6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеүҙәге проблемалар
31.01.08


       Льготасыларҙы дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү механизмы сәғәт кеүек аныҡ эшләргә тейеш, сөнки ул республиканың 112 меңдән ашыу кешеһенең мәнфәғәтенә ҡағыла бит. БР Хөкүмәтендәге мөһим социаль программаны тормошҡа ашырыу барышы ҡаралған кәңәшмәлә һүҙ тап ошо турала барҙы. Сәғәттән ашыу ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре, Рәсәй мотлаҡ медицина страховкаһы фонды (РММСФ) һәм "Башфармация" дәүләт унитар предприятиеһы белгестәре льготасылар өсөн дарыуҙарға бәйле килеп тыуған ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләне. Элеккесә һорауҙар яуаптарға ҡарағанда күберәк булды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов: "Һуңғы ике йылда байтаҡ эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, айырым категория граждандарҙы дарыуҙар менән ваҡытында һәм сифатлы тәьмин итеү менән бәйле проблемалар ҡатмарлашты ғына", - тине.
       Бушлай дарыу алыуға хоҡуғы булған бер кешегә федераль бюджет йөкләмәһе лимиты айына 417 һум күләмендә билдәләнгән. Бында арифметика бик ябай - әгәр республикала бөгөнгө көнгә дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү программаһында ҡатнашыуы тураһында 112647 кеше ғариза бирһә, тимәк, Башҡортостан өсөн бер йылға федераль ҡаҙнанан бүленгән субвенциялар суммаһы 562 миллион һум тәшкил итә. Өҫтәмә рәүештә башҡа бер ниндәй ҙә аҡса бүленмәй.
       Ә шул уҡ ваҡытта 2007 йылдың 1 октябренән (федераль исемлектең төбәк сегменты тап ошо датаға тәғәйен билдәле була) алып 2008 йылдың 28 ғинуарына тиклем льготасылар һаны өс меңдән ашыу кешегә артып китте. Ғәмәлдә иһә республикала хәҙер 115788 кеше дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү хоҡуғына эйә. Әммә сумма бит элеккесә ҡала - 562 миллион. Ә субвенцияны арттырыу әлегә бер ниндәй норматив акттар менән дә ҡаралмаған.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2007 йыл йомғаҡтары буйынса программаға анализ бушлай дарыу алыу хоҡуғы менән файҙаланыусы иң күп һанлы льготасылар I-III төркөм инвалидтар булыуын күрһәтте. Улар 998,3 миллион һумға дарыуҙар алды, был ебәрелгән медикаменттарҙың бөтә суммаһының 90,5 процентын тәшкил итте. Уларҙың һәр береһенә уртаса 9454,8 һумлыҡ препараттар бирелде, был 2007 йылға билдәләнгән лимиттан - 4545 һум - ике тапҡырға күберәк.
       Бөгөнгә дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеүҙең бер йүнәлеше генә - ете иң ауыр сир менән яфаланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү - өҙлөкһөҙ эшләй, республикала бындай ауырыуҙар - 1038 кеше. Был препараттар туранан-тура федераль үҙәктән килә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса был категориянан 409 ауырыу 25,6 миллион һумдан ашыуға үҙҙәренә кәрәкле дарыуҙар алды ла инде.
       Әммә билдәләнгән лимит сиктәрендә эшләргә өйрәнеү - был бер. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иҫәпләүенсә, программаны финанслау принциптарын ипкә килтерергә кәрәк - бында РФ бюджетынан субвенцияларҙы арттырыуҙы талап итеп, власть органдары ярҙамға килергә тейеш.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал