6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Башҡортостанда ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн барыһы ла эшләнә
23.01.08


       Барыһы ла 2005 йылда илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янауы арта барыуын аңлауҙан башланды. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләменең тотороҡло кәмей барыуы һәм уларҙы импорт менән алмаштырыу һиҙелмәйенсә үтмәне. Илдең үҙ-үҙен туҡландыра алмаясағы аңлашылды.
       2005 йылдың сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" проектын өҫтөнлөклө милли проекттар иҫәбенә индереүе тураһында иғлан итеүе был янауға яуап булып торҙо. Уның төп маҡсаты булып бөтөнләй икенсе технологик кимәлгә сығыу, шулай уҡ хужалыҡты заманса алып барыу нигеҙҙәрен булдырыу торҙо.
       Был Рәсәй агросәнәғәт комплексында күптән көтөлгән үҙгәрештәрҙең тәүге ҡарлуғасы булды. Башҡортостанға килгәндә, уның өсөн агросекторҙы үҫтереү һәр ваҡыт үҙенсә бер "милли проект" булып торҙо. Шуға күрә шул уҡ йылдың декабрендә Республика Йортонда ауыл хужалығы өлкәһендә бизнес-пландарҙы презентациялау үткәрелде. БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарауына туғыҙ миллиард һумдан ашыу суммаға 20-гә яҡын эре проект оҙатылды; республиканың һәр районында проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн персональ яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. Эш башланды.
       Бөгөн, ошо ваҡиғаларҙан һуң ике йыл үткәс, ҡайһы бер йомғаҡтар яһарға мөмкин. Башҡортостан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре иҫәбендә, милли проектты тормошҡа ашырыуҙың маҡсатлы күрһәткестәре буйынса йөкләмәләр алды. Республика аграрийҙары уларҙы үтәй алдымы?
       Был һорауға яуап биреү өсөн Башҡортостанда "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" өҫтөнлөклө милли проекты өс йүнәлеш буйынса ғәмәлгә ашырылыуын иҫебеҙгә төшөрәйек: "Малсылыҡты тиҙләтелгән үҫтереү", "Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙе стимуллаштырыу" һәм "Ауылда йәш белгестәрҙе (йәки уларҙың ғаиләләрен) торлаҡ менән тәьмин итеү".
       Беренсе йүнәлештән, атап әйткәндә, малсылыҡтан башлайыҡ. Ни өсөн үҫемлекселек түгел, ә малсылыҡ өҫтөнлөклө итеп һайланған? Донъя практикаһынан күренеүенсә, ауыл хужалығы үҫешкән илдәрҙә ауыл хужалығы производствоһының ҙур өлөшө малсылыҡҡа тура килә. Тармаҡ, ҙур ғына күләмдә үҫемлекселек продукцияһын ҡулланып, үҙенсәлекле бер локомотив булып тора. Тап шуға күрә малсылыҡты тиҙләтелгән үҫтереү "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа төп акцент булып торҙо. Мәҫәлән, 2007 йылда республикабыҙ һөт етештереүҙе - 4,5, итте - ете процентҡа арттырырға йөкләмә алды. Был йөкләмәләр үтәлгәнме һуң?
       - Һис шикһеҙ, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. - Бөтә төп күрһәткестәр буйынса тотороҡло үҫеш тәьмин ителде - 2007 йылда республикала 2,25 миллион тонна һөт, 413 мең тонна ит, 1160 тонна балыҡ етештерелде.
       Бындай һандарға нисек өлгәшелде һуң? Беренсенән, кредит ресурстарын алыу мөмкинлеге киңәйеүе арҡаһында. Мәҫәлән, 2006 йылда малсылыҡты үҫтереүгә 1,7 миллиард һум кредит бирелһә, 2007 йылда - 2,4 миллиард һум. Әйтергә кәрәк, был кредит биреү шарттары бик ылыҡтырғыс. Мәҫәлән, малсылыҡ комплекстары төҙөүгә һәм уларҙы модернизациялауға кредиттар буйынса процент ставкаһы өстән ике өлөшкә федераль бюджеттан субсидиялана һәм һигеҙ йылға бирелә.
       Шуға күрә лә Башҡортостанда эре малсылыҡ фермаларын үҫтереү айырыуса уңышлы алып барыла. 2006 йылдан алып бөтәһе 20 ошондай объект төҙөлдө, уларҙың 17-һе тулыһынса файҙаланыуға тапшырылды. Беренселәрҙән булып 1280 баш малға иҫәпләнгән - "Байрамғол", 1200 - "Артемида", 1140 - "Нерал", 850 баш малға "Алексеевка" агрофирмаһы комплекстары сафҡа инде.
       Бындай комплекстарҙы файҙаланғанда ниндәй күрһәткестәр айырыуса мөһим һуң? Әлбиттә, малға генетик талап. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда Башҡортостан аграрийҙары 18,3 мең баш һыйыр малы, 4,3 мең баш сусҡа, 3,6 мең һарыҡ, 499 баш йылҡы малы һәм 112 мең тауыҡ себеше һатып алды. Тап ситтән килтерелгән мал ауыл хужалығы малдарының генетик потенциалын яҡшыртыуға булышлыҡ итә бит.
       Ғөмүмән, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында бөтә категория хужалыҡтарҙа һыйыр малы һаны тотороҡланыу ғына түгел, ә артты ла. 2007 йыл аҙағына һыйыр малы иҫәбе 1,7 миллион башҡа етте. Бынан тыш, республикала ит малсылығы менән генә түгел, "тиҙ өлгөрөүсе" тармаҡтар - сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡто үҫтереү менән дә әүҙем шөғөлләнә башланылар.
       Ләкин әгәр "Малсылыҡты тиҙләтелгән үҫтереү" башлыса ҙур хужалыҡтар һәм хатта агрохолдингтар төҙөүҙе талап итһә, милли проекттың икенсе йүнәлеше - ваҡ ярҙамсы һәм крәҫтиән- фермер хужалыҡтарына ярҙам. Бында ҡапма-ҡаршылыҡ юҡмы һуң - бер яҡтан, эре малсылыҡ үҙәктәрен үҫтереү тулы көскө барһа, икенсе яҡтан, аҙ средстволы ваҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға һәм фермерҙарға ярҙам? Һис улай түгел. Эре хужалыҡтар продукцияның төп күләмен етештерһә, ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм фермерҙар, баҙар хәлен шунда уҡ һиҙеп алып, ҡулланыусылар талабының үҙгәреүенә йүнәлеш тота.
       Бөгөн республикала ваҡ ярҙамсы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә һуң? Беренсенән, уларға кредит биреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Мәҫәлән, бындай кредиттар буйынса процент ставкаларының 95 проценты федераль бюджеттан субсидиялана, ҡалғанын урындарҙа түләп бөтөрөргә тейештәр. Ә был шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға банк кредиттары өсөн өҫтәп түләргә тура килмәйәсәк, йәғни улар "процентһыҙ" буласаҡ, тигән һүҙ. Ә ҙур хужалыҡтар үҙҙәрен фермер итеп яҙҙырырға ҡыҙыҡмаһын өсөн кредит күләме өс миллион һумдан ашмай.
       "Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙе стимуллаштырыу" йүнәлеше буйынса бөтәһе 2006 йылда - 1,1 миллиард һумға яҡын, 2007 йылда 900 миллион һумдан ашыу кредит ресурстары бүленде. Был һөҙөмтәлә асыҡ күренде - 2007 йылға ауыл халҡы етештергән продукция күләме 2005 йыл кимәленә ҡарата 3,8 процентҡа артты. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың иҫәбе лә артты - бөгөн республикала 4799 крәҫтиән (фермер) һәм 573 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡтар эшләй.
       Ауылда ҡулланыусылар кооперативтары ойошторолоуын да телгә алып китергә кәрәктер. Бөгөнгө көнгә республикала 59 ошондай ойошма эшләй, шул иҫәптән 26-һы - әҙерләү, тәьмин итеү һәм һатыу кооперативтары. Улар ни өсөн кәрәк һуң? Башлыса, халыҡтан артыҡ ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу өсөн.
       Ахыр килеп, милли проекттың өсөнсө "тармағы" - ауылда йәш белгестәрҙе (уларҙың ғаиләләрен) арзан торлаҡ менән тәьмин итеү. Билдәле булыуынса, беҙҙең төбәктә халыҡтың 40 проценттан ашыуы ауыл ерендә йәшәй. Тап шуға күрә лә ауылда социаль төҙөлөшкә республика ҙур средстволар һала. Мәҫәлән, проект башланғандан алып Башҡортостанда 42 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. 2006-2007 йылдарҙа был йүнәлеш буйынса программала 1696 йәш ғаиләгә һәм белгескә ҡатнашырға тура килде.
       Хәҙер, "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" проекты башланғандан алып ике йыл үткәндән һуң, 2006 йылда күп скептиктарға тормошҡа ашмаҫлыҡ булып тойолған, планлаштырылған рубеждарға өлгәшелде, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Тимәк, яҡындағы йылдарға төҙөлгән пландарға ла ирешелер.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал