6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Высоцкий нимә тиер ине?
28.01.08


       Владимир Высоцкий. Уның тураһында беҙ хәҙер нимәләрҙе хәтергә ала алабыҙ? Ул үҙ заманының символы булған, уны "70-се йылдар тауышы" тип йөрөткәндәр. Ул заманда күптәр өсөн ул берҙән-бер кумир булған. Высоцкий дөрөҫөн тура ярып әйтеүҙән ҡурҡмаған. Үҙ йырҙарында һәм шиғырҙарында ул ил проблемаларын сағылдырған, уларҙан сығыу юлдарын табырға маташҡан. Ләкин уны рәсми кимәлдә танымағандар. Һәм уның фажиғәһе тап ошонда.
       25 ғинуарҙа Владимир Семеновичҡа 70 йәш тулыр ине. Моғайын, ул хәҙер уның тураһында шул тиклем күп һөйләүҙәрен, уның ҡатнашлығында фильмдарҙы күрһәтеүҙәрен, радио аша йырҙарын даими тапшырыуҙарын, мәктәптә шиғырҙарын өйрәнеүҙәрен белеп ғәжәп ҡалыр ине. Кем белә, бәлки, ул башҡа заманда йәшәһә, бындай иҫ киткес йырҙар һәм шиғырҙар яҙа алмаған да булыр ине.
       Эйе, уның йырҙарын бөтә ил белгән, ә тауышы башҡа бер тауыш менән дә бутарлыҡ булмаған. Ләкин уны система һәләк иткән. Әгәр уны үҙ ваҡытында таныһалар, шиғырҙарын баҫһалар, Яҙыусылар союзына ҡабул итһәләр, ихтимал, һаулығы ла ҡаҡшамаған булыр ине, Высоцкий тынысыраҡ булыр, оҙағыраҡ йәшәр, тағы ла күберәк яҡшы йырҙар яҙған булыр ине.
       Хәҙер Владимир Высоцкий ғәҙәттән тыш талантлы кеше, театр һәм кино артисы, шағир һәм музыкант булараҡ билдәле. Ләкин тере сағында уны кешеләрҙән йәшерергә, сиктә тоторға маташҡандар. Уға ҡанаттарын йәйергә ирек бирмәгәндәр. Тәбиғи, был уның намыҫына тейгән.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп талантлы кешеләр кеүек, ул үлгәндән һуң ғына рәсми танылыу ала. Бәлки, был бөйөк кешеләрҙең тәҡдирелер? Уның менән бер үк ваҡытта башҡа шағирҙар ҙа йәшәгән, уларҙың шиғырҙары даими баҫылған, китаптарын нәшер итергә ярҙам иткәндәр, ләкин халыҡ уларҙы белмәгән... Бына шундай парадокс.
       Уның вафатына 30 йылға яҡын ваҡыт үтте. Ә уға алмашҡа беҙҙең дәүер символы була алырҙай яңы герой килмәне. Ә беҙгә ундай символ кәрәкме?
       Николай, 24 йәш:
       - Высоцкийҙы мин бала саҡтан беләм, сөнки уны атайым тыңлай торғайны. Бәләкәй саҡтан уның тауышын таныйым. Элек мин уның йырҙарын аңламай торғайным, ләкин хәҙер тыңлайым да, улар миңә шундай яҡын. Әммә хәҙерге йәштәр Высоцкий тураһында онота башланы. Башҡа уның кеүек кеше булмаҫтыр кеүек. Бөтә нәмә, донъя үҙгәрә, тимәк, музыка ла үҫешә, заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр бит.
       Альбина, 25 йәш:
       - Высоцкийҙы мин тыңламайым, ата-әсәйемдәр ҙә тыңламай. Ул хәҙер актуаль түгел. Хәҙер һәр кешенең үҙ кумиры, бөтәһе өсөн дә бер герой кәрәкме икән...
       Алексей, 50 йәш:
       - Высоцкийҙы мин яратам. Уның минең тормошома тәьҫире ҙур булды. Хәҙерге йәштәргә уның кеүек кеше етешмәй. Уның текстары әлеге "фабриканттарҙың" йырҙарына ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡ, дөрөҫөрәк, актуалерәк.
       Ирина, 30 йәш:
       - Высоцкий кеүек автор хәҙер юҡ. Донъя танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Высоцкий тере булып, хәҙерге тормош тураһында уның фекерен тыңлаһаң ине. Ул бик ҡыйыу, үткер кеше булған бит. Беҙгә уның кеүек халыҡ геройы етешмәй.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал