6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Мал-тыуар хаҡында
30.01.08


       Ауыл тормошон яҡшы белеүселәр, республиканың малсылыҡ фермаларында тәртип йомшаҡ, тиҙәр. Ауыл халҡы колхоздан һимертеү өсөн башмаҡ йәки сусҡа балаһы һатып алмаҫҡа тырыша, сөнки улар йә ауырыу булып, насар үҫәсәк, йә хатта үлеп ҡалыуы ла ихтимал. Уларҙы йылы ҡоро фермала түгел, ә тәҙрә быялалары ватылып бөткән, һыуыҡ, бысраҡ иҙәнле ремонтланмаған биналарҙа аҫырағас, нисек һау булһын ти. Тыуғас та уларға һөт урынына ҡатнаш аҙыҡ, ә йыш ҡына хатта серек һалам бирәләр. Сөнки малсылыҡ комплекстарының күп эшсәндәре, колхоз быҙауҙарына яҡшы аҙыҡ биргәс, үҙ малына бер нәмә лә ҡалмай, тип иҫәпләй. Сөнки телһеҙ, етмәһә, дөйөм малдың аҙығын урлау башлыса язаһыҙ ҡаласаҡ, уның ҡарауы, үҙ малҡайҙары өҫтәмә һәм, әйтерең бармы, бушлай калория аласаҡ.
       Мал - мал инде ул. Уның менән шулай мөғәмәлә итәләр. Күптән түгел баҡсаһы Иглин районында булған өлкән йәштәге баҡсасы ҡатын колхоз малын нисек ҡыуыуҙарын һөйләп торҙо. Көтөүлектәр тапалып бөткән, үләне юҡ, әгәр һыйыр үләнле урын табып алып ашарға туҡтаһа, шунда уҡ көтөүсе килеп етеп, малҡайҙы сыбыртҡыһы менән телә-телә һуғып, туҡтап ашарға бирмәй, ҡыуып алып китә. Тиҙерәк фермаға, йәнәһе, көтөүсегә ял итергә кәрәк! Бер ваҡыт уның күҙ алдында бахыр ғына һыйырҙың аяғы күперҙең серегән бүрәнәләре араһына ҡыҫыла. Уның ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы кешеләрҙән бөтә ярҙам әлеге лә баяғы һүгеүгә һәм сыбыртҡы менән туҡмауға ҡайтып ҡала: "Ҡайҙа бараһың, хайуан! Сәнселеп киткере! Һинең арҡала хәҙер күпме шау-шыу буласаҡ! Хайуан!" йәнәһе.
       Бындай факттарҙы аҙым һайын күҙәтергә мөмкин. Ләкин, күрәһең, малсылыҡ яғына ситтән күҙәтеүселәр генә түгел, Башҡортостан Хөкүмәте лә күҙ һалырлыҡ ваҡыт етте. Күптән түгел, БР Хөкүмәте ултырышында "2007-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының малсылыҡты үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу барышы тураһында" мәсьәлә ҡаралды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов һөйләүенсә, һәр муниципаль районда малсылыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Бер йыл элек улар БР Хөкүмәте ултырышында ҡаралды һәм раҫланғайны.
       - Райондар был программаны үҙ аллы эшкәрткәйне, ә беҙ ҡабул иткәйнек, - тине Рафаэль Ибраһим улы. - Был программаларға ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе үҫтереү 2010 йылға 30 процент тәшкил итергә тейеш. Шуға күрә беҙ уға айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ.
       Программаның төп пункттарының береһе булып буш торған малсылыҡ биналарын мал һәм ҡош-ҡорт менән тултырыу тора. Район мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2007 йылда 367 бина өлөшләтә йәки тулыһынса тултырылған. Планлаштырылғандан 28-гә күберәк. Күп райондарҙа был эшкә бик яуаплы ҡаранылар һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Улар араһында Әлшәй, Дүртөйлө, Учалы райондарын атарға мөмкин, унда элек буш торған өсәр-алтышар бина мал һәм ҡош-ҡорт менән тултырылды. Һәр бинаға 200-әр һәм унан күберәк мал тура килә. Ләкин ҡайһы бер райондарҙа бер бинаға 62-шәр генә баш һыйыр малы тура килә. Йәки Мишкә районында - ике бинала 90 баш сусҡа.
       БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов башҡа кире миҫалдар ҙа булыуы хаҡында һөйләне.
       - Ҡағыҙҙа, бөтәһе лә яҡшы, тип яҙып отчет бирәләр. Йәнәһе, буш торған биналар тултырылған. Әммә малдың дөйөм иҫәбе буйынса күрһәткестәр аҙ ғына күтәрелгән, йәки хатта төшкән. Бинаға мал индереүгә индергәндәр, ә мал һаны артырға тейеш бит, ысынында иһә район буйынса кәмеү бара. Мәҫәлән, Мишкә районында бөтә буш торған биналарҙы тултырғандар - 750 баш һыйыр малы, ләкин шул уҡ ваҡытта райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында мал иҫәбе ни бары 22 башҡа артҡан. Әбйәлил районында алты буш торған бинаға 620 баш сусҡа индергәндәр, шул уҡ ваҡытта районда уларҙың һаны 40 башҡа ғына артҡан. Благовар районында буш торған биналарға мал тултырырға уйламайҙар ҙа, һәм һыйыр малын 330 башҡа кәметкәндәр.
       Ғәмәлдә, буш торған биналарҙы тултырыу иҫәбенә мал һанын арттырыу бик түбән. Йыл башына һыйыр малы иҫәбе уҙған йыл кимәленә ҡарата 101 процент тәшкил итһә лә, һандар ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Отчет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, буш торған биналар меңәрләгән баш мал менән тултырыла. Ә ысынбарлыҡта ҡайҙа улар? Республиканың ете районы - һыйыр малын, 12 район - сусҡалар, 15-е йылҡы малы һанын кәметкән.
       - Беҙ урындарға сығып тикшерәсәкбеҙ, - тип иҫкәртте Вахитов, - һәм хөкүмәттең киләһе ултырышына һәр фермалағы, һәр буш торған фермалағы үҙгәрештәргә ентекле анализ әҙерләйәсәкбеҙ.
       Һөт етештереү буйынса республикала күрһәткестәр насар түгел. 2006 йыл менән сағыштырғанда ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынла һөт етештереү 4,5 процентҡа артты. Етештерелгән күләмгә Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Саҡмағош, Ауырғазы райондары иң ҙур өлөш индерә. Уларҙа 25-37 мең тонна һөт һауып алынған.
       Һуйыуға мал һәм ҡош-ҡорт етештереү 2,2 процентҡа артҡан. Иң күп мал һәм ҡош-ҡорт - Стәрлетамаҡ, Благовещен, Өфө, Мәләүез райондарында. Әммә һөт буйынса планды бөтә райондар ҙа үтәһә, ит буйынса күләмде 30 процентҡа тәьмин итә алманылар. Ҡыйғы районында ит етештереү 2006 йыл кимәленә ҡарата 30 процентҡа кәмене. Благовар районында - 20 процентҡа, Ҡалтасы, Мишкә райондарында - 24, Нуриманда - 18, Балаҡатайҙа, Әбйәлилдә - 10 процентҡа.
       - Тоҡомло мал һатып алмаған һәм яһалма тороҡтороу менән шөғөлләнмәгән райондар булғанда һөҙөмтәләр ҡайҙан булһын, - тине Шамил Хөснулла улы. - Балаҡатай районында ни бары 48 баш һыйыр малы һатып алынған, һыйырҙарҙың 30 проценты ғына яһалма тороҡтороу менән солғап алынған. Әбйәлил, Благовар, Ҡалтасы, Ҡыйғы райондары хужалыҡтары бер генә тоҡомло сусҡа ла һатып алманы. Балаҡатай, Благовар, Мишкә, Нуриман райондары бер йылҡы малы ла алманы. Был райондарҙа мал аҙығы базаһын үҫтереү менән дә шөғөлләнмәйҙәр, малсылыҡты механикалаштырыу, бигерәк тә мал аҙығы әҙерләү өсөн техника һатып алынмай. Һөҙөмтә булараҡ, был райондарҙа малдың продуктлылығы түбән.
       Ауыл хужалығы менән иҫкесә шөғөлләнгәс, ниндәй юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп булһын инде. Әгәр йәмәғәт секторында мал аҙығы әҙерләүҙе тәьмин итә алмай һығыҙ икән, халыҡтан продукция һатып алыуҙы тәьмин итегеҙ. Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереүгә кредит алыуҙа әүҙемлеге ҡырҡа үҫте. Халыҡта мал һаны һәм продукция күләме арта. Ләкин ит һәм һөт һатып алыу буйынса эш насар алып барыла. Бөтә республикаға ни бары 47 һөт ҡабул итеү пункты ойошторолған.
       Хөкүмәт был мәсьәләгә етди ҡарай. Ошо айҡанлы ҡабул ителгән ҡарарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентына ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында малсылыҡты үҫтереүҙә етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйған муниципаль район хакимиәте башлыҡтары менән контрактты өҙөү тураһында мәсьәлә ҡуйырға тәҡдим итеп мөрәжәғәт иттеләр.
       Республиканың муниципаль райондар хакимиәттәренә малсылыҡ продукцияһы күләмдәрен арттырыу, программала ҡаралған контроль күрһәткестәрҙе үтәү буйынса йоғонтоло саралар күрергә һәм 2008 йылдың 15 июленә тиклем үтәлеш тураһында мәғлүмәтте БР Хөкүмәте ҡарауына еткерергә тәҡдим ителде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал