6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Танкист Силантьевтың тормошонан бер көн
29.01.08


       Советтар Союзы Геройы Иван Матвеевич Силантьевҡа 90 йәш тулыр ине. Ул 1918 йылдың 28 ғинуарында Иглин районындағы бер ауылда тыуған. Крәҫтиән малайы етенсе класты тамамлай. Армияға алынғанға тиклем тракторсылар бригадаһында бригадир була. Яҡшы эшләй, техника менән дуҫлаша, был һуңынан уға армияла бик кәрәк була.
       Иван Силантьевты 1938 йылда танк часына саҡырталар. Бында ла танкист үҙ машинаһы менән дуҫлаша, уны энәһенән ебенә тиклем өйрәнә. Бер ваҡыт иптәштәре менән бәхәсләшеп, күҙҙәре бәйләнгән көйө ҡатмарлы блокты йыя.
       1942 йылдың июнендә танк механик-водителе старшина Иван Силантьев фронтта була. Хәрби машина экипажы менән ул Сталинградтан Будапештҡа тиклем һуғыш юлы буйлап үтә. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 1942 йылда ауыр яралана, ләкин госпиталдән һуң кире сафҡа әйләнеп ҡайта. Танкист дошман техникаһы - "тигр"ҙар менән дә ҡыҙыҡһына, уларҙың йомшаҡ урындарын өйрәнә. Үҙе белеүҙән тыш, иптәштәрен дә дошман машиналарына нисек дөрөҫөрәк атырға өйрәтә.
       Үҙенең төп батырлығын танк механик-водителе гвардия өлкән сержанты Иван Силантьев 1943 йылдың 8 июлендә Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында дошман оборонаһын өҙгән ваҡытта яһай. Бейек уң яҡ ярҙа немецтар көслө оборона тота. Таң атыуға уны өҙөргә тигән приказ була. Төн ҡараңғылығы менән файҙаланып, танк ротаһы Төньяҡ Донец аша сыға һәм, мина яланын үтеп, алға хәрәкәт итә.
       Был алыш, унда гвардия сержанты И.М. Силантьевтың ҡатнашыуы тураһында һуңынан "Правда", "комсомольская правда" гәзиттәрендә яҙып сығалар. Беҙ иһә Иван Матвеевичтың батырлығы тураһында һөйләү өсөн награда битен файҙаланайыҡ:
       "Силантьев 9-сы гвардия танк бригадаһының 2-се танк батальонына 1943 йылдың 15 июнендә килә һәм лейтенант Кадровтың Т-34 танкы механик-водителе итеп тәғәйенләнә... 1943 йылдың 18 июлендә танк батальоны Изюм ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ Тихоцкий районына немец оборонаһын штурмлауға бара.
       Бында, Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында, тәрән, тар соҡорҙар менән йырғысланып бөткән ҙур асыҡ бейеклектә немецтар мина яландары һәм танкка ҡаршы соҡорҙар менән уратып алынған, күп һанлы дзоттар, танкка ҡаршы орудиелар һәм ергә күмелгән танктар менән көслө оборона тота, унан йылғаның түбәнге һыубаҫар туғайы һәм уның эргәһендәге ҡаршы яҡ яр буйы аяуһыҙ утҡа тотола...
       Силантьев, һуғыш яланында оҫта маневр яһап, алға ынтыла. Уның командиры, лейтенант Кадров ике пушкаға ҡаршы тиңһеҙ алыш алып бара. Бер нисә тапҡыр тура атып, тәүҙә береһе, унан икенсеһе сафтан сығарыла. Бына танк ҡаршыһында дзот хасил була. Ул пушканан һәм пулеметтарҙан ут сәсеп, беҙҙең пехотаға баш күтәрергә ирек бирмәй. Силантьев, быны күреп, танкы менән ҙур тиҙлектә дзотҡа барып бәрелә. Дзот емерелә.
       ...Ҡайҙандыр пәйҙә булған немец бронетранспортеры командир атҡан снарядтан һауаға күтәрелә, ә тере ҡалған фашистар ян-яҡҡа ҡаса. Силантьев уларҙы танкы менән тапата- тапата, алға ынтыла...
       Бына тағы бер пушка юҡ ителә, немецтарҙың күҙәтеү пункты блиндаждары емерелә, ләкин алда барыусы танкты күреп ҡалалар. Немец пушкалары уттарын бер танкка төбәй. Снаряд башняға эләгә, танк командиры ауыр яралана, икенсе снаряд моторҙы сафтан сығара, һәм танк туҡтап ҡала. Өлкән сержант Силантьев танкынан сығып, моторҙы ҡарай: мотор аҫтындағы люк аҡтарылып килеп сыҡҡан, юғары көсөргәнешле сым өҙөлгән. Туҡтауһыҙ ут ямғыры аҫтында Силантьев танкты төҙәтеп, яу яланынан алып сыға.
       Уға юлында немец автоматсыларына гранаталар менән ҡаршы тороусы лейтенант Рогалевтың экипажы осрай. Рогалевтың танкы янған, экипаж ағзалары бөтәһе лә яраланған, ә икәүһе - ауыр яралы.
       Ҡурҡыу белмәҫ иптәш Силантьев туҡтай һәм яралы танкистарҙың дүртеһен дә үҙ танкына күсерә. Шул ваҡытта, танкты еңел табыш тип иҫәпләп, немец автоматсылары ян-яҡтан ҡыҫырыҡлап, танкка ташлана. Силантьев ҡапыл танкын кире бора ла автоматсыларҙы гусеницаһы менән иҙә башлай. Ҡобаралары осҡан автоматсылар урманға ташлана, ләкин танк уларҙы ҡыуып етә. Ошо ҙур булмаған алышта ғына өлкән сержант Силантьев үҙ танкы гусеницаһы менән 150-ләп немец автоматсыһын иҙә. Төнләтеп кенә тишкеләнеп бөткән танк үҙ часына әйләнеп ҡайта. Ике көндә танкты ремонтлап, Силантьев ҡабаттан һуғышҡа инә..."
       Советтар Союзы Геройы исеме И.М. Силантьевҡа 1943 йылдың 26 октябрендә бирелә.
       Төньяҡ Донец өсөн иҫтәлекле алыштан һуң Советтар Союзы Геройы Силантьев үҙ танкында тағы меңәрләгән километр фронт юлдарын тигеҙләй. Иван Матвеевич Еңеү көнөн дә үҙенең хәрби машинаһында ҡаршылай.
       Өйөнә, Свердлов исемендәге тыуған колхозына, әйләнеп ҡайтҡас, яңынан тракторға ултыра. Әйтерһең, һуғыш бөтөнләй булмаған. Иглин районының иң яҡшы механизаторы һәм иң бай кешеһе булып китә... Ҡатыны Пелагея менән бергә ун бала тәрбиәләй. Әммә Иван Матвеевич балаларының барыһын да аяҡҡа баҫтырып өлгөрмәй. 1958 йылдың 7 июлендә вафат булып ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал