6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Утлы кисеү
06.02.08


       Һәр йыл һайын февралдә Советтар Союзы Геройы Ғәйнанша Хәйҙәрша улы Хәйҙәршин өс мөһим датаны билдәләй. 1911 йылдың 5 февралендә ул яҡты донъяға тыуған. 1944 йылдың 22 февралендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ошо уҡ йылдың февралендә, яраланыу сәбәпле, армиянан демобилизациялана һәм, һалдат биштәрен аҫып, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
       Уға ниндәй батырлығы өсөн Алтын Йондоҙ бирәләр һуң? Армияға алынғанға тиклем ул үҙ тиҫтерҙәренән бер ни менән дә айырылмай. Башланғыс мәктәптең өс класын ғына тамамлай. Колхозда ун ике йәшенән алып эшләргә тура килә. Һуңынан Пермдә йылға пристанендә эшләй. Шул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың июлендә үк рядовой Ғәйнанша Хәйҙәршин хәрәкәт итеүсе армияла була, фронтта айырым гвардия сапер батальонының отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Ауыр сигенеү көндәрен һәм айҙарын кисерә, һөжүм итеүҙәрҙә ҡатнаша.
       1943 йылдың октябрендә яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән гвардия уҡсылар дивизияһы Днепрға яҡынлаша. Йылға ярындағы нығытмаларын фашистар яҡын барғыһыҙ "Көнсығыш вал" тип атай. Дошман нығытмалары ысынлап та бик ҡеүәтле була.
       Ләкин сапер батальоны отделениеһы командиры Хәйҙәршин алдына, 9 октябрҙә Днепр йылғаһы аша сығырға, тигән бурыс ҡуйыла. Төндә йылға өҫтөндә көслө ел иҫә, тулҡындар уйнай һәм немецтар операция башланыуын һиҙмәй ҡала. Кременчуг ҡалаһынан көньяҡтараҡ Дериевка ауылы эргәһендә Хәйҙәршиндың саперҙары кәмә менән йылға аша яугирҙарҙы, хәрби техниканы һәм боеприпастарҙы сығара. Әммә бер аҙҙан фашистар һиҙенеп ҡала һәм бөтә төр ҡоралдарҙан көслө ут аса. Дошман ут яуҙырыуға ҡарамаҫтан, йылға аша сығыу дауам иттерелә. Хәйҙәршиндың яугирҙары 27 рейс яһай. Ләкин һуңғы рейста уның кәмәһен мина ярсығы тишә һәм ул бата башлай. Ғәйнанша уны нисек тә батырмай, йөктө йылғаның уң яҡ ярына алып сығып еткерә.
       Биләгән плацдармда сапер Хәйҙәршин өсөн шунда уҡ эш табыла. Дуҫы Саша Ерастов менән бергә уға һалдаттарыбыҙҙың алға барыуы өсөн юлды минанан таҙартырға ҡушалар. Ерастов минаға эләгеп шартлай, ә Ғәйнанша приказды үтәй. Яугирҙарыбыҙ позиция биләй. Фашистар уларҙы кире Днепрға алып ташларға маташа. Ләкин тәжрибәле сапер Ғәйнанша Хәйҙәршин улар өсөн "бүләк" әҙерләй. Дошмандың ҡаршы һөжүме юлында ул миналар ҡуйып сыға. Гитлерсыларҙың өс танкы ошо миналарға эләгеп шартлай. Тиҙҙән Днепрҙың уң яҡ ярына ғәскәрҙәребеҙ: пехота, артиллерия, танктар ҙа сыға. Шулай итеп "Көнсығыш вал" ҡыйратыла.
       Плацдармдағы һуғыштарҙа Хәйҙәршин үҙе дошман танкын шартлата, ләкин яралана, контузия ала. Ҡаты алыштан һуң Ғәйнанша Хәйҙәрша улын, ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, госпиталгә оҙаталар. Бында 1944 йылдың февралендә ул үҙенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү хаҡында белә һәм демобилизациялауҙары тураһында хәбәр ала.
       Хәйҙәршиндың дошманды үҙ өңөнә - Берлинға тиклем ҡыуып алып барыу хыялы тормошҡа ашмай. Ләкин был уның ғәйебе менән түгел.
       Ғәйнанша Хәйҙәрша улы, фронттан ҡайтҡас, юғары вазифалар биләмәй. Байғужа сельпоһы рәйесе булып эшләй. Һуңынан Яңауыл районының Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы артеленең иң яҡшы эшсәндәренең береһе була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал