6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Рәсәйлеләр һайлауҙарға барасаҡ
27.02.04


       Йәмәғәт һорауҙары күрһәтеүенсә, рәсәйлеләрҙең күпселеге 1 4 март көнө үтәсәк РФ Президентын һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнаш асаҡ.
       Һәр хәлдә бирелгән һорауҙарға 1600 рәсәйлеләнең ыңғай яуа п биреүе тап ошо хаҡта һөйләй. Юрий Левада етәкселегендәге "ВЦИОМ -А" Аналитик хеҙмәте үткәргән һорау һөҙөмтәләре буйын са, респонденттарҙың 71 процентын киләһе һайлауҙар ҙур ҡыҙы ҡһыныу тыуҙыра, сөнки 14 марттан һуң тормош ҡырҡы ыңғай яҡҡа
       үҙгәрәсәк. Бының тап ошолай булырына 42 процент ышана. Әгә р һайлауҙар был йәкшәмбе көнө үтһә, һайлау участкаларына рес понденттарҙың 48 проценты мотлаҡ килер , ә 19 проценты килер гә тырышыр ине. Бынан шундай һығымта яһарға була: һайлауҙар күсерелгән осраҡта ла һайлаусыларҙың талап ителгән проценты
       тулған булыр ине.
       Әйткәндәй, һайлауҙарға битараф граждандар ни бары 10 про цент ҡына тәшкил итте. Бындай хәлдең сәбәптәре төрлө: кемде р сәйәсәткә бөтөнләй ҡыҫылмай, ә кемдер һайлау участкаһынан йыраҡ йәшәй, бәғзеләр кем өсөн тауыш бирәсәктәрен хәл итмәгә н, икенселәре иһә сәйәсәттән арыған. Әммә бындай яуап биреүс еләр, әйтеүебеҙсә, бик аҙ.
       Аналиик хеҙмәттең "Ә һеҙ кем өсөн тауыш бирер инегеҙ" ти гән һорауына 1600 кешенең 79 проценты Владимир Путин, 4-һе Серегй Глазьев өсөн тауыш бирәсәген белдерҙе. Николай Харито новты Президент итеп халыҡтың 2 проценты күрергә теләй. Пре зидент креслоһына дәғүә итеүсе башҡа кандидаттар ни бары бе рәр процент тауыш йыйҙы.
       Әлбиттә, был яуаптарҙы ысын хәлде тулыһынса сағылдыра тиеп
       ҡарарға ярамай. Ни өсөн тигәндә, был, беренсенән, һорау ғын а, икенсенән, үҙҙәренең кем өсөн тауыш бирерҙәрен һорауҙа ҡа таншыусыларҙың 39 проценты ғына ныҡлы белә. Ҡалғандарҙан 33 процент "шулай булар, әгәр ҙә бер -бер хәл килеп тыумаһа" ти п иҫәпләй, 28 проценты иһә үҙенең дөрөҫ тауыш бирәсәгенә шик ләнә.
       Әммә бында бер ҙә ҡурҡыныс нимә юҡ. Президент кем булырын хәл итеүгә әле аҙ булһа ла, ваҡыт бар бит әле.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал