6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Билдәһеҙ Геройҙар юҡ
17.01.08


       "Бер кем дә онотолмаған. Бер нәмә лә онотолмаған" тигән тапҡыр һүҙҙәр Советтар Союзы Геройҙарына ҡарата ла әйтелә. Өфөлә "Башҡортостандың данлы улдары" тигән дүрт китап сыҡты. Уларҙа Башҡортостандан Геройҙар тураһында барыһы ла әйтелгән. Өфөләге Еңеү паркында гранит плиталарҙа уларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙып мәңгеләштерелгән.
       Ләкин биографиялары Башҡортостан менән бәйләнгән яңы Советтар Союзы Геройҙарының фамилиялары килеп сыға. Мәҫәлән, "Башҡортостандың данлы улдары" дүрт томлығында Советтар Союзы Геройы Өфөлә тыуып үҫкән Алексей Александрович Асеевтың фамилияһы юҡ. Бының сәбәбе - һуғышҡа тиклем уның Красноярскиҙа йәшәүендә һәм шунан Ҡыҙыл Армияға алыныуында.
       Дәүләкән районынан Иван Евдокимович Гриб та оҙаҡ ваҡыт Башҡортостан Геройҙары сафында үҙ урынын тапмай. Ул Ҡыҙыл Армияға Алтайҙан, Бийск ҡалаһынан, китә.
       Һуңғы йылдарҙа элек "билдәһеҙ булған" Геройҙар Стәрлетамаҡтан Василий Кузьмин, Дәүләкән районынан Иван Голубничий, Өфө районынан Петр Днепров табылды.
       Һуңғыһы тураһында беҙ, бик аҙ билдәле булған биографик мәғлүмәттәрен файҙаланып, ентекләберәк һөйләмәксебеҙ. Бының өсөн сәбәп бар. Петр Алексеевич Днепров 1919 йылдың 16 ғинуарында беҙҙең менән күрше Татарстандың Мөслим районы Островка ауылында тыуған. Күңеле менән романтик рус егете Урта Азия геология тресында топограф булып эшләй, ил буйлап гиҙә. Ул күп нәмәне күрергә, танып белергә теләй. Башҡортостанда ла була. Ҡыҙыл Армияға алыныр алдынан, ә уны 1939 йылда саҡыралар, бер аҙ ваҡыт Өфө районы колхоздарының береһендә эшләй. Ҡайһында икәнлеге әлегә билдәһеҙ.
       "Уларҙың батырлыҡтары үлемһеҙ. 1941-1945" исемле капиталь хеҙмәткә хәҙер тормошо Башҡортостан менән бәйләнгән Днепров тураһында биографик белешмә лә индерелеү сәбәпле, бер аҙ уның үҙе тураһында һөйләп ҡарайыҡ. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан, ул танкистар мәктәбен тамамлай. Танк батальоны командиры урынбаҫары капитан Днепров 1941 йылда фашистар менән үлемесле алышҡа инә.
       Петр Алексеевич Днепров 1945 йылдың 14-18 ғинуарында Польша территорияһындағы һуғыштарҙа айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ул танк бригадаһының алда барыусы отряды разведкаһына етәкселек итә. Дошманға һиҙҙермәҫтән ул Пилица йылғаһына сыға һәм кисеү табып, бригада частарының йылға аша сығыуын тәьмин итә. Лович ҡалаһына бәреп инә һәм Баура йылғаһы аша мина һалынған күперҙе дошманға шартлатырға бирмәй, уны баҫып ала.
       1945 йылдың 27 февралендә Башҡортостанда хеҙмәт сынығыуы алған Петр Алексеевич Днепровҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Майор П.А. Днепров Ватан һуғышынан һуң запасҡа ҡайтарыла. Ул Мәскәүҙә йәшәй. Һуңғы көндәренә тиклем эшләй. 1974 йылдың 23 июлендә фани донъянан китә.
       Ә һеҙ Башҡортостандан Рәсәй Геройҙары тураһында берәй нәмә беләһегеҙме? Был исемгә лайыҡ булған 800 кешенән 20- нән ашыуы беҙҙең яҡ менән бәйләнгән. Ләкин әлегә улар һәм уларҙың батырлығы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә юҡ. Тимәк, "Бер кем дә онотолмаған. Бер нәмә лә онотолмаған" тигән антыбыҙҙан юлдар әлегә асыҡ ҡала, тигән һүҙ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал