6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ағастан скульптура
29.01.08


       Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залында тағы ла кешеләр шул тиклем күп. Өфө рәссамы Ринат Волигамсиҙың шау-шыулы күргәҙмәһенән һуң шаршау ябылыуға - яңынан бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаҫлыҡ экспозиция. Ләкин тәүгеһенән айырмалы рәүештә, ул тик ыңғай, яҡты тойғолар ғына уята.
       Һеҙ бында күнегелгән картиналар һәм полотнолар күрмәҫһегеҙ. Күргәҙмә скульптураға арналған, етмәһә, тик ағастан ғына. Бөтә эштәр - бер рәссам, оҫта, уҡытыусы Николай Калинушиндың ижады. 2008 йылдың 25 ғинуарында уға 60 йәш тулыр ине.
       - Рәссамдар, уйлап ҡараһаң, бәхетле кешеләр. Улар фани донъянан китһә лә, автор тураһында һөйләүҙе дауам иттереүсе эштәре ҡала, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Ирина Оськина. - Николай менән һәр темаға һөйләшеп була ине. Бик талантлы булды, ләкин үҙен йондоҙ тип иҫәпләмәне, бер ваҡытта ла үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйманы. Бына мин уның эштәренә ҡарайым да, ул үҙе лә бында, беҙҙең менән бергә кеүек тойола...
       Күргәҙмәгә музейҙарҙа һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡланған бөтәһе 20-нән ашыу ҙур булмаған ағас скульптура ҡуйылған. Ләкин күргәҙмәне ойоштороусылар - Николай Калинушкиндың уҡыусылары Владимир Лобанов, Руслан Ниғмәтуллин, Радик Хөсәйенов, - ҡайһы бер эштәр рәссамдың оҫтаханаһынан килтерелде, тип әйтеп ҡуйҙы.
       Эштәр тураһында һөйләр алдынан сәнғәт өлкәһендәге тағы бер белгестең фекерен килтерергә булдым. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре, Николай Александровичтың эштәре күләме буйынса бик ҙур булмаһа ла, образы буйынса бик ҡеүәтле, тип билдәләне. Бәләкәй генә статуэткалар монументаль композициялар кеүек тәьҫир ҡалдыра. Был, моғайын, бөтә скульптураларҙың йылы, эшкәртеүгә еңел бирелеүсән, тере материал - ағастан яһалыуынандыр. Шуға күрә уларға ҡарау ғына түгел, ҡул менән ҡағылаһы ла килә.
       Күп эштәре христианлыҡҡа арналған. Был үҙенсә бер Изге Китапҡа иллюстрациялар. Ябай булып тойолған скульптуралар тотош бер тарих битен үҙ эсенә индерә. Композицияға ҡарау менән кәрәкле текст үҙенән-үҙе хәтергә килә. Мәҫәлән, "Әҙәм менән Һауа", "Икар", "Сирин ҡош", "Тәре төшөрөүселәр Дионисий, Андрей Рублев, Феофан Грек" исемле эштәре. Улар ҡуҙғытҡыс билдә, символ кеүек һәм тәрәндән фекер йөрөтөүгә этәргес бирә.
       Ләкин рәссамға кешесә һыҙаттар ҙа ят түгел. Быны "Әсә һәм бала", "Ғаилә", "Икәү" исемле ябай, әммә бик мөләйем композициялар дәлилләй.
       Күргәҙмәгә килеүселәрҙән күп тапҡырҙар, унда авторҙың үҙе барлығы тойола, тип ҡабатлауҙарын ишеттем. Был иҫкәрмә лә нигеҙһеҙ түгелдер, бәлки. Әммә экспозицияны ойоштороусылар уны Калинушкиндың күмер менән яһалған автопортреты, шулай уҡ скульптураһы менән тулыландырған. Танылған тәре төшөрөүселәрҙе Калинушкин тәре өсөн нигеҙ - таҡта менән һынландырһа, үҙен иһә оҙон алъяпҡыс кейҙереп һәм ҡулына сүкеш тоттороп яһаған. Үҙен-үҙе шулай аңлау һәм билдәләүҙе Рязандан күргәҙмәгә килгән скульптор Раиса Лысенина түбәндәгесә аңлатты:
       - Николай төплө кеше, ойоштороусы, рухландырыусы булды. Ул күп скульпторҙарҙы бер төркөмгә берләштереп, Башҡортостан ҡалалары буйлап йөрөнө һәм унда төрлө монументаль композициялар ижад итте. Өфөлә Калинушкиндың мөһим ҡаҙаныштарының береһе булып Еңеү паркындағы яугир- интернационалистарға һәйкәл иҫәпләнә.
       Бөгөн скульптор Николай Калинушкиндың исеме Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй сәнғәтендә лә киң танылыу яуланы. Был тәрән мәғәнәгә эйә, юғары сәнғәт.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал