6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Бер көндә ике байрам
30.01.08


       Башҡортостандың баш ҡалаһында Поповтар ғаиләһе бар. Улар тап яңы йыл төнөндә бала табыуҙы "ҡағиҙә итеп алғандар". Традиция буйынса улар бөтәһе менән бергә иҫке йылды оҙатырға һәм яңыһын ҡаршыларға өлгөрәләр, ә һуңынан уларҙың бала табыу хәстәрлектәре башлана. Поповтар бала табыу йортона йыйына...
       Беренсе балалары - ҡыҙҙары Ксения 2006 йылдың яңы йыл төнөндә тыуғайны. Һәм бына ике йыл үткәс, 2008 йылдың 1 ғинуарында улдары Иван донъяға килә. Шулай итеп, хәҙер балаларының тыуған көнө бер көндә - 1 ғинуарҙа. Ата-әсәһе - Максим менән Ольга шулай ваҡытты тура килтерергә тырышҡан инде. "Беҙ ике йыл инде Яңы йылды бала табыу йортонда ҡаршылайбыҙ", - тип "зарлана" Максим Попов.
       Ата-әсә, рекордты ҡабатлап, өсөнсөһөн 2009 йылдың 1 ғинуарында табырға йыйынмаймы, тигән һорауыма Ольга: "Юҡ", - тип яуап бирҙе. Дөрөҫ, ғаилә башлығы ҡатынын төҙәтеп: "Уйларбыҙ әле", - тине.
       Поповтар ғаиләһенән тыш, быйыл яңы йыл төнөндә 29 сабый донъяға килде: 13 ҡыҙ һәм 16 малай. 17 ғаиләлә улар - тәүге бала, ун ғаиләлә - икенсе, береһендә - өсөнсө һәм берәүһендә хатта дүртенсе бала. Күреүегеҙсә, баш ҡалала күп балалы ғаиләләр һаны тағы икәүгә артты.
       Нимәһе ҡыҙыҡ, 1 ғинуарҙа тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәләре, башлыса, юғары (40 процент) һәм урта махсус белемле (50 процент). Әсәйҙәре төҙөлөш ойошмаларында, сәнәғәт предприятиеларында, коммерция структураларында эшләй, хеҙмәткәрҙәр, йорт хужабикәләре. Уның ҡарауы, ҡағиҙә булараҡ, атайҙар - шәхси эшҡыуарҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр, хеҙмәткәрҙәр.
       Иҫәбе буйынса туғыҙынсы тапҡырына Яңы йыл төнөндә тыуған сабыйҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы Өфө ҡала округы хакимиәтенә килеүселәр өсөн матур бер байрам булды. Бөтә ерҙә йөрәк формаһында ҡыҙыл шарҙар эленгән, өҫтәлдәрҙә - яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр.
       Шундай өҫтәлдәрҙең береһенә байрамды ойоштороусылар өс ҙур күк төргәк һалған. Сөнки Лиана һәм Венер Миңлеғоловтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс баһадир - Асҡар, Морат һәм Искәндәр донъяға килгән. Күренеп тора, "егеттәр" тынғыһыҙ, ирҙәрсә холоҡло. Ярай әле өләсәйҙәре бар, сиратлап ҡарарға ярҙам итәләр. Бөгөн береһе, иртәгә икенсеһе...
       Венер төҙөлөш фирмаһында менеджер булып эшләй, мөләйем Лиана һөнәре буйынса экономист. Миңлеғоловтар ғаиләһе башлығы әйтеүенсә, ошо хәлдәрҙән һуң ул мөғжизәгә ышана башлаған.
       - Хоҙай беҙгә бер юлы өс ул бирҙе, - ти Венер. - Һуңынан шунда уҡ торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде лә ҡуйҙы, балалар тыуғанға тиклем ул беҙҙең өсөн ҙур проблема булып тора ине...
       Бында, моғайын, бер аҙ аңлатып китеү кәрәктер: һалынған традиция буйынса, өс игеҙәк бала тыуған һәр ғаилә республика Президенты йәки Өфө хакимиәте башлығы ҡулынан фатир асҡысы ала. Бына бөгөн дә тантаналы шарттарҙа Павел Качкаев өс улы тыуған бәхетле ғаиләгә Киров районында өс бүлмәле фатирҙан асҡыс тапшырҙы.
       - Беҙгә - йәш ғаиләләргә күрһәткән ошондай ярҙамы өсөн республика Хөкүмәтенә, шулай уҡ ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерергә теләйем, - тине Венер Миңлеғолов. - Ә беҙ үҙ яғыбыҙҙан балаларыбыҙҙы лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерергә тырышасаҡбыҙ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал