6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Себерҙән пленэрҙан
18.01.08


       Рәссамдарға үҙ эштәрен Аксаков йорт-музейына ҡуйыу - улар өсөн ҙур хөрмәт. Боронғо архитектура ҡоролмаһы үҙенә ярашлы - классик, тикшерелгән, элитар эштәр ҡуйыуҙы ла талап итә. Йорттоң эске биҙәлеш гармонияһын һәм стилен боҙмаһын өсөн. Евгений Винокуров менән Рәмил Миһрановтың картиналары тап шундайҙарҙан. Ошо көндәрҙә был рәссамдарҙың күргәҙмәһе Аксаков йорт-музейында асылды.
       Ике авторҙы дуҫлыҡ ҡына түгел, ә былтырҙан алып ижад итеү өсөн бер үк тема ла берләштерә. Өфөнөң был рәссамдары "АРТ- Тобольск-2007" III Халыҡ-ара фестиваль-пленэрында ҡатнашты. Был сәфәр һөҙөмтәләре тураһында рәссамдарҙың эштәре генә түгел, оҫталар үҙҙәре лә һөйләй.
       Рәмил Миһранов:
       - Тобольскиға барып ҡайтыуым менән мин Евгений Александровичҡа бурыслымын. Был фестивалдә ҡатнашырға ул миңә тәҡдим итте. Әлбиттә, мин риза булдым. Йыйыныу күп ваҡытты алманы, һәм Себерҙең боронғо баш ҡалаһына беҙ икәүләп машина менән юлға сыҡтыҡ.
       Евгений Винокуров:
       - Тобольскиға Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 20-нән ашыу рәссам килгәйне. Нижневартовскиҙан һәм Ҡурғандан, Ханты- Мансийскиҙан һәм Новосибирскиҙан, Мытищиҙан һәм Төмәндән рәссамдар һәм графиктар менән бергә иңгә-иң терәшеп эшләнек. Хатта Польшанан да ҡунаҡ булды. Тобольскиҙа бөтәһе өс аҙнаға яҡын булдыҡ.
       - Фестиваль-пленэр рәссамдарҙың асыҡ һауала эшләүен күҙ уңында тотҡайнымы?
       Рәмил Миһранов:
       - Эйе. Шулай ҙа арт-проектта ҡатнашыусылар өсөн ҡаланың иҫке өлөшөндә, тау аҫтында оҫтаханалар ҙа ҡаралғайны. Студия урынлашҡан кирбес йорттоң ҙур тәҙрәләренән Раштыуа сиркәүе күренеп тора ине. Тобольск - ул бик күп матур сиркәүҙәр, монастырҙар һәм мәсеттәр менән ҡала, ҡаланың аҙ ҡатлы йорттары өҫтөнән улар айырылып күренеп тора. Бынан тыш, түбәнге ҡаланың һәр нөктәһенән Кремль яҡшы күренә.
       Евгений Винокуров:
       - Беҙ сиркәү тантанаһы - Тәреләр күтәреп йөрөүгә һәм зәп- зәңгәр аяҙ күккә йөҙ аҡ күгәрсенде осороу кеүек онотолмаҫлыҡ мәлгә шаһит булдыҡ. Күгәрсендәр шунда уҡ төрлө яҡҡа осоп китте, тик берәүһе генә тороп ҡалды. Өйөрөлөп бер аҙ осҡас, күгәрсен концерт барған сәхнәгә килеп ултырҙы. Ниндәй генә музыка яңғырамаһын, ул башҡаса осоп китмәне, башҡарыусылар араһында ғорур атлап йөрөнө. Мин быны юғарынан билдә булараҡ ҡабул иттем.
       Өфөләге күргәҙмәлә Винокуров был боронғо рус ҡалаһында ҡасандыр "Конек-Горбунок"тың авторы Петр Ершов йәшәүе йоғонтоһо аҫтында яҙылған картиналарын ҡуйған. Шуға күрә лә "Балыҡ-кит", "Ҡайын тауыҡ", "Алма ат" һүрәттәре, "Тобольск ғибәҙәтханалары" триптихы шул тиклем матур китап иллюстрацияларына оҡшаған. Бәлки, шуға күрәлер ҙә уның картиналары яҡты, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
       Ә рәссам Рәмил Ғимрановты, мәҫәлән, Тобольскиҙа Пушкин урамындағы иҫке мәсеттең Крестовоздвиженский сиркәүе менән күрше булыуы ҡыҙыҡһындырған. Абрам йылғаһы аша күперҙән береһе - ай урағы, икенсеһе тәре менән ике манара ла яҡшы күренә, ти Рәмил. "1754 йылғы Михайло-Архангел сиркәүе", "Ҡыңғырау тауышы", "ХIХ быуат мәсете" һәм тәьҫирләндерерлек "Ямғырҙан һуң" картинаһы тамашасыларҙы Тобольск халҡының толерантлығына ышандыра.
       Рәмил Миһранов:
       - Тобольскиҙа тарихи архитектура ҡомартҡыларына ҙур иғтибар бирелә - уларҙы реконструкциялауға бюджеттан аҡса бүленә. Әммә ҡала халҡының тормошон яҡшыртаһы бар әле. Был проблема "Һүнә барыусы ҡала" һәм "Ҡыйыш ҡапҡалар" картиналарында сағылыш тапҡан.
       Евгений Винокуров:
       - Автобуста беҙ күп кешеләрҙең башҡорт һәм татар телендә һөйләшеүен ишетеп хайран ҡалдыҡ. Баҡһаң, Тобольскиҙа тотош бер диаспоралар икән. Шуға күрә ҡайһы берҙә бер ергә лә китмәгәнбеҙ кеүек тойолдо. Һуңыраҡ "Тобольск мотивтары" күргәҙмәһенә Рәмилдең "Эҫем йылғаһы өҫтөндә", "Инйәр", "Бала саҡ ауылы", "Шихан" кеүек Башҡортостан тәбиғәтенә арналған эштәрен дә ҡуйыу идеяһы тыуҙы.
       - Тағы ла Тобольскиға барырға уйлайһығыҙмы?
       - Мотлаҡ. Яҙ булырмы был, әллә көҙмө, быныһы мөһим түгел. Әммә боронғо ҡала беҙҙе саҡыра.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал