6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Клиент өсөн көрәш
05.02.08


       Тормош нимә һуң ул? Көрәш. Бөтә нәмә өсөн һәм бөтә өлкәләрҙә. Ләкин әгәр кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә был процесс нисектер юлға һалынһа, баҙарҙа иһә (һәр ҡайһында) көрәш аяуһыҙ бара. Ул конкуренция тип атала.
       Әлеге ваҡытта финанс баҙарында ҡаты конкуренция тыуыуы ихтимал - көнбайышта башланған банктар секторы кризисы Рәсәйгә лә күсте, шуға күрә тиҙҙән уның эҙемтәләре күренәсәк.
       "Әлегә Рәсәй банктар системаһы сит ил банктары менән ярыша алмай, - тип белдерҙе былтыр декабрҙә "Компания Брокеркредитсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Екатеринбург филиалы директоры Виктор Немихин. - Рәсәйҙә сит ил банктарының туранан-тура филиалдары закон буйынса булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең банк системаһы объектив сәбәптәр арҡаһында сит ил банктары менән конкуренцияны күтәрә алмаясаҡ. Ул ресурс яғынан да, технологик планда ла күпкә йомшағыраҡ. Шуға күрә Рәсәйҙә сит ил банктары филиалдары асыу беҙҙең банк системаһында кире сағыласаҡ.
       Тағы бер момент бар - Рәсәй банктарының асыҡлыҡ проблемаһы. Рәсәй банктары акционерҙарының күбеһе билдәһеҙ, һәм уларҙы асып һалыу Рәсәй банк системаһында революция булыр ине. Хәҙерге ваҡытта уны төрлө сирҙәрҙән ентекле ҡурсалаған кеше организмы менән сағыштырырға мөмкин, һәм уға берәй бактерия эләгә ҡалһа, ул быны ауыр үткәрәсәк. Шулай беҙҙең банк системаһы өсөн дә теплица шарттары булдырҙылар, һәм хәҙер ул күп нәмәгә ҡаршы тора алмай. Һис шикһеҙ, уның асығыраҡ булыуы кәрәк", - Виктор Немихиндың фекере шундай.
       Шуға күрә әгәр баҙарға сит ил банктары килә ҡалһа, Рәсәй банктарына клиенттарҙың ситкә китеүенән ҡурҡырға кәрәкме икән? Был һорауға беҙ Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтан аңлатма биреүен үтендек.
       Ул Рәсәй банк системаһында әлегә тулы асыҡлыҡ булмауы менән килеште: "Асыҡлыҡ күҙлегенән беҙ әле күп нәмәгә өлгәшмәгәнбеҙ. Ләкин илебеҙҙең банк системаһы аяҡҡа баҫҡандан алып ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тулы асыклыҡ көтөүе, ай-һай, ҡыйын".
       Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Мәрҙәнов, Рәсәй баҙарына сит ил банктары филиалдары килгән осраҡта ул клиенттарҙың Рәсәй кредит ойошмаларынан китеүен көтмәй, тип билдәләне. Сөнки беҙҙең финанс баҙарында Көнбайыш банктары өсөн дә, Рәсәй банктары өсөн дә асыҡлыҡҡа талаптар берҙәй.
       Әйткәндәй, Рөстәм Мәрҙәнов, беҙҙең баҙарҙа сит ил банктарының эш һөҙөмтәләре Рәсәй кредит ойошмалары менән сағыштырғанда артыҡ бер ниндәй ҙә өҫтөнлөктәре булмауын күрһәтә, тип билдәләне. Республика финанс баҙары миҫалынан күренеүенсә, Рәсәй ҡатнашлығындағы банктарҙың, иң элек, Башҡортостанда теркәлгән кредит ойошмаларының үҫеш темпы күпкә юғарыраҡ. Сит ил банктары, Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, әлегә бындай темптар күрһәтмәй.
       Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй банктарының лайыҡлы конкуренцияға һәләтлелеге темаһы бик актуаль. Был мәсьәлә быйыл 6-8 февралдә Өфөлә үтәсәк "Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат" V ғилми-ғәмәли конференцияһында тикшереләсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал