6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Яҡшы эмо - үле эмо?
04.02.08


       Улар ҡара-алһыу төҫтәге кейем кейә. Оҙон маңлай сәстәре ярты битен ҡаплай. Улар даими депрессия хәлендә, бөтәһе лә бер-береһенә бик ныҡ оҡшаған. Үҙҙәрен эмо тип иҫәпләгән кешеләр тураһында һүҙ барыуын аңлағанһығыҙҙыр инде. Ысынында кем һуң улар?
       - Моғайын, ЭМО Мәскәү оптимисы энциклопедияһы (Энциклопедия московского оптимиста) тигәнде аңлаталыр, - тип шаяртты бер танышым, мин уға шундай һорау биргәс.
       Ләкин күптәр был эмокешеләрҙең кемдәр икәнлеген, ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын бөтөнләй белмәй бит.
       Баҡһаң, эмо - Рәсәйҙә һуңғы бер нисә йылда популярға әйләнгән субкультура икән. Уға ҡараған кешеләр бик эмоциональ. Моғайын, уларҙың исемдәре шунан ҡыҫҡартып алынып, "эмо" булып киткәндер. Халыҡта эмо кешеләрен "эмокидтар" тип йөрөтәләр, был "эмо балалары" тигәнде аңлата.
       Шулай итеп, эмокидтар өсөн даими көслө эмоция кисереү һәм уларҙы сағылдырыу мөһим. Башҡа кешеләрҙән эмокидтар үҙ-үҙен танытыуға ынтылыу, донъяны нескә тойоу, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы тороуҙары менән айырыла. Кешеләрҙә улар иң элек аҡыл, тойғо һәм эмоцияны баһалай.
       Эмокидтарҙы кешеләр тик үлем тураһында ғына уйлап йөрөгән илаҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар тип күҙ алдына килтерә. Ысынында иһә уларҙың философияһы һис тә суицидаль түгел. Тик был кешеләр бик рәнйеүсән һәм үтә нескә тойғоло. Йыш ҡына уларға һөйөү һәм аңлау етешмәй. Башлыса, былар үҙҙәрен уратып алған донъяның бөтә ҡатмарлылығын һәм рәхимһеҙлеген яңы-яңы аңлай башлаған үҫмерҙәр. Ысынында уларҙың һәр береһе бәхетле мөхәббәт хаҡында хыяллана һәм фекерҙәштәрен эҙләй.
       Эмокидтарға кәйефтәре йыш үҙгәреү хас. Улар, бер ҡараһаң, бик бойок, ә икенсе күҙ һалыуға сиктән тыш шат, бәхетле була ала.
       Был кешеләрҙә "тру эмо", йәғни "ысын эмо" кеүек ҡыҙыҡ бер төшөнсә бар. Был юғары мөхәббәт тураһында хыялланыусы кеше-романтик. Өҫтәүенә, ул сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара - тәмәкенән, спиртлы эсемлектәрҙән, наркотиктарҙан һәм аҙғын тормоштан баш тарта. Тру эмоны эмопозерҙарҙан, йәғни кешенең тышҡы ҡиәфәтенә генә иғтибар биргән кешеләрҙән, айыра белергә кәрәк.
       Аңлауығыҙса, эмокидтарҙы таныуы еңел. Улар үҙҙәренең сағыу тышҡы йөҙө менән айырылып тора. Өҫ кейемендә башлыса ике төҫтө өҫтөн күрә. Ҡара күңел төшөнкөлөгөн, бәхетһеҙлекте, йәберһетелгәнлекте белдерә. Алһыу (йәки башҡа төрлө сағыу төҫ), киреһенсә, ҡыуаныслы мәлдәрҙе сағылдыра.
       Эмокидтар йышыраҡ тар футболка һәм свитер, ҡара йәки күк төҫтәге, тишекле йәки ямалған тар джинсы кейә, сигәле ҡара йәки алһыу ҡайыш быуа, кеда, ҡара йәки алһыу шнурлы скейтер тапочкаһы кейә. Ҡыҙҙар алһыу таҫмалы ободок йөрөтә, ҡулына буйлы гетры кейә.
       Значоктар эмокидтарҙың фишкаһы булып тора. Улар уны сумкаһына ла, свитерына ла, джинсыһына ла, хатта аяҡ кейеменә лә таға. Шулай уҡ улар ҡулдан яһалған беләҙектәр, сағыу төҫтәге муйынсаҡ, киң тирәсле күҙлек йөрөтөргә ярата.
       Эмокид егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа сәстәрен бер төрлө йөрөтә. Танау осона тиклем ҡыя ҡырҡылған маңлай сәсе һыңар күҙен ҡаплап тора. Сәстәре төрлө яҡҡа тырпайған. Ҡағиҙә булараҡ, эмокидтар сәстәрен ҡара төҫкә буяй, ә маңлай сәстәрен алһыу төҫкә буяуҙары мөмкин.
       Эмостилдең тағы бер мөһим детале - ҡолаҡ йәрпесәктәрендәге "тоннелдәр" (бәләкәй тимер декоратив шайба менән ҡаймаланған ҙур тишектәр - авт.). Ләкин эмокидтар ҡолаҡтарын ғына түгел, ирендәрен, танауҙарын, ҡаштарын да тишәләр...
       Эмомакияж күптәрҙе хайран итә. Ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә биҙәнә бит. Тырнаҡтарына йыш ҡына ҡара лак һөртәләр.
       Эмокидтарҙы хәҙер аҙым һайын осратырға мөмкин. Тик бына кешеләрҙең уларға мөнәсәбәте төрлөсә. Берәүҙәр уларҙы аңлай, икенселәр улар тураһында бер нәмә лә белмәй, ә ҡайһы берәүҙәр уларҙы күрә алмай.
       Евгения, 22 йәш:
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин әлегә тиклем эмолар тураһында бик аҙ беләм. Ҡартаямдыр, күрәһең. Улар ҡара-алһыу кейем һәм "эмоциональ рок" яраталар, буғай. Үҙҙәрен матди донъянан айырылған, юғары хисле кешеләр итеп күрһәтергә маташалар.
       Илья, 21 йәш:
       - Был эмоларға мин етди ҡарай алмайым...
       Тимур, 20 йәш:
       - Яҡшы эмо - үле эмо!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал