6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Фил дә, һыу үгеҙе лә түгел, ә һыуытҡыста йәшәй
25.01.08


       Йомаҡ ҡоям, йәгеҙ сисеп ҡарағыҙ: Америкала улар 260, Англияла - 70, Германияла - 30, ә Рәсәйҙә әлегә ни бары етәү. Уның ҡарауы, уларҙың береһе, иң ҡеүәтлеһе, Өфө дәүләт авиация техник университетында. Ул ун тонна тирәһе тарта һәм махсус йыһазландырылған бинала урынлаштырылған. Юҡ, фил дә, һыу үгеҙе лә, йәки башҡа берәй төрлө хайуан йә самолет, хатта йыһан карабы тураһында ла һүҙ бармай. Эш шунда, ӨДАТУ-ҙа суперкомпьютер барлыҡҡа килде. Ул ысынлап та бик ауыр һәм тотош бер аудиторияны биләй. Ул урынлаштырылған бинала шау-шыу һәм һалҡынса. Ә был бинаға суперкомпьютерға үтеү хоҡуғы булған кешеләр оҙатыуында ғына эләгергә мөмкин. Ишеккә бармаҡ эҙҙәрен үҙендә ҡалдырыусы махсус йоҙаҡ ҡуйылған.
       Был суперкомпьютер нимә өсөн кәрәк, тип һорарһығыҙ һеҙ. Уның барлыҡҡа килеүе белем биреү системаһында алға ҙур аҙым булды. Ул ӨДАТУ-ға заман талаптарына яуап бирерлек күберәк белгестәр әҙерләргә ярҙам итәсәк. Һәм был бик мөһим, кадрҙар етешмәү бөгөн илебеҙҙә информацион технологияларҙы һәм инновацияларҙы үҫтереү өсөн төп ҡаршылыҡ булып тора бит.
       Авиация университеты суперкомпьютеры Рәсәйҙә етенсе (бәхетле һан) һәм белем биреү учреждениеһында ҡуйылған икенсе ошондай кимәлдәге компьютер. Уның уникаллеге нимәлә һуң? Беҙгә ғорурланырлыҡ урын бар. Рәсәйҙең башҡа суперкомпьютерҙары менән сағыштырғанда ул бик ыҡсым (әгәр быны шулай тип әйтеп булһа). Ул алты монтаж шкафына (ҙур һыуытҡыстар ҙурлығындағы) һыйған, уларҙа серверҙары менән шассиҙар, идара итеү узелдары һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау селтәре урынлашҡан. Аналогтары менән сағыштырғанда уның ауырлығы бәләкәйерәк, энергияны күпкә аҙыраҡ ҡуллана.
       Суперкомпьютер арҡаһында авиация университетын тамамлаусылар хәҙерге заман ҡорамалдары менән эшләүгә күпкә әҙерлеклерәк сығарыласаҡ һәм, эҙемтә булараҡ, хеҙмәт баҙарында нығыраҡ талап ителәсәк. Был иҫәпләп сығарыу системаһы - иң заманса технологиялар ҡушылмаһы.
       Әйткәндәй, суперкомпьютерҙы урынлаштырыр алдынан университетта бинаны әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды. Әле суперкомпьютер уҡыу корпусының икенсе ҡатында урынлаштырылған. Ҡорамалдың хеҙмәт итеү срогын оҙайтыу өсөн бинаны биҙәгәндә файҙаланыу процесында саң бүлеп сығармаусы махсус япмалар ҡулланылған. Шулай уҡ иҙәнгә лә махсус япма түшәлгән. Бүлмәне дөйөм яҡтыртыу ҙа ҡорамалды һаҡлауҙы иҫәпкә алып проектланған.
       Суперкомпьютер төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ышаныслы һаҡланған. Уға янғын ҡурҡыныс түгел, сөнки ул газ ярҙамында янғын һүндереү автоматик системаһы менән йыһазландырылған. Бинаға һаҡ сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы үткәрелгән. Суперкомпьютерҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн тирә-яҡ мөхит параметрҙары контролдә тотола. Бөтә параметрҙарҙың киҫкен үҙгәреүе тураһында иҫәпләп сығарыу системаһы администраторҙары шунда уҡ электрон почта буйынса һәм кеҫә телефондарына SMS формаһында белдереү ала.
       Был "мөғжизә" күпме тора һуң? Дөйөм хаҡын әйтеп бирә алмайым. Әммә шуныһы билдәле: суперкомпьютерҙы, кәрәкле инфраструктураны төҙөүгә һәм бинаны ҡулайлаштырыуға төп средстволарҙы ӨДАТУ, былтыр "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй инновацион белем биреү программалары конкурсы еңеүселәренең береһе булараҡ, федераль бюджеттан алды. Был 130 миллион һум тирәһе.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал