6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Тормош сәскәләре өсөн баҡсалар
25.01.08


       Шулай бер ваҡыт Өфө райондарының береһенең һалым инспекцияһы бинаһына индем дә гранит иҙәндәр буйлап атлап уҙҙым, мәрмәр стеналарға, шулай уҡ мәрмәр менән биҙәлгән мөһабәт колонналарға ҡарап торҙом да: "Ә ҡасандыр бында балалар баҡсаһы ине бит!" - тип уйланым.
       Мин уйҙарымдан артабан китә алмаһам да, Өфө етәкселеге һәм баш ҡала төҙөүселәре башта уйҙан һүҙҙәргә, һуңынан һүҙҙән эшкә күсте. Бөтә балалар баҡсаларын балаларға ҡайтарып бирергә ҡарар иттеләр һәм хәҙер ошо ҡарарҙы тормошҡа ашыралар.
       Башҡортостан Республикаһында быйылғы йыл - Ғаиләгә социаль ярҙам йылы. Йыл темаһы һәм балалар баҡсаларын үҙ тәғәйенләнеше буйынса ҡайтарып биреү бер-береһенә бик тә тап килә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары төҙөү һәм уларҙы капиталь ремонтлау барышы тураһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов һәм ҡала капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров һөйләй.
       - Йыл Октябрь районында балиғ булмаған үҫмерҙәр өсөн ваҡытлыса тороу социаль-реабилитация үҙәге асыуҙан башланасаҡ, - тип билдәләй Мөниров. - Ул әҙер ҙә инде, хәҙер ҡорамалдар һәм мебель менән комплектлау бара. Рәсми асыу, моғайын, февраль айында үткәрелер
       - Быйыл реконструкциянан һуң "Дуҫлыҡ" балалар пульмонологик шифаханаһы асыласаҡ, - тип һөйләне Хәлимов. - Ул матур урында, Зорге урамында урынлашҡан. Был шифахана Ш. Руставели һәм Калинин урамдарындағы ике балалар баҡсаһында урынлашҡайны. Хәҙер ул берләштереләсәк. Һөҙөмтәлә бер юлы ике мәсьәлә хәл ителә - беренсенән, беҙ яңы нормалар менән бина тапшырабыҙ, икенсенән, балалар баҡсаһы биналарын бушатабыҙ, уларҙы ҡайтарып биреп, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланасаҡбыҙ.
       Балалар баҡсаларына күберәк иғтибар биреләсәк. 1 сентябргә тиклем дүрт балалар баҡсаһы асыласаҡ.
       Октябрь районындағы "Сипайлово-5" биҫтәһендә һигеҙ төркөмгә яңы балалар баҡсаһы эшләй башлаясаҡ.
       - Капиталь ремонттан һуң Октябрь проспекты, 37/4 адресы буйынса балалар баҡсаһы ҡайтарып биреләсәк. Был бинала Совет районының мәғариф идаралығы урынлашҡайны, - тип хәбәр итте Хәлимов. - Беҙ уны күсерҙек, үҙгәртеп ҡороуҙы, иң элек, үҙеңдән башларға кәрәк бит. Мәғариф идаралығына килгән кешеләрҙең: "Бына һеҙ балалар баҡсаһы бинаһын биләнегеҙ ҙә, мин баламды урынлаштыра алмайым!" - тип дәғүә белдереүе нигеҙле ине. Хәҙер унда ҡайтанан балалар баҡсаһы буласаҡ. Дөрөҫ, элекке кеүек 12 төркөмгә түгел, ә 11 төркөмгә. Яңы нормалар буйынса балалар баҡсаларында мотлаҡ бейеү залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр булырға тейеш. Хәҙер унда биҙәү эштәре алып барыла.
       Черниковка урамында (79/3 йорт) 12 төркөмлөк балалар баҡсаһы асыла. Унда төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәр башҡарылған, инженер селтәрҙәре үткәрелгән, эске биҙәү эштәре алып барыла. Шаҡша биҫтәһендә дүрт төркөмгә балалар баҡсаһында эштәр Ҡала көнөнә тамамланыр, моғайын.
       - Тағы биш балалар баҡсаһында эштәр дауам иттерелә. Иртыш, Сеченов урамдарында һәм Дим-8 биҫтәһендә яңылары төҙөлә. Димдә йәштәр күп, шуға күрә унда балалар баҡсаһы мотлаҡ кәрәк. Быйыл уҡ стеналары ултыртыласаҡ, тик биҙәү эштәрен өлгөрмәҫбеҙ, бәлки, - тине Мөниров. - Ш.Руставели урамындағы әле пульмосанаторий урынлашҡан 151-се балалар баҡсаһы капиталь ремонтҡа ябыласаҡ. Унан балаларҙы яңы санаторийға күсергәс, яңы йылға ремонтлап бөтөрөргә тырышырбыҙ. Тағы бер балалар баҡсаһын тартып аласаҡбыҙ - Менделеев урамындағы 248-се балалар баҡсаһын, әле унда арендаторҙар ултыра.
       Өс яңы балалар баҡсаһы төҙөү проекты эшләнә. Тағы өсәүһен ҡайтарып биреү маҡсатында капиталь ремонт һәм реконструкция үткәреү планлаштырыла..
       Йылына кәмендә алты балалар баҡсаһы - Өфө төҙөүселәренең пландары шундай, һәм улар был бурысты үтәргә тырышасаҡ.
       Ғаиләгә социаль ярҙам йылында балалар яһалма япмалы һәм тренажер-гимнастика комплекстары менән ете универсаль спорт майҙансығы, Суворов урамындағы 98-се урта мәктәптең спорт майҙансығында ябыҡ спортзал бинаһы аласаҡ. Ҡаланың Ленин һәм Орджоникидзе райондарында ике спорт комплексы проектын төҙөй башлаясаҡтар. Уларҙың береһе, "Йүрүҙән" сауҙа комплексы артындағыһы, ихтимал, бассейн менән булыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал