6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡорт һандуғасы
24.01.08


       23 ғинуарҙа башҡорт йырсыһы, режиссер, педагог Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллиндың тыуған көнө булды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисын халыҡ илаһи тауышы һәм юғары оҫталығы өсөн "башҡорт һандуғасы" тип йөрөтә.
       Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ижади һәләте сығанаҡтарын Башҡортостандың халыҡ артисы, педагог Мәжит Алкин уның бала сағы менән бәйләй. Мәғәфүр 1915 йылдың 23 ғинуарында Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында тыуған. "Иглин районы халыҡ таланттарына, йырҙарға, әкиәттәргә, риүәйәттәргә бай. Мәғәфүрҙең әсәһе лә бик моңло тауышлы була. Наҙан, әммә тәрән аҡыллы ҡатын халыҡ ижадын - әкиәттәрҙе һәм йырҙарҙы күп белеүе менән еңелдән булмаған тормошҡа үҙенсә бер йәм өҫтәй. Бәләкәй Мәғәфүр әсәһенең йырҙарына иғтибар менән ҡолаҡ һала, һәр яңы йырҙы отоп алырға тырыша. Былар башҡорт далалары кеүек йә сикһеҙ киң, йә Башҡортостандағы ихтилалдар башлыҡтарының батырлыҡтары хаҡында героик, йә хыялланып һәм өмөтләнеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында нескә лирикалы йырҙар була. Шулай итеп, буласаҡ йырсының тәүге музыкаль тәьҫораттары туранан-тура халыҡ ижадынан килә, һәм был һуңынан Хисмәтуллиндың ижадына хас башҡорт йыр башланғысын тәрән тойоуҙа сағыла", - тип яҙа Мәжит Алкин.
       Ауыл малайы Мәғәфүр Башҡортостан сәнғәт техникумында уҡыуҙы уңышлы тамамлай һәм Баймаҡ колхоз-совхоз театры актеры булып китә.
       1936 йылда Хисмәтуллинды Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһының вокал бүлексәһенә ҡабул итәләр. Был артист тормошондағы иң мөһим дәүерҙәрҙең береһе була. Ҙур сәнғәт оҫталары ул саҡта Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек буласаҡ халыҡ артистарының талантын ҙур теләк менән, яратып шымарта.
       1939 йылда артистың үҙ тыуған ерендә, хәҙер инде Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булараҡ, уңышлы ижад юлы башлана. 1982 йылға тиклем Хисмәтуллин ошо театр сәхнәһендә сығыш яһай. Ул 60-ҡа яҡын лирик, трагик, комик пландағы опера партиялары башҡара. Улар араһында Арлекин (Р.Леонкавалло, "Паяцы"), Бомелий (Н.А. Римский-Корсаков, "Батша кәләше" - "Царская невеста") һәм башҡалар. Шулай ҙа башҡорт музыка театры тарихына Мәғәфүр Хисмәтулла улы иң элек башҡорт композиторҙары операларында сағыу образдар тыуҙырыусы булараҡ инә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен телгә алайыҡ. "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһынан Яппар, "Шәүрә" операһынан Көбәк тархан, Ғәйнулла ("Ағиҙел тулҡындары"), Таһир ("Замандаштар"), Фәхри ("Һаҡмар"), Шүлгән ("Аҡбуҙат"), Шатморат ("Ҡарлуғас"). Салауат ролен башҡарыу халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың триумфы була.
       Мәжит Алкин был ваҡиғаны бына нисек баһалай: "Заһир Исмәғилев операһынан Салауат образы - Хисмәтуллиндың иң ҙур ҡаҙанышы. Был ролде башҡарыуға ул өлгөргән оҫта булып килде. Композиторҙың фекерен буяуҙар байлығы, вокал башҡарыу киңлеге һәм йөкмәткелеге менән сағылдыра алып, тәүге тапҡыр милли батырыбыҙҙың сағыу сәхнә тибын булдырып, унда азатлыҡ, үҙ халҡына һөйөү көсөн асып биреп, Хисмәтуллин Салауат образының тәрән халыҡсанлығын күрһәтә алды. Былар барыһы ла артисты опера сәхнәһендә был ҡатмарлы партияны иң яҡшы башҡарыусы тип иҫәпләргә нигеҙ бирә. Салауат партияһы йырсының репертуарына шул тиклем ныҡлы инде, оҙаҡ йылдар буйына ул был ролде берҙән-бер башҡарыусы булды".
       1969 йылда Хисмәтуллиндың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булыуы уны Салауат ролен башҡарыусы булараҡ баһалауҙа йомғаҡлау аккорды булды.
       Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы М.Х. Хисмәтуллиндың концерт репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары бик күп. Яратҡан йырҙарының береһе - "Азамат". Баймаҡ районына экспедицияға барған ваҡытта был йырҙы Мәғәфүр Хисмәтулла улының 30-сы йылдарҙа Темәс ауылында кемдәндер түгел, ә буласаҡ ҡатыны Сөйөмбикә Күлебаеванан яҙҙырып алыуын белеп хайран ҡалдым.
       М.Х. Хисмәтуллин "Азамат" йырын яратты, уны йыш башҡарҙы. Был йыр радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал