6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль ярҙам

"Ғаилә" йылы - аҡса менән, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ...
01.02.08


       Һәр беребеҙ өсөн ғаилә - иң мөһиме һәм иң ҡәҙерлеһелер ул, моғайын. Ә яҡындарыбыҙ беҙҙең өсөн ышаныслы ҡалҡан, уның ярҙамында бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин. 2008 йыл, белеүебеҙсә, илдә - Ғаилә йылы, республикабыҙҙа Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде.
       Әйткәндәй, Башҡортостанда "ғаилә" йылы - беренсе генә түгел, уны тәүге тапҡыр 1998 йылда үткәрҙек тә инде. Нимәһе иғтибарға лайыҡ, тап 1998 һынылыш йылы булды: республикала демографик хәл күҙгә күренеп яҡшырҙы. Был, ихтимал, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, ойошмаларҙа, предприятиеларҙа, мәктәптәрҙә төрлө берләштереүсе конкурстар әүҙем үткәрелә башланыуы менән бәйлелер. "Иң яҡшы йәш ғаилә", "Иң яҡшы спортсы ғаилә" - бәхетле парҙарҙы пропагандалау йәштәр өсөн бына тигән "ғаилә" рекламаһы булып торҙо.
       Тәүгеләр иҫәбендә төбәгебеҙ аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам өсөн "үҙ" пособиеларын индерҙе. Һәм был новаторлыҡ берҙән-бер генә түгел. Башҡортостанда тыуған күп төрлө проекттар һуңынан Рәсәй программаларында сағылыш тапты.
       Былтырғы йыл да социаль өлкәләге ваҡиғаларға бай булды, республикала ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән бик күп саралар тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, үрҙә телгә алынған балалы ғаиләләргә социаль пособиеларҙы ғына алайыҡ. 2007 йылда балаға ай һайын бирелә торған пособиены беҙҙә 302 меңдән ашыу кеше алды. Республика бюджетынан 443 мең бәләкәй граждандарыбыҙ өсөн түләнгән пособие 778 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.
       Башҡортостанда шулай уҡ айырым категория күп балалы ғаиләләргә ай һайын түләнә торған пособие ла бар. Ауыл ғаиләләре балаға төп пособиеға өҫтәп аҡсалата ярҙам алыу хоҡуғына эйә. Тағы ла бер пособие инвалид бала ҡараған эшкә һәләтле йәштәге эшләмәгән граждандарға иҫәпләнгән. Бындай пособие алыусы ғаиләләр 25 меңгә яҡын. Былтыр ғына республика бюджетынан улар өсөн 145,6 миллион һум бүленде. Тағы ла шуныһы мөһим: ғәмәлдәге пособиелар күләме әле ҡайтанан ҡарау стадияһында, йәғни киләһе йылдың 1 ғинуарынан улар арттырыласаҡ.
       Бынан тыш, төбәктә йыл һайын Халыҡҡа социаль ярҙам программаһы ҡабул ителә. Ул аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламына һәм ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыу буйынса сараларҙы үҙ эсенә индерә.
       Кәмендә өс бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләр властарҙың айырыуса хәстәрлек һәм иғтибар үҙәгендә тора. Былтыр ғына Башҡортостандың 17 мең күп балалы ғаиләһенә, торлаҡ, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр һәм яғыулыҡ өсөн түләүҙең бер өлөшөн үҙенә алып, һум менән ярҙам иттеләр. Реаль һандарҙа был 58,6 миллион һум. Быға өҫтәп аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусыларҙың спорт, физкультура менән бушлай шөғөлләнеү, йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәрендә бушлай йөрөү мөмкинлеген дә алайыҡ. Аҡсалата эквивалентта был тағы ла 27 миллион һумдан ашыу.
       Урындағы социаль ярҙам органдары Яңы йылды ла урап үтмәне. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә 5704 Яңы йыл бүләге һатып алып тапшырҙы. Яңы йылға Президент бүләктәре һатып алыуға республика бюджеты 1996,4 мең һум аҡса бүлде.
       Быйыл да Башҡортостан ғаиләләренә ярҙам дауам иттереләсәк. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан 9 балиғ булмаған балаһы булған ғаиләләргә микроавтобус тапшырыласаҡ. Элек быға 18 йәшкә тиклемге 10 һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала ине. Әйткәндәй, бөгөнгө көнгә Башҡортостандың 22 күп балалы ғаиләһенең гаражында микроавтобус бар.
       Телгә алынғандарҙың барыһы ла - уҙған йылдарҙа ғаиләгә социаль ярҙам буйынса башҡарылған эштең бер өлөшөнөң генә һөҙөмтәһе. Тиҙҙән Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылының Комплекслы программаһы раҫланасаҡ. Ә был ярҙам күрһәтеүҙең яңы варианттары тигән һүҙ.
       Белеүегеҙсә, күптән түгел Өфөлә ауырлы ваҡытта һәм бала тапҡандан һуң ауыр тормош хәленә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төбәктә беренсе кризис бүлексәһе асылды. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вәғәҙә итеүенсә, Ҡала көнөнә баш ҡалала ауырыу балалар өсөн махсус бассейн менән, бик яҡшы итеп йыһазландырылған балалар пульмонологик санаторийы эшләй башлаясаҡ. 2010 йылға тиклем Өфөлә кәмендә 25-30 балалар баҡсаһы бәләкәстәр алдында үҙ ишектәрен асасаҡ. Быйыл Өфөлә тағы ла ике балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ...
       Тағы ла бер бик мөһим һәм иң борсоған мәсьәлә - торлаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар буй еткеһеҙ. Ипотекаға "яҙылған" кешеләрҙе батыр тип атау хаҡ булыр. Ҡала халҡының күбеһе торлаҡ алыу өсөн бурысҡа инер ҙә ине, тик кеҫәһе һайыраҡ шул. Бында яңы фатир тураһында хыялланырға ла батырсылыҡ итмәүселәр өсөн социаль торлаҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән махсус программаларҙы бойомға ашырырға кәрәк.
       2007 йылда баш ҡалала һатылған фатирҙарҙың һәр бишенсеһе "социаль" хаҡ буйынса бирелде. Былтыр социаль торлаҡтың "квадраты" 24500 һум торҙо, был "дөйөм ҡала" хаҡынан күпкә түбән. Өфөлә мең ярым тирәһе ғаилә уҙған йыл социаль фатир алыу бәхетенә иреште. Быйыл улар күпме булыр, "БАШвестЪ" мотлаҡ иҫәпләп хәбәр итәсәк.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал