6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Саңғы юлы-2008
31.01.08


       2008 йыл февраленең икенсе ял көнөндә бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ һәм бик тә спортсы Рәсәйҙең 142 ҙур һәм бәләкәй ҡалаһы халҡы сираттағы тапҡыр "Рәсәй саңғы юлы-2008"гә сығасаҡ.
       Үҙеңде спортсы, татыу, күңелле илдең бер өлөшө итеп тойоу - был, ысынлап та, ҡәнәғәтлек, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Совет заманындағы "өҫтән ялтырау, аҫтан ҡалтырау"ға һәм таныш- тоношлоҡҡа байҙарҙың ҡарунлығы һәм һауалылығы, ярлыларҙың өмөтһөҙлөккә бирелеүе һәм асыулы булыуы өҫтәлгән дәүләттең бер өлөшө булыуҙан яҡшыраҡ, әлбиттә. Ришүәтселек, бурлыҡ һәм һатлыҡ йәндәр иле - был, килешегеҙ, ытырғаныс. Спорт, сәләмәтлек һәм матурлыҡ - ҡайһылай шәп.
       Ғәҙәттәгесә, был акцияның төп яҡшы яғы - уның масштаблылығы һәм ҡатнашыусыларҙың күплеге. Ил ҙур - ҡолас йәйер урын етерлек. Төрлө яҡтан отчеттар килә: "Рәсәй саңғы юлы-2008"ҙә Омскиҙа 1800 кеше ҡатнашасаҡ", "Камчаткала алты мең кеше йүгерәсәк", "Марий Элда ҡатнашыусылар һаны 40 процентҡа артасаҡ"...
       Күреүебеҙсә, халыҡ күп буласаҡ, тик һауа торошо ғына аяҡ салмаһын.
       Өфөлә күмәкләп ҡарҙы тигеҙләү 9 февралгә тәғәйенләнгән. Ҡалаларҙың күбеһе 10-ында старт аласаҡ, ләкин беҙҙә, бындай акция өсөн шәмбе көнө йәкшәмбегә ҡарағанда ҡулайыраҡ вариант, тип таптылар.
       Был дөрөҫ ҡарар тип уйлайым. Әүҙем хәрәкәттән һуң бигүк яҡшы әҙерлекле булмаған күптәр хәлдән таясаҡ. Шуға күрә эш аҙнаһы алдынан хәл алыу өсөн бер көн ял артыҡ булмаясаҡ.
       Башҡортостан баш ҡалаһы өсөнсө тапҡырына бындай саңғы юлына сыға. Күҙаллауҙар буйынса дистанцияға 25 меңләп кеше сығасаҡ, уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡатнашыусылар һаны кәмендә туғыҙ мең кешегә артығыраҡ булыр тип көтөлә.
       Уңайлы булһын өсөн, аҡыллы традиция буйынса, кешеләрҙең барыһын да бер өйкөмгә йыймаясаҡтар, ә райондар буйынса бүләсәктәр - алыҫ йөрөргә лә тура килмәйәсәк, тығыҙ ҙа булмаясаҡ.
       Орджоникидзе районында кешеләрҙе "Биатлон" спорт- сәләмәтләндереү комплексы ҡабул итәсәк, Октябрь районында - "Ҡашҡаҙан" паркы, Димдә - Баланово парк зонаһы, Калининда - Н.Гастелло исемендәге парк, Совет районында - Ботаника баҡсаһы районындағы Уваров аҡланы, Кировта - "Ҡояшлы" пляжы, Ленин районында "Водник" стадионы районын тигеҙләйәсәктәр.
       Дистанциялар түбәндәгесә бүленәсәк. 1990 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар һәм унан кесерәктәр биш километрға йүгерәсәк. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар 10 километр үтәсәк. 2014 метр - VIP- йүгереү.
       Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, "Рәсәй саңғы юлы-2008" ярыштарында ҡатнашыуға Өфө халҡы врач рөхсәте менән генә индерелә.
       Үҙ дистанцияларында беренсе-алтынсы урындарҙы яулаған спортсылар Рәсәй спорты миҙалдары, дипломдары һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.
       10 километрлыҡ дистанцияла ирҙәрҙән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан иң тәжрибәле (өлкән) спортсы, шулай уҡ иң һөҙөмтәле ғаилә лә (дистанциялағы мәрәйҙәр суммаһы буйынса) Рәсәй спорты наградалары менән билдәләнәсәк. Иң кескәйҙәрҙе лә онотмаясаҡтар.
       Финишҡа тәүге өсәү иҫәбендә килгән һәр спортсыға сувенир тапшырыласаҡ. Был юлы ниңәлер һаранланғандар - ғәҙәттәгесә, һәр береһен бүләкләй алалар бит инде.
       Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе призына "Рәсәй саңғы юлы-2008" Гран-прийы 2008 йылдың 17 февралендә Мәскәү өлкәһендә (Яхрома ҡалаһы, Дмитров районы) үткәреләсәк.
       Өфө ҡала округы район хакимиәттәренең физик культура һәм спорт буйынса комитеттарында мандат комиссиялары сәғәт 10- дан 18 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
       Ярышта ҡатнашыусылар мандат комиссияһына түбәндәге документтарҙы килтерә: паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, врачтан рөхсәт белешмәһе.
       Телефондар. Өфө ҡала округы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты - 279-05-89 һәм 279-05-36. Дим районы спорт комитеты - 221-15-62. Калинин районы спорт комитеты - 263-33-85. Киров районы спорт комитеты - 279-90-47. Ленин районы спорт комитеты - 273-51-63. Октябрь районы спорт комитеты - 237-25-04. Орджоникидзе районы спорт комитеты - 242-87-52. Совет районы спорт комитеты - 272-28-21.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал