6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Өфөнөң махсус приемнигында водителдәр өсөн дә урындар бар
04.02.08


       Өфөләге иң зиннәтле отелдәрҙең береһе менән йәнәштә ябай ғына шарттар менән "ҡунаҡхана" бар. Ярай әле унда оҙаҡҡа туҡтамайҙар - иң күбе 15 тәүлеккә. Уныһы ла - үҙ ихтыяры менән түгел.
       Административ тәртиптә ҡулға алынған кешеләр өсөн Өфөләге берҙән-бер махсус приемник Колгуевский урамында - ҡаланың экологик таҙа урынында, урман паркы зонаһында урынлашҡан. Киң мәғлүмәт сараларының һуңғы ваҡытта был йортҡа ҡыҙыҡһыныуы артыуы яңы закон менән бәйләнгән, уға ярашлы махсус приемниктың ҡәҙимге "ҡунаҡтары" - эскеселәр, асарбаҡтар, ғаилә ғауғасылары - араһында күп һанлы водителдәр армияһынан берәйһе булып ҡуйыуы ла ихтимал.
       "БАШвестЪ" бер нисә тапҡыр 2008 йыл башынан алып Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡтың артыуы тураһында хәбәр иткәйне инде. Иң ҡаты санкция - 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу - автомобиль руле артына праваһынан мәхрүм ителгән кеше ултырған өсөн һәм водитель танытмаһы булмаған йәки праваһынан мәхрүм ителгән кеше медицина тикшереүенән баш тартҡан осраҡта ҡаралған. Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының БР буйынса идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, йыл башынан алып Башҡортостанда 600-гә яҡын водитель ҡулға алынған. Уларҙың икәүһе максималь срок алған, ҡалғандары - 10 тәүлеккә тиклем.
       Бындай хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар өсөн Кодекста 5 мең һум күләмендә штраф та ҡаралған. Әммә ул балиғ булмағандарға, йөклө ҡатындарға, 14 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын- ҡыҙҙарға, I һәм II төркөм инвалидтарға ғына һалынасаҡ.
       Ҡайһы бер төбәктәрҙә судтар бик йомарт ҡулға алыу тураһында хөкөм сығара - унда автоинспекторҙар бик тырыш микән, ә бәлки, водителдәр яуапһыҙ ҡарайҙыр? - һәр хәлдә, уларҙа махсус приемниктарҙа урын етешмәй башлаған. Республикабыҙҙа бындай проблема юҡ, тип ышандыра Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы башлығы. Шулай ҙа Яңы йылдан һуң махсус приемникка эләгеүселәр һаны ҡырҡа артыуын кире ҡағып булмай. Был турала "БАШвестЪ"ҡа Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы начальнигы урынбаҫары Александр Малеев һөйләне.
       - 2008 йыл башынан алып бында ЮХХДИ линияһы буйынса ҡулға алынған 60-тан ашыу кеше булды. Бөгөнгө көнгә улар 30 тирәһе, - тип хәбәр итте ул.
       Әйтергә кәрәк, бындай махсус приемниктар милиция ведомствоһында. Өфөлә ул берәү генә һәм 80 урынға иҫәпләнгән. Бында килеп эләгеүселәр биш һәм унан күберәк кешелек камераларҙа ултыра. Норма - бер кешегә дүрт квадрат метр. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урындар ҙа ҡаралған. Ҡулға алынған водителдәр араһында әлегә нәфис зат вәкилдәре булғаны юҡ.
       Тәҙрәләрҙә рәшәткәләр, периметр буйынса сәнскеле сым һәм тәртип һаҡсылары яғынан даими контроль. Бында режим ҡәтғи: сәғәт етелә торалар, иртәнге-төшкө-киске аш, эске ихатала бер сәғәт саф һауала йөрөү һәм киске унда йоҡларға.
       - Ҡулға алынғандарға урын-ер әйбере, һабын бирелә. Көн һайын яңы матбуғат баҫмалары килтерелә, һәр камерала радио. Аш-һыуға ҡәҙимге граждандар ашханаһына бер кешегә тәүлегенә 52 һум 34 тин иҫәбенән заказ бирәбеҙ, - тип һөйләй полковник Малеев.
       Кисә, мәҫәлән, был сумма иртәнге ашҡа аҡ икмәк менән кеүәҫкә, төшкөлөккә аш һәм бутҡаға, кискелеккә икмәк менән сәйгә етте. Дөйөм алғанда, астан үлергә бирмәйәсәктәр, ләкин бюджет аҡсаһына артыҡ шашып та булмаясаҡ. Ә бына туғандары килеп ҡыуандыра ала. Яза ваҡытына бер тапҡыр улар 10 килограмға тиклем ауырлыҡта "әйбер" килтерә ала. Тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, ҡайһы бер кейем, гигиена әйберҙәре килтерергә мөмкин.
       Александр Малеев әйтеүенсә, водителдәр араһынан ҡулға алыныусылар үҙҙәрен тәртипле тота.
       - Кешеләр беҙҙең суд хөкөмөн генә үтәүебеҙҙе аңлай, - тип билдәләне ул.
       Водителдәр шулай уҡ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген дә аңлаһалар, яҡшы булыр ине.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал