6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Донъя баҙарына юл ярып
22.01.08


       Поляктарға - башҡорт араҡыһы, немецтарға - башҡорт балы, мәскәүҙәргә - Башҡортостанда һимертелгән бавар үгеҙҙәре, ә башҡорттарға - яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм малсылыҡтағы голланд технологиялары, шулай уҡ ауыл торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн кредиттар һәм йогурттар етештереү буйынса яңы линиялар. Башҡортостандың Берлинда "Йәшел аҙна-2008" 73-сө халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу һөҙөмтәләре ҡыҫҡаса бына шулар.
       Быйыл 17 ғинуарҙан 27-һенә тиклем "Мессе Берлин" күргәҙмә комплексы донъяның 70 иленең агросәнәғәт секторындағы ҡаҙаныштарын күрһәтеү майҙансығына әйләнде. Рәсәй ҙә ситтә ҡалманы: илебеҙҙең 30 субъекты алты мең квадрат метрлыҡ айырым павильонды биләне. Донъя аҙыҡ-түлек баҙарында Рәсәйҙең был етди белдереүе. Әгәр 15 йыл элек кенә Рәсәй агросәнәғәт комплексының бөтә ҡаҙаныштары был күргәҙмәлә 20 квадратҡа һыйһа, хәҙер инде алты мең метр ҙа аҙыраҡ. Мәҫәлән, беҙҙең республикаға 90 квадрат метр ғына бүленде. Был майҙанда нимә генә күрһәтергә мөмкин инде? Төбәктең агросәнәғәт ҡеүәтен һүрәтләгән стенд, ике предприятие - "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте һәм "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы продукцияһы, милли аштарҙан "Пышка" компанияһы төркөмө ауыҙ иттерҙе. Беҙҙең майҙансыҡты шығырым тулы халыҡ уратып алды. Рәсәй ауыл хужалығы министры Алексей Гордеевҡа һәм Германияның ошондай уҡ ведомствоһы вәкилдәренә башҡорт стендын ҡарау өсөн халыҡ араһынан йырып үтергә тура килде. Ул аңлашыла ла: республика экспозицияһында төйәгебеҙ продукцияһын ҡарау ғына түгел, тәмләп ҡарарға ла мөмкин булды. Немецтар башҡорт балын һәм араҡыһын ҙур ҡәнәғәтлек менән тәмләп ҡараны, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле бейеүҙәре һәм ҡурай моңо аҫтында милли аш-һыуҙан да ауыҙ иттеләр.
       "Башҡортостанда яһалған" тигән бренд менән бөтә нәмә: "бал" үҙәгенең 100-ҙән артыҡ атама менән - традицион балдан алып уның нигеҙендә әҙерләнгән косметикаға тиклем - продукцияһы, "Башспирт" акционерҙар йәмғиәтенең ликер- араҡы изделиелары йылдам үтте. Ә башҡорт бейеүселәре менән ҡурайсылары бөтә павильондан тамашасыларҙы үҙенә йыйҙы. Музыка башланыу менән сәнғәт һөйөүселәр беҙгә табан ағылды.
       Ләкин республика йырҙары менән генә алдырмай.
       Уның иҡтисады тотороҡло булһын өсөн төрлө тармаҡтарҙың үҫешеүе кәрәк. Беренсе сиратта - ауыл хужалығы, төйәгебеҙ ҙә аграр төбәк тип иҫәпләнә бит. Республика илдә иген, һөт һәм ит етештереү буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Ләкин әгәр төбәк етәкселеге яғынан байтаҡ инвестициялар һалынмаһа һәм аграр сәйәсәт оҫта ҡоролмаһа, бында юғары күрһәткестәргә өлгәшеп булмаҫ ине. Ә республика бюджеты башлыса социаль бит, тимәк, инвестициялар ситтән йәлеп ителергә тейеш. Ярай, төбәктәге инвестицион климат - Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда илдә иң уңышлыларҙың береһе. Беҙгә ышаналар, беҙҙең менән эшләргә теләйҙәр. Мәҫәлән, бөгөнгө көнгә республиканың бер аграр тармағында ғына көнбайыш фирмалары ҡатнашлығында бер нисә инвестиция проекты бойомға ашырыла. Был, башлыса, эре малсылыҡ комплекстары төҙөү һәм реконструкциялау буйынса проекттар. Мәҫәлән, яҡындағы ике йылда 18 ауыл хужалығы объекты төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 400 миллион евро тәшкил итәсәк. Аҡса Францияның Nucleus компанияһы менән берлектә сусҡасылыҡ комплексын реконструкциялауға, һөтсөлөк комплексы төҙөп, Dairu Master (Голландия) фирмаһы ҡорамалдары килтереүгә йүнәлтелде.
       Бынан тыш, республикала Австрияның AVL List GmbH фирмаһы менән берлектә урта класлы универсаль тәгәрмәсле трактор етештереүҙе ойоштороу буйынса ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
       Ә киләсәктә уртаҡ проекттар өҫтәләсәк. Был күргәҙмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов яңы проекттар буйынса бер нисә һөйләшеүҙәр алып барҙы. Мәҫәлән, нидерландтар һөтсөлөк малсылығы, сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ өлкәһендә проект үткәрергә планлаштыра. Һүҙ бында, айырым алғанда, малдың һәм ҡош-ҡорттоң сәләмәтлеген яҡшыртырға булышлыҡ итеүсе технологиялар тураһында бара.
       Рәсәй ауыл хужалығы банкы Башҡортостанда ҡыҙыҡ бер проект бойомға ашырмаҡсы. Һүҙ бында ауылда торлаҡ-комуналь хужалыҡ предприятиелары өсөн яңы кредит линияһы асыу тураһында бара. Аҡса ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеүгә биреләсәк. Кредиттың срогы - биш йыл, проценттар - йылына 12-14.
       Апитерапия үҙәге Германияның сертификация компанияһы менән берлектә башҡорт балына тест үткәрергә, ә сертификат алғандан һуң татлы продуктты Европа баҙарҙарына ла сығарырға йыйына, ә "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ продукцияһын Польшаның ликер-араҡы заводтарында етештерергә планлаштыра. Бынан тыш, мәскәүҙәр Башҡортостанда бавар үгеҙҙәрен үҫтерергә тигән тәҡдим менән сыҡты, һуңынан улар Рәсәй баш ҡалаһы халҡына ит итеп оҙатыласаҡ.
       Былар Көнбайыш һәм Рәсәй партнерҙары тәҡдим иткән проекттарҙың Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ бер нисәүһе генә әле. Былар барыһы ла республика, бөтә Рәсәй кеүек үк, Европа аҙыҡ-түлек баҙарында етди уйынсыға әйләнеүе тураһында һөйләй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал