6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Приставтар яңыса эшләйәсәк
23.01.08


       Бөгөн суд приставтары хеҙмәте ҙур үҙгәрештәр алдында тора. Бер нисә көндән, 2008 йылдың 1 февралендә "Суд ҡарарҙарын бойомға ашырыу производствоһы тураһында" Федераль закон үҙ көсөнә инәсәк. Дөйөм алғанда, приставтар күберәк хоҡуҡтар аласаҡ. Уларҙың эшендә, тәғәйен алғанда, нимә үҙгәрәсәге һәм был ҡалғандарының эшендә нисек сағыласағы тураһында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Зәйҙуллин һөйләй.
       - Ришат Рәниф улы, был законды ҡабул итеү зарурлығы ҡайҙан?
       - Суд приставтары хеҙмәте ойошторолғандан алып беҙ 1997 йылда көскә ингән "Суд приставтары тураһында"ғы закон сиктәрендә эшләйбеҙ. Әлбиттә, 10 йыл эсендә ул ныҡ иҫкерҙе, хәҙерге заман тормош реалийҙарына яуап бирмәй башланы. Шуға күрә лә яңы закон эшкәртеү зарурлығы күптән тыуҙы.
       - Закон, аңлашылыуынса, суд акттарын үтәү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән. Уны эшкәртеүселәр быға нимә иҫәбенә өлгәшергә уйлай?
       - Иң элек, хоҡуҡтарыбыҙ ярайһы уҡ киңәйтеләсәк. Мәҫәлән, суд приставы талаптарын үтәмәгән өсөн штраф арттырылды. Тартып алынған милекте баһалау һәм һатыу буйынса яңы положениелар эшләнде. Пристав-башҡарыусы хаҡы 30 мең һумдан ашмаған мөлкәтте генә баһалай ала. Законға тартып алынған мөлкәттең хаҡын төшөрөү һәм ҡабаттан һатыу буйынса положениелар ҙа индерелгән. Бер ай һатылмай ятһа - хаҡ 15 процентҡа, ике айҙан 25 процентҡа төшөрөлә. 500 мең һумдан ҡиммәтерәк һәр мөлкәт аукцион формаһында асыҡ сауҙа үткәреү юлы менән генә һатыласаҡ.
       - Башҡортостан Идаралығы етәкселеге һәр ваҡыт, хеҙмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе - алимент түләмәүселәр менән көрәш, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Яңы закон көскә инеү менән был өлкәлә нимә үҙгәрә?
       - Енәйәт кодексының алимент түләмәгән өсөн яуаплылыҡты ҡараусы 157-се статьяһы тулыһынса суд приставтары хеҙмәте тикшереүенә күсә. Элек бындай енәйәт эштәрен тикшереү менән милиция шөғөлләнде, 1 февралдән эске эштәр органдары уларҙы беҙгә тапшыра. Был шулай уҡ Енәйәт кодексының 177-се "Кредитор бурысын түләүҙән яуыз ниәттә баш тартыу" статьяһына ла ҡағыла.
       - Йәғни был ике статья буйынса енәйәт эштәрен тик суд приставтары хеҙмәте генә ҡараясаҡмы?
       - Эйе.
       - Тимәк, ул хоҡуҡ һаҡлау структураһы статусы аласаҡмы?
       - Асылда иһә, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын сикләү, суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәтеү, суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү, физик көс һәм махсус саралар ҡулланыу кеүек хоҡуҡтарға эйә булған хеҙмәт күптән инде хоҡуҡ һаҡлау органы булып тора. Әммә был статус беҙгә закон менән нығытылмаған. Хәҙерге ваҡытта ярашлы проект парламентҡа ҡарауға бирелгән, һәм беҙ, 2008 йылда мең ярым тирәһе федераль закондар ҡабул итергә вәғәҙә иткән хәҙерге саҡырылыш Дәүләт Думаһы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте тураһында закон да ҡабул итер, тип ышанабыҙ.
       - Ышанғас, был һеҙҙең өсөн уңайлы, тимәк?
       - Әлбиттә. Беренсе сиратта, хеҙмәткәрҙәребеҙгә социаль пакет, төрлө льготаларға һәм компенсацияларға хоҡуҡ бирелеүе яғынан.
       - Ә бөгөн улар, әйтәйек, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре кеүек, тейешле йылдар эшләү пенсияһына китә алмаймы?
       - Юҡ. Уларға бирелгән берҙән-бер өҫтөнлөк - үҙ вазифауи бурыстарын үтәгәндә ғүмерен һәм һаулығын страховкалау.
       - Вәкәләттәр киңәйеү менән суд приставтары хеҙмәте штатын арттырыу талап ителерме?
       - Штат берәмеге артыҡ киңәймәйәсәк. Ул ил президенты указы буйынса ғына арттырыла. Быға тиклем өс йыл рәттән хеҙмәт өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр алыу менән тулыландырылды. Хәҙер президент ошондай указға ҡул ҡуя тигән хәбәр ишетелмәй. Тәүтикшереүселәргә килгәндә, уларҙың бурыстары хеҙмәттең һәр территориаль подразделениеһының әлеге хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтеләсәк.
       - Приставтарҙың эше былай ҙа норманан бер нисә тапҡырға ашып китә бит. Эш күләме тағы ла артһа, нисек эшләрһегеҙ?
       - Эш күләме арта барыуына ҡаршы экстенсив - штат берәмеген арттырыу юлы менән түгел, ә интенсив алым менән көрәшеү бурысы тора. Беренсе сиратта, был башҡарыу производствоһын мәғлүмәтләштереү, эш урындарын компьютерлаштырыу, төрлө органдар менән электрон бәйләнеш ойоштороу. Хәҙерге көндә беҙ Һаҡлыҡ банкы, Пенсия фонды, Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, һалым инспекцияһы менән ошондай режимда эшләйбеҙ. Электрон документтар әйләнеше - ул ваҡыт талабы. Элеккесә эшләһәк, беҙ билдәләнгән ваҡытта өлгөрә алмаясаҡбыҙ.
       - Приставтар бурыслыларға ҡаршы ниндәй алымдар менән көрәшә?
       - Был юҫыҡта, мәҫәлән, беҙҙең идаралыҡ менән РФ Федераль хөкөмдәрҙең үтәлешен тәьмин итеү хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы араһында килешеүҙе билдәләргә мөмкин. Был документҡа ярашлы, холоҡ төҙәтеү учреждениеларында өҫтөнлөклө тәртиптә бурыстары булған тотҡондарҙы эшкә урынлаштыралар. Улар билдәле бер килем ала, уның бер өлөшө түләтеүсе файҙаһына күсерелә. Әйтер инем, килешеү реаль эшләй.
       - Яҡын арала приставтар эшенең ниндәй ҙә булһа яңы "традицион булмаған" алымдары көтөләме?
       - Юҡтыр, моғайын. Әлеге мәлдә беҙҙең алда яңы федераль законды үҙләштереү бурысы тора. Февралгә тиклем ҡалған ваҡытта киң масштабта приставтарҙың уҡыуҙары үтәсәк. Аҙаҡтан имтихан алып, ике көнлөк уҡыу семинарҙары үкәреләсәк. Беҙ үҙ эшебеҙҙәге бындай етди үҙгәрештәр менән тәүге тапҡыр осрашабыҙ һәм уны намыҫ менән үтәп сығырға тейешбеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал