6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, Әхмәт Лотфуллин
06.02.08


       Был танылған рәссамдың күргәҙмәләренә халыҡ һәр ваҡыт күп йыйылды. Улар, һис шикһеҙ, киләсәктә лә күп һанлы тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Биш йыл элек Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың юбилей күргәҙмәһе ҙур уңыш менән үткәйне. Ул үҙенең 80 йәшенә аҙ ғына етмәне. 4 февралдә Нестеров музейында асылған күргәҙмә остаз иҫтәлегенә арналды.
       Дата - 4 февраль - осраҡлы ғына һайланманы. Был Әхмәт Фәтҡулла улының тыуған көнө. Шуға күрә күргәҙмәгә килгән сәнғәт һөйөүселәр араһында туғандары ла, рәсми кешеләр ҙә, дуҫтары ла, уның уҡыусылары ла булды.
       - Күргәҙмә өсөн эштәрен һайлап алыу бик еңелдән булманы, музей фондында рәссамдың 99 картинаһы һаҡлана бит, - тип һөйләй Нестеров музейының төп һаҡлаусыһы Валентина Сорокина. - Бөтәһен дә ҡуйыу мөмкин түгел. Күргәҙмәгә ҡуйылған картиналарҙың диапазоны бик киң. Уға портрет һәм пейзаждар, жанр композициялары инә. Был картиналарҙың күбеһе зона, республика, Бөтә Союз, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Беҙ әле булһа Лотфуллиндың күп эштәрен үҙебеҙҙең музейҙа ҡалдыра алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Әммә уның ҡайһы бер картиналары Третьяковка галереяһы һаҡлағыстарында, Санкт-Петербургтың Рус музейында һәм илебеҙҙең башҡа музейҙарында һаҡлана, шулай уҡ шәхси коллекцияларҙа ла бар.
       Музей тупһаһын аша атлап үтеү менән иҙәндән түшәмгә тиклемге ҙур тематик полотнолар иғтибарҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. "Урал аръяғында байрам" һәм "Ауылда байрам", "Өс ҡатын" һәм "Һабантуй", "Аҡ тирмә" һәм "Ямғыр теләү" картиналарынан яҡындан да, алыҫтан да эстетик зауыҡ алаһың. Был ҙур композициялар эргәһендә портрет галереяһы ла һис тә юғалып ҡалмай. Рәссам танылған шәхестәр менән ябай эшсәндәр араһында сик ҡуймай. Тегеләре лә, былары ла - уның картиналары геройҙары. "Буранғолов портреты", "Ишмөхәмәтова портреты", "Мостай Кәрим портреты" һәм шунда уҡ "Йәш эшсе", "Һауынсы Сәүҙә", "Ҡарт колхозсы" һәм башҡалар. Һәр эшендә Әхмәт Лотфуллин башҡорт халҡының үҙенсәлегенә һәм гүзәллегенә, уның иң яҡшы рухи сифаттарына дан йырлай. Рәссамдың пейзаждары ла фәлсәфәгә эйә. Уларҙа өмөт, көтөү, тормош тураһында уйланыуҙар ҡыҙыл еп булып үтә.
       - Тормошта Әхмәт Фәтҡулла улы бик ябай кеше булды, - тип үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәзитов. - Был педагог бер ваҡытта ла кешеләрҙе оҫтаға һәм өйрәнсеккә бүлмәне. Ул һәр кем менән ихлас аралашты. Беҙ уның менән төрлө темаға: тормош, мөхәббәт, яҙмыш тураһында әңгәмәләшә торғайныҡ.
       - Һеҙҙең өсөн Лотфуллиндың картиналары үтә мөһимдер?
       - Әлбиттә, мин уларға ҡарап, композиция һәм пластика ғына күрмәйем. Уның картиналарында мин фекер уҡыйым, Достоевский, Сократ идеяларына оҡшаш үҙенсәлекле идеялар табам. Әхмәт Лотфуллин - ул рәссам-философ, тарихсы һәм шағир. Бөтә ҡатмарлы нәмәне ул беҙгә ябай, аңлайышлы тел менән еткерҙе. Әхмәт Фәтҡулла улы бик белемле кеше ине. Уның Ленинград һәм Өфө художество училищеларында, Вильнюста Дәүләт художество институтында уҡыуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бөтә кешеләргә лә изгелексән оҫта үҙенә, үҙ эштәренә бик талапсан булып ҡалды. Шуға күрә уның бөтә эштәре лә - ентекле уйланылған, үткер шедевр.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ Әхмәт Фәтҡулла улын яҡындан күреп белмәйбеҙ. Һәм беҙгә Әхмәт Лотфуллиндың юбилейына ҡарата сығарылған китап ярҙамға киләсәк. Был нәфис-документаль баҫма "Китап" нәшриәтендә сыҡты. Китап авторы Любовь Попова рәссамдың ижады менән студент сағында уҡ ҡыҙыҡһына башлай. Һуңыраҡ ул бер бәләкәй китап, аҙаҡтан икенсеһен сығара. Һәм, ахыр килеп, күптән көтөлгән ҙур баҫма, унда Әхмәт Лотфуллиндың ижады ғына түгел, бөтә тормош юлы бирелгән.
       Күргәҙмәне асыуға килеүселәрҙән күптәр, Әхмәт Фәтҡулла улы башҡорт халыҡ йырҙарын бик ярата торғайны, тип иҫкә алдылар. Үҙе лә матур итеп йырлаған, мандолинала уйнаған. Быларҙың барыһын да иҫтә тотоп, күргәҙмәне ойоштороусылар музыкаль бүләк - концерт та әҙерләгән. Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әхмәт Лотфуллиндың яратҡан композицияларын башҡарҙы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал