6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Был ҡыҙыҡлы!

Йондоҙ һатып алаһығыҙ ҙа... ҡағыҙ битенә хужа булаһығыҙ
01.03.04


       Беҙҙең электрон адресҡа бүләккә йондоҙ һатып алырға тәҡди м иткән хат килеп төштө: "Ҡайҙалыр бик йыраҡта, йыһан киңлег ендә бер бәләкәй генә йондоҙсоҡ бар, ул бик матур һәм сағыу,
       тик исемһеҙ - уны асыусылар бары тик үҙ каталогтарында нинд әйҙер һан менән генә билдәләгәндәр. Тик һан исем була аламы ни Был йондоҙсоҡ, мәҫәлән, һеҙҙең һөйгәнегеҙҙең матур исеме н йөрөтөргә лайыҡ түгелме.."
       Был идея ысынында иһә яңылыҡ түгел: американдар әле 1979
       йылда уҡ йондоҙҙар менән һатыу итә башлағайны. Был ваҡыт эс ендә телескоп аша күрергә мөмкин булған 750 меңдән ашыу йонд оҙ кемдәңдәр йә иһә ниндәйҙер ваҡиға хөрмәтенә исемле булдыл ар. Йондоҙ эшҡыуарлығы менән "Халыҡ - ара йондоҙҙар реестры"
       ( АҠШ) шөғөлләнә. Билдәле хаҡ буйынса ( әйткәндәй, ярайһы у ҡ юғары хаҡ - 100 долларҙан алып) һеҙ ниндәйҙер йондоҙҙо үҙ исемегеҙ менән атарға теләгегеҙ хаҡында ғариза яҙаһығыҙ, һә м бер нисә аҙнанан "Йондоҙҙар наборын" ҡулығыҙға алаһығыҙ: п ергамент ҡағыҙҙа баҫылған сертификат йондоҙға һеҙ теләгән ис ем ҡушылыуын раҫлай, ошонда уҡ йондоҙҙоң координаталары ла б ирелә.
       Рәсәйҙә ошоға оҡшаш хеҙмәтләндереү төрө менән "Космос - Е р" ойошмаһы шөғөлләнә. Уның исемлегендә ете миллионға яҡын й ондоҙ иҫәпләнә. Йондоҙҙо үҙең картаға ҡарап һайлап ала алаһы ң, ә хаҡтар уның ҙурлығына ҡарап билдәләнә. Күп кенә астроно мадр фирмаларҙың бындай эш менән шөғөлләнеүен халыҡты алдау тип ҡарай. Тик нисек кенә булһа ла күк йөҙөндә үҙ йондоҙоңдо
       булдырыуҙан кем баш тартыр ине икән Михаил Горбачев, Билл Клинтон, Анатолий Чубайс, Нурсултан Назарбаев, Билл Гейтс, И осиф Кобзон, Антонио Бандерас, Элизабет Тейлор, Алла Пугачев а һәм башҡа күп кенә билдәле шәхестәрҙең күктә үҙ йондоҙҙары
       бар. Әммә йондоҙ һатып алырға ҡарар итеп һеҙ ысынында иһә б ары тик үтә ҡиммәтле ҡағыҙ битенә хужа булыуығыҙҙы аңларға тейеш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал