6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Сәйәси спорт
21.01.08


       Беҙҙең төбәктә физкультураны һәм спортты үҫтереү - сәйәси әһәмиәттәге мәсьәлә. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2007 йылғы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә был йүнәлештәргә бер нисә генә юлдар бүленгән, әммә төп бурыстарҙы билдәләгән был наҡыҫ юлдар һөҙөмтәлә беҙҙең ҙур һәм кәрәкле эштәребеҙгә әүерелә.
       Спорт объекттарын төҙөүҙән башлайыҡ - был ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ төп күрһәткестәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа үҙәкләштерелгән капитал һалыуҙар иҫәбенә райондарҙа һәм ҡалаларҙа тиҫтәләгән физкультура- сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлдө. Ә 2007 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһындағы төп объекттар - "Өфө-Арена" һәм "Аҡбуҙат" ипподромын төҙөү тамамланды.
       Хәҙер инде хоккей командаларын яңы матур боҙ һарайында ҡабул итеү оят түгел. "Өфө-Арена" иҫке Спорт һарайы менән сағыштырғанда - "ер менән күк араһы" - ҡунаҡҡа килгән хоккейсылар яңы спорт ҡоролмаһы тураһында тап шулай ти. Легендар ҡапҡасы Владислав Третьяк: "Беҙҙең заманда бындай ареналар тураһында беҙ хыяллана ғына торғайныҡ", - тип билдәләне.
       "Аҡбуҙат" - төрлө ат ярыштары үткәрергә мөмкин булған ҙур бер комплекс, шулай уҡ заманса биш төр ярыш буйынса яңы чемпиондар тәрбиәләү мөмкинлеге лә бар. Донъяның яртыһын урап сыҡҡан, спорттың был төрө буйынса иң яҡшы спортсыбыҙ Рөстәм Сабирхузин был ипподром айҡанлы тотош бер тирада һөйләп ташланы.
       - Төҙөлгән комплексҡа ҡарата - бер ниндәй дәғүә юҡ. Ниндәйҙер ваҡ-төйәк етешһеҙлектәр бар икән - уларҙы бөтә башҡарылған эштәр фонында күрмәйһең дә. 12 урынлыҡ бына тигән тир, атыу өсөн махсус ҡоролмалар, фехтование менән яҡшы зал - аппаратура, балаҫтар. Ат манежы инде иҫ киткес! Халыҡ-ара стандарттар кимәлендә! Бөтәһе лә бар - япмаһы ла, юлдары ла. Хәҙер күнекмәгә барғы килеп кенә тора. Элек иҫке һыуыҡ манежға һыбай йөрөүгә кәрәк булғанға ғына барыла ине. Бик ҙур эштәр башҡарылған. Юбилейға ҡарата шул тиклем күп төҙөлгән. Мин тағы ла үҙ ҡарашымдан сығып һүҙ йөрөтәм инде. Беҙҙең үҙ базабыҙ бар. "Динамо"ла ике бассейн һәм йүгереү манежы бар. Төҙөлгән инфраструктураны, яңы юлдарҙы иҫәпкә алғанда, бер нөктәнән икенсеһенә тиҙ барып етергә мөмкин. Уңайлы - Мәскәүҙә йәки Ростовтағы кеүек түгел инде. Рәсәйҙә сборҙарҙы был ҡалаларҙа түгел, ә тап Өфөлә үткәреү яҡшыраҡ булыр ине, тип иҫәпләйем. Аҡбуҙат" комплексы үҙе тыштан ҡарағанда иҫ киткес матур. Мин күп ипподромдарҙы күрҙем, ләкин беҙҙеке - иң яҡшыларҙың береһе. Ул хатта Көнбайыштағы күп кенә ошондай уҡ ҡоролмаларҙан һис ҡалышмай.
       Алға тағы бер ҙур аҙым - "Динамо" спорт комплексын тулыһынса тапшырыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Хәҙер унда ваҡ-төйәк кәмселектәр бөтөрөлә, етмәгән ҡорамалдар һатып алына.
       2007 йылда шулай уҡ Өфөлә Театр урамында уҡыу-спорт комплексы (хәҙер унда Башҡорт дәүләт медуниверситеты спортзалы буласаҡ), Октябрьскийҙа Девон урамында Спорт һарайына төкәтмә, Белоретта спорт-сәләмәтләндереү комплексы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы эргәһендә физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, баш ҡалала Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлөштәре алып барылғайны. Был объекттарҙы 2008 йылда төҙөп бөтөрөп, файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип көтөлә.
       2007 йылда нимәләр тамамланды һуң? Нефтекамала яһалма боҙ менән ябыҡ каток, ул урындағы "Торос" хоккей клубының йорт стадионы булды.Салауат ҡалаһында спорт-концерт комплексының беренсе сираты (уны асырға билдәле фигуристар килде).
       2007 йылда Сибайҙа, Ҡырмыҫҡалыла, Баймаҡта физкультура- сәләмәтләндереү комплекстары, Өфөнөң Октябрь районында грек-рим көрәше һәм милли көрәш менән шөғөлләнеүселәр өсөн яңы махсуслаштырылған комплекс тапшырылды.
       Республикала тағы нимә төҙөргә кәрәк? Яһалма боҙ менән яңы ябыҡ катоктар төҙөүҙе дауам итергә. Быға ихтыяж бар, һәм уны, мотлаҡ, ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
       Мөрәжәғәтнамәләге киләһе мөһим йүнәлеш - Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттарында, Олимпиада һәм Паралимпия уйындарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсыларҙы яҡлау. Бында спорттың олимпиада һәм милли төрҙәре буйынса ойошторолған мәктәптәргә айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләнде.
       Был пункттарҙы тормошҡа ашырыу яғынан да барыһы ла яҡшы бара. Иң яҡшы атлеттарыбыҙ кәрәк булғандың барыһын да ала, әлегә бер нәмәгә лә зарланмай, юғары урындар яулап, киләһе бейеклектәргә әҙерләнеүен дауам итә, гәзитебеҙ был турала даими хәбәр итеп тора.
       Спорт мәктәптәрендә эшһөйәр кәңәшсе-тәрбиәселәребеҙ күңел һалып, ихлас эшләй. Атлеттар йәштәрҙән өлкәндәр төркөмөнә күскәндә генә етди проблема килеп тыуа. Профессиональ командалар тренерҙары һәм менеджерҙары, һөҙөмтә артынан ҡыуып, йыш ҡына урындағы һәләтле тәрбиәләнеүселәр хаҡында онота һәм ситтән бик ҡиммәткә оҫталар саҡырта. Был һәләтле атлеттарҙың перспективаһына бик ныҡ аяҡ сала, уларҙы спортсы булараҡ үҫеш стимулынан мәхрүм итә.
       Етмәһә, баҫым яһап әйтәм, һөҙөмтәләр юҡ - һуңғы ваҡытта клубтарыбыҙҙың береһе лә чемпионат миҙалдары йәки етди һәм абруйлы турнирҙарҙа еңеүҙәр менән маҡтана алмай. Тимәк, миллиондар елгә оса, ә резерв әҙерләү юҡҡа сыға, тигән һүҙ. Шуның менән бәйле, урындағы, үҙ мәктәп тәрбиәләнеүселәренә ысын мәғәнәһендә етди, иғтибарлы ҡараған менеджмент һайларға кәрәк.
       Мөрәжәғәтнамәлә шулай уҡ, көрәш спортын популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк, тип яҙылған. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә республика баш ҡалаһында билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты үткәрелгәйне, унда Башҡортостан спортсылары 15 мөмкинлектән алты алтын миҙал яулағайны. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, был ҙур еңеү балаларға көрәш буйынса мәктәптәргә һәм секцияларға барып яҙылыу өсөн стимул булып торорға тейеш ине.
       Ысынлап та, Башҡортостанда көрәш үҫешә. 2007 юбилей йылында ла спорттың был төрөн үҫтереү туҡтап ҡалманы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 2008 йылдың 16 ғинуарындағы үҙ Указы менән"Башҡортостан Республикаһында 2008-2012 йылдарға милли көрәште үҫтереү" республика маҡсатлы программаһын раҫланы.
       Был программа сиктәрендә юғары квалификациялы спортсыларҙы профессиональ әҙерләү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырыу күҙ уңында тотола. Халыҡ араһында милли көрәш спортын киң үҫтереү буйынса физкультура- сәләмәтләндереү һәм спорт технологиялары индереләсәк, көрәшсе спортсылар әҙерләүҙең алдынғы спорт-методик һәм медик-биологик технологиялары ҡулланыласаҡ.
       Өфөлә спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса Һарай төҙөү планлаштырыла, уның базаһында республика милли көрәш үҙәге төҙөләсәк. Унда өс келәмгә ярышыу залы, тамашасылар өсөн трибуналар, күнекмә залдары, дөйөм һәм махсус физик әҙерлек залдары, туҡланыу һәм медик-биологик аяҡҡа баҫыу блоктары, йыйылыштар залы, шулай уҡ уҡыу-күнекмә һәм методик сборҙарҙа ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу өсөн ҡунаҡхана урын аласаҡ.
       Программаны финанслау күләме 14,7 миллион һум тирәһе тәшкил итәсәк (БР бюджеты - 12,2 миллион, федераль бюджет 2,5 миллион һум бүләсәк). Өҫтәмә рәүештә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанс средстволары йәлеп итеү планлаштырыла.
       Дөйөм алғанда, Башҡортостан элеккесә спорт республикаһы булып ҡаласаҡ. "БАШвестЪ" хәбәрселәренең һорау алыуына яуаптарҙан күренеүенсә, төрлө йәштәге кешеләребеҙ эштән буш ваҡыттарында төрлөсә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә ваҡыт бүлә. Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы күренеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал