6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль ярҙам

Изгелек ҡылыу бик еңел түгел
05.02.08


       Шәфҡәтлелек - ул бик һәйбәт ғәмәл. Икенсе берәүгә изгелек эшләргә ынтылыу ул маҡтауға ғына лайыҡ. Ләкин беҙҙә шәфҡәтлелек мәҙәнилеге юҡ, йәғни әҙәплелек кеүек һыҙат етеңкерәмәй. Уҙған аҙнала Өфө ҡала округының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында хәйриә акцияһы үтте. Сипайловолағы 29-сы урта мәктәптән тарих уҡытыусыһы Виталий Полосин етәкселегендә уҡыусылар приютҡа үҙ тиҫтерҙәренә өҫ кейеме, уйынсыҡтар килтерҙе һәм ҙур булмаған концерт менән сығыш яһаны. Килделәр, ысын күңелдән йыйған бүләктәр менән ҡумталарҙы тапшырҙылар, ихлас йырланылар һәм бейенеләр. Социаль етемлек проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын тағы ла бер тапҡыр йәлеп итеү өсөн ул көндө телевидениены ла саҡырҙылар. Ә теләһә ниндәй юл менән сюжет табырға тырышҡан беҙҙең телевидение "бер батман балға бер ҡалаҡ дегет өҫтәне" лә ҡуйҙы. "Йәгеҙ әле, ҡумталарҙы асығыҙ, кейемдәрҙе кейеп ҡарағыҙ, шатланығыҙ, ә беҙ төшөрәбеҙ!" - беҙҙең ТV тәҡдиме шулайыраҡ яңғыраны. Әлбиттә, балаларҙың береһе лә урынынан да ҡуҙғалманы. Бәләкәсерәктәре баҫалҡы ғына ултырыуын дауам итте, ә өлкәнерәктәренең йөҙөндә: "Ҡаңғырттығыҙ ҙаһа шул хәйриәгеҙ менән!" тип уйлауҙары асыҡ сағылып үтте. Ярай әле директор урынбаҫары, бындай тәҡдим былай ҙа күңелдәре китек балаларҙың хәтерен ҡалдыра, тип әйтеп, телевидение хеҙмәткәрҙәрен ипле генә урынына ултыртты. Дөйөм алғанда, бөтәһе лә яҡшы тамамланды, ҡунаҡтар матур сығыш яһаны, уларға алҡышлап ҡул саптылар, дуҫлашып таралыштылар. Ләкин минең күңелемдә бер төйөр ҡалды.
       Һуңынан беҙ приют директоры Геннадий Симонов менән әңгәмәләштек.
       - Геннадий Юрьевич, һеҙҙең приютта нисә бала һәм улар бында нисек килеп эләкте?
       - Беҙҙең приют 2003 йылдың 12 июнендә асылды. Хәҙер беҙҙә өс йәштән 18 йәшкә тиклемге 71 бала бар. Балаларҙы бында эске эштәр бүлеге, мәғариф органдары ебәрә, ауыр хәлгә ҡалған балаларҙың туғандары килтерә. Былтыр төн уртаһында 11 йәшлек бала үҙе приютҡа алыуҙарын һорап килеп инде. Әрләшеп, өйҙән сығып киткән. Урамда үтеп барыусылар балаларҙы килтергән осраҡтар бар. Шулай өс сиған балаһын килтерҙеләр, приюттан 150 метр ситтә ҡалдырғандар ҙа, ана тегендә барығыҙ, тип күрһәткәндәр. Уларҙың аталары һәләк булған, әсәләрен хөкөм иткәндәр. Беҙ, әлбиттә, уларҙы ҡабул иттек, ләкин икенсе төбәктән булғас, һуңынан уларҙы башҡа учреждениеға күсерҙек..
       Ҡайһы берҙәренең ата-әсәһе - эскеселәр йәки берәҙәктәр. Йә әсәй кеше икенсе ирҙән бала таба ла, беренсеһен бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдыра. Ул өйҙән сығып китә, уҡымай. Бындай осраҡтарҙа прокуратура ҡыҫыла, бөтә кәрәкле документтар йыйыла, бала социаль етем статусы ала. Беҙҙә 90 проценты тирәһе - имен булмаған ғаиләләрҙән балалар. Яҡшы ғаиләнән ысын етем ҡалған балалар бик һирәк. Тәрбиәләнеүселәрҙең 65 проценты - малайҙар, ҡалғандары - ҡыҙҙар. 8-10 һәм 11-18 йәшлек ике малайҙар төркөмө, береһе - ҡыҙҙар төркөмө һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар менән беренсе класс уҡыусылары өсөн аралаш төркөм.
       - Учреждениеғыҙҙың бурысы нимәгә ҡайтып ҡала?
       - Беҙҙең төп бурыс - балаларҙың тулы дәүләт тәьминәтендә ваҡытлыса йәшәүен тәьмин итеү. Опека һәм попечителлек органдары менән бергә социаль статус билдәләйбеҙ һәм артабан уларҙы балалар йортона йәки ҡабул итеүсе ғаиләгә урынлаштырырға тырышабыҙ. Уларҙы уллыҡҡа алған осраҡтар ҙа бар. Ҡайһы берҙә яҡын туғандары килеп алып ҡайтып китә. Бәхеткә ҡаршы, хатта ата-әсәһе, аҡылына килеп, балаларын алып ҡайтҡан осраҡтар ҙа булғылай. Мәҫәлән, былтыр беҙгә 228 бала килде. Уларҙың күбеһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм республика ҡалалары приюттарына, Өфө балалар йорттарына урынлаштырылды. 18 бала үҙ ғаиләләренә ҡайтарылды. Был ярайһы уҡ һан. 33 бала аҫрауға алыусы ғаиләләргә китте. Унауһы профтехучилищеларға уҡырға инде.
       - Һеҙҙә тәрбиәләнеүселәр ҡайҙа уҡый?
       - Беҙгә ике мәктәп беркетелгән - Калинин районындағы 74-се һәм 68-се. Түбән класс уҡыусыларына 74-се мәктәптән уҡытыусылар килеп, приют базаһында шөғөлләнә. Бишенсе кластан башлап өлкәнерәк балалар 68-се мәктәпкә йөрөй. Беҙҙең приютта түңәрәк эше ойошторолған, хеҙмәт кабинеттары - тегеү, слесарь-балта оҫтаһы оҫтаханалары йыһазландырылған, хәйриә нигеҙендә компьютер класы булдырылған. Тренажер һәм гимнастика залдары эшләй. Психолог кабинеты, информатика класы бар. Күп балалар беҙгә килгәндә тиҫтерҙәренән ныҡ ҡалыша. Ләкин тырышып уҡый башлап, хатта бер йылда ике класс тамамлайҙар. Балалар, нигеҙҙә, дүрткә һәм бишкә уҡый. Приютыбыҙҙың биш йыллыҡ тарихында ике бала уҡыуҙы тик "биш"кә тамамлаған осраҡ булды. "Өс"кә уҡыған балалар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе йылына ҡалыусылар ҙа булды. Беҙ мәктәптәр, республика медик-психологик- педагогик комиссия менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ.
       - Ғаиләләргә күберәк бәләкәй балаларҙы алалар, тиҙәр. Был шулаймы?
       - Эйе, башлыса, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы йәки башланғыс класс уҡыусыларын алалар. Өлкәнерәктәрҙе аҙыраҡ алалар. Өлкәндәре менән уртаҡ тел табыуы ҡатмарлыраҡ бит. Етмәһә, беҙҙәге балаларҙың 90 проценты - яҡшы тәрбиә алмаған.
       - Приют ниндәй аҡсаға йәшәй?
       - Беҙгә ҡала хакимиәте аша дәүләт бюджеты аҡса бүлә. Финанслау яҡшы - балаларҙы ашатыу ҙа, дауалау ҙа тейешле кимәлдә ҡуйылған. Үҙ ашханабыҙ, бөтә кәрәкле цехтарыбыҙ бар. Дауалау өсөн медицина бүлексәһе бар, уны айырым палаталары, физиотерапия, процедура, прививкалар кабинеттары менән бәләкәй дауахана, тип атарға мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә шәфҡәт туташы дежур итә. Етмәһә, беҙ ҡаланың күп поликлиникалары менән эшләйбеҙ, бер ваҡытта ла проблема тыуғаны юҡ, улар беҙҙең балаларҙы ҡабул итә, дауалай, бөтәһе лә юлға һалынған.
       Беҙҙә попечителлек советы эшләй. Ҡаланың халыҡты социаль яҡлау идаралығы ярҙам итә. Шефтарыбыҙ бар. "ӨфөАвтоВаз" беҙгә әйбер, техника менән ярҙам итә. Һәр байрамға хәйриә ашы ойоштора. Әгәр ҡала халҡынан кемдер беҙҙең балаларға әйбер йәки уйынсыҡтар бирергә теләй икән, беҙ ҡабул итәбеҙ. Тик, әлбиттә, яҡшыларын.
       - Приютта эшләүселәр күпме?
       - Йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Барыһы ла изгелекле, ярҙамсыл кешеләр. Вайымһыҙ кешегә бындай учреждениела эшләүе ауыр. Башлыса, ҡатын-ҡыҙҙар. Әлбиттә, ирҙәр күберәк булһын ине лә бит. Сөнки бигерәк тә малайҙар өсөн ир-тәрбиселәр кәрәк. Беҙгә килеп эләккән балалар көстө ихтирам итә. Физик кенә түгел, рухи көстө лә. Приютта, директорҙан башҡа, өс ир - хеҙмәт буйынса инструктор, психолог һәм тәрбиәсе. Техник персонал бар, әлбиттә, - водителдәр, электриктар, ләкин улар балалар менән туранан-тура аралашмай. Шулай ҙа тәрбиә процесында ярҙам итергә тырышып торалар.
       - Һеҙ үҙ тәрбиәләнеүселәрегеҙгә тормошта дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итәһегеҙме?
       - Әлбиттә, мөмкин тиклем тырышабыҙ. Сығып киткәс тә күп балалар беҙгә килеп йөрөй. Ниндәйҙер, мәҫәлән, торлаҡ йәки документ алыу менән проблемалар килеп тыуһа, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Бер нисә йыл элек беҙҙең попечителдәребеҙ "Хыялдар тормошҡа аша" тигән акция үткәрҙе. Бер көнгә балаларыбыҙ кем булырға хыяллана, шул булып ҡаранылар. Бер ҡыҙыҡай стюардесса булды, бер малай - телетапшырыуҙар алып барыусы, икенсеһе - районы хакимиәте башлығы, Баҡалыныҡы булды, буғай. Көн буйына ул ысын башлыҡ менән йәнәш йөрөнө, улар предприятиеларға барҙы, оперативкалар үткәрҙе. Был балалар урам йыйыштырыусы, шофер, балта оҫтаһы йәки ашнаҡсы булыу ғына түгел, ә юғары вазифа биләй, ижади эш менән шөғөлләнә алыуҙарын да тойҙо. 18 йәштәре тулғас, беҙҙең бөтә балалар "Торлаҡ - етемдәргә" ҡала программаһына эләгә. Был программа яҡшы эшләй. Ике йылда 70-80-ләп бала торлаҡ алды ла инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал