6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хөкүмәттә

Юбилей йылы һәр өлкәлә ныҡлы нигеҙ булдырҙы
28.01.08


       Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Программа мәсьәләһе ҡаралды. БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко "2007 йылда "Башҡортостандың Рәсәй менән берҙәмлегенең 450 йыллығын билдәләгән йылда - социаль үҫештең яңы үрҙәренә (Республикалағы хәл һәм 2007 йылда уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында)" БР Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса комплекслы Программаны үтәү һөҙөмтәләре тураһында" доклад менән сығыш яһаны.
       Евгений Викторович, БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың 2007 йылға социаль-иҡтисади үҫешенең төп маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде, тине. Улар Хөкүмәт һәм дәүләт власы республика органдары эшмәкәрлегенең төп нигеҙе итеп алынды.
       - Комплекслы Программаның төп йүнәлеше булып, һис шикһеҙ, Башҡортостандың Рәсәй менән берҙәмлегенең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреү торҙо, - тине Евтушенко. - Юбилей йылы тантаналы саралары менән генә түгел, шулай уҡ киләсәккә тотороҡло иҡтисади үҫешкә ныҡлы нигеҙ һалыуы менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Республика ил төбәктәре араһында үҙенең алдынғы позицияһын нығытты һәм Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе статусын раҫланы. Республикала бер миллион 850 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.
       Инвестицияларҙың үҫеш темпы буйынса - уҙған йылға ҡарата 130 процент - республика уртаса Рәсәй күрһәткесенән күпкә алға китте. Республика территорияһында хәҙерге заман Рәсәй иҡтисадының иң киҫкен проблемаларының береһе - транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу әүҙем хәл ителде. Иҡтисадтың йылдам темптар менән үҫеше социаль мәсьәләләрҙе ышаныслы хәл итергә булышлыҡ итә. Республиканың социаль өлкәһе юбилей йылында күп функциялы "Конгресс-холл", "Өфө-Арена" универсаль спорт аренаһы, "Аҡбуҙат" ипподромы, "Динамо" стадионы кеүек ҙур объекттар алды. Шуныһы ла мөһим: социаль объекттар республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында ла күп төҙөлдө.
       Комплекслы Программа сараларының бер өлөшө өҫтөнлөклө милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелде.
       "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проекты һөҙөмтәләре буйынса республика илдең иң яҡшы төбәктәре иҫәбенә инде. Хөкүмәт ауыл хужалығы етештереүсеһенә дәүләт ярҙамы механизмдарын камиллаштырыуҙы дауам итә. 2006-2007 йылдарҙа өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә 6,2 миллиард һумға 8531 кредит бирелде.
       "Рәсәй граждандарына - уңайлы һәм арзан торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ өлкәһендә күп кенә норматив хоҡуҡи акттар ҡабул ителде. "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" ҡушма программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2007 йылда БР бюджетынан 185 миллион һум һәм федераль бюджеттан 55 миллион һум аҡса бүленде.
       "2010 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү һәм ауылда торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү маҡсатында республика Хөкүмәте программа сараларын финанслауға Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә 275 миллион һум, федераль бюджеттан 242 миллион һум аҡса бүләсәк.
       "Һаулыҡ һаҡлау" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика һәм район-ара махсуслашҡан консультация-диагностика үҙәктәре, дауаханалар, поликлиникалар һәм фельдшер-акушер пункттары реконструкцияланды һәм өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Былтыр республиканың дауалау учреждениеларына 400 миллион һумлыҡ 544 берәмек диагностик ҡорамал килде. Ашығыс медицина ярҙамы машиналары паркы 134 автомобилгә яңырҙы, шул иҫәптән яңы тыуған сабыйҙар өсөн ике реанимобиль алынды. Участка звеноһы врачтарының уртаса эш хаҡы - 19 мең 800 һумға, шәфҡәт туташтарының 10 мең 500 һумға етте. Башҡортостанда йәшәүсе өлкән йәштәге граждандарҙың медицина, медик- психологик, медик-социаль проблемаларын хәл итеү маҡсатында комплекслы программа сиктәрендә 2008-2012 йылдарға "Өлкән йәштәгеләрҙең һаулығы" Республика маҡсатлы программаһы раҫланды.
       Республиканың "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы юғары һөҙөмтәләре ХI Рәсәй мәғариф форумында һәм 2006-2007 йылдарҙа "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә еңеүсе Белем биреү учреждениелары етәкселәре форумында билдәләнде. БР Мәғариф министрлығы "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн" дипломы менән наградланды. Республиканың 20 эксперимент майҙансығы "Белем биреүҙә инноватика" I Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты итеп танылды һәм "Рәсәй мәғарифы ынйыһы - 2007" кубогы менән наградланды. Милли проект сиктәрендә бер йыл эсендә 38 белем биреү учреждениеһы төҙөлдө һәм реконструкцияланды, шул иҫәптән 18-е -- яңы. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙәге һәр унынсы мәктәп Башҡортостанда индерелә.
       Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында БР Президенты Указы менән "Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы" тигән Почетлы исем булдырыу тураһында Положение раҫланды.
       - Юбилей йылында башҡарылған бөтә ҙур эштәр республиканың социаль-иҡтисади үҫешен артабан тотороҡландырыу һәм быйылғы Ғаиләгә социаль ярҙам йылы мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырҙы, - тип тамамланы сығышын Евтушенко.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал