яҙа ул. - Бөтә кәрәкле документтарҙы йыйҙыҡ, профсоюзды теркәнек. Завод директоры был турала белеп ҡалғас та, профсоюзға инеүселәрҙе йыйып алды. Йыйылышта профсоюз ойоштороусыларҙы эштән сығарыу тураһында вәғәҙә итеп янауҙар яңғыраны. Ошо көндән һуң беҙҙә проблемалар башланды: беҙҙең арттан күҙәтә, ваҡ-төйәккә бәйләнә, "служебка"лар яҙа башланылар. Мин эштән китеү тураһында ғариза яҙғас, мине үҙ теләгем буйынса эштән сығармаясаҡтар, тик статья буйынса ғына, тип яуап бирҙеләр. Беҙгә ни эшләргә?
       Аңлатыуҙарын һорап, беҙ юрист Вячеслав Петровҡа мөрәжәғәт иттек.
       - Виталийҙың эш биреүселәренә, РФ Конституцияһын берәү ҙә әле ғәмәлдән сығармаған, тип иҫкәртәһе килә. 30-сы статьяның 1-се өлөшөндә: "Үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн профессиональ союздар төҙөү хоҡуғын индереп, һәр кем үҙ берләшмәһен ойоштороуға хоҡуҡлы", тип әйтелә. Администрацияның хеҙмәт тураһындағы закондарҙы боҙоуына килгәндә, Виталий яҡлау һорап Федераль хеҙмәт инспекцияһына һәм тармаҡ профсоюз комитетына мөрәжәғәт итә ала. Әгәр эшселәр коллективы менән эш биреүсе араһында конфликт администрация ғәйебе менән юлға һалынмаһа, предприятие хеҙмәткәрҙәре закон буйынса, әйтәйек, забастовка кеүек, үҙ-үҙеңде яҡлау сараһын файҙалана ала.
       Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы - Федераль хеҙмәт инспекцияһының территориаль подразделениеһы - Өфөлә Ҙур Граждандар урамы, 24-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, ҡабул итеү бүлмәһе телефоны: (347) 277-87-09.
       БР Профсоюздар федерацияһы Өфөлә Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Телефон: (347) 272-19-30.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал