6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

Еңеүселәр икенсе булмай!
17.01.08


       Был ваҡиғаны беҙ барыбыҙ ҙа көтөп алдыҡ. Ҡатнашыусылар - башлап яҙыусы журналистар тулҡынланды, уларға ҡушылып уҡыусылар борсолдо, ә яңыларҙың һәләттәрен профессиональ ҡәләм оҫталары баһаланы. Еңеүселәрҙең исемдәре сер итеп тотолдо. Сер шаршауы Рәсәй матбуғаты көнөн байрам иткәндә асылды. Тап ошо тантаналы сарала иң һәләтле йәш журналистарҙы - "Яңы һүҙ" республика конкурсында еңеүселәрҙе наградларға ҡарар ителде.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, "Яңы һүҙ" йәш журналистар конкурсы БР Президенты матбуғат хеҙмәте һәм Башҡортостан Журналистар союзы ярҙамында республиканың төп гәзит һәм журнал редакциялары тарафынан ойошторолдо. Конкурста башлап яҙыусы журналистар ғына түгел, шулай уҡ филология, гуманитар, иҡтисад факультеттары студенттары, мәктәп уҡыусылары һәм профессиональ журналист булырға, абруйлы баҫмаларҙа эшләргә ынтылыусылар ҙа ҡатнашты. Ҡатнашыусылар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Октябрьский, Нефтекама, Бөрө ҡалаларынан һәм республика райондарынан кешеләр булды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтә эштәре лә беҙҙең гәзит сайтында "Яңы һүҙ" конкурсы битендә баҫылды.
       Абруйлы жюри составына республиканың төп гәзит- журналдары редакторҙары, БР Президентының матбуғат хеҙмәте, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзы етәкселәре инде. Ләкин кемдең еңеүсе булырын жюри ағзалары ғына хәл итмәне. Хөрмәтле уҡыусылар, конкурс нәтижәһенә һеҙ үҙегеҙ ҙә йоғонто яһай алдығыҙ. Бының өсөн интернет-тауыш биреүҙә ҡатнашырға - оҡшаған автор өсөн үҙ тауышығыҙҙы бирергә кәрәк ине. Уҡыусылар симпатияһы призына эйә булыусыны беҙ шулай билдәләнек.
       Ә хәҙер һөҙөмтәләргә күсәйек. Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, беренсе урынды бер кемгә лә бирмәҫкә ҡарар иттеләр. Күрәһең, бының менән талапсан судьялар ҡатнашыусыларға үҫешеү, профессиональ күнекмәләрен камиллаштырыу стимулы ҡалдырырға булғандарҙыр. Уның ҡарауы, икенсе урынды бер юлы ике конкурсант: Гүзәл Ғирфанова менән Гөлназ Бәхтиева яуланы. Ике ҡыҙ ҙа башлап яҙыусы журналистар яҡшы яҙа алыуын иҫбатланы, бик яҡшы ижади һәләтлелек күрһәтте. Уларға икенсе урын бирелеүгә ҡарамаҫтан, был ҡыҙҙарҙы еңеүсе тип иҫәпләргә мөмкин.
       Өфө ҡыҙы Гүзәл Ғирфанова башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының өсөнсө курсында уҡый һәм "Неделя" гәзитендә эшләп тә йөрөй. Үҙенең 19 йәшендә ул күп нәмәгә өлгәшкән. Конкурсҡа ул төрлө темаға бер нисә материал бирҙе. Гүзәл татуировкалар, гастарбайтерҙар, башҡорт мәҙәниәте тураһында яҙҙы. Уның һәр мәҡәләһе хәлдең айышына төшөнөп яҙылған, шуға күрә лә ижади һәләте юғары баһа алды.
       Нефтекаманан журналист Гөлназ Бәхтиева "Интеграл-информ" гәзитендә эшләй. Уның конкурсҡа тапшырған "Әйләндерелгән кеҫәләр өсөн кем яуап бирер?", "Үткәндәр өсөн үкенмәй, киләсәккә ышанып йәшәйем...", "Билдәле бер йәшәү урыны булған асарбаҡ" материалдары ихласлығы менән айырылып тора. Күренеп тора, ул үҙ баҫмалары геройҙары менән бергә борсола, уны социаль проблемалар борсой, һәм ул битараф булмаған кешеләр өсөн яҙа.
       - Конкурс тураһында мин "Башинформ" агентлығы сайтынан белдем, - тип һөйләй Гөлназ. - Ҡатнашырға ҡарар иттем, ләкин еңеп сығырмын тип уйламағайным. Йомғаҡ яһауҙарын бик оҙаҡ көтөргә тура килде, шуға күрә онотоп та бара инем инде. Президент Хакимиәтенән шылтыратҡас, башта хатта ышанмай торҙом, шаярталарҙыр, тип уйланым. Ғөмүмән әйткәндә, конкурста еңеү эшкә стимул бирә. Хәҙер мин журналистика минең төп шөғөлөм булыуын аңланым.
       Әйткәндәй, ике еңеүсегә лә "Комсомольская правда" редакцияһы махсус приздар һәм дипломдар тапшырҙы. Гәзит коллективы Гүзәл Ғирфанова менән Гөлназ Бәхтиеваның талантын лайыҡлы баһаланы.
       Өсөнсө урынды өс конкурсант үҙ-ара бүлеште: төрлө темаға бер нисә материал яҙған "Известия-Башкортостан" гәзите хәбәрсеһе Лилиә Ғәбдрәфиҡова, барыһына ла аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде аңлатҡан Нефтекаманан "Красное знамя" гәзитенең бүлек мөдире Альберт Миңлеғәлиев, шулай уҡ тиндең нисек һумды һаҡлауы тураһында һөйләүсе "Октябрьский вестник" гәзитенең махсус хәбәрсеһе Олеся Фәтҡуллина.
       Уҡыусылар симпатияһы призы кемгә эләкте һуң? Интернет менән файҙаланыусылар өсөн был, моғайын, төп һорау булғандыр. Шулай, www.bashvest.ru сайты уҡыусыларының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса приз Ишембай ҡалаһының "Подметки+" гәзите хәбәрсеһе Елена Егороваға бирелде. Алҡышлап ҡул сабыуҙар!
       Башҡа төрлө махсус наградалар ҙа булды. National Business журналы коллективы Нефтекаманан Альберт Миңлеғәлиевтың материалдарын оҡшатҡан. "МедиаКорСеть" мәғлүмәт таҫмаһы Өфө студенты Андрей Савельевҡа һәм music-news.ru сайты хәбәрсеһе Лилиә Раяноваға бүләк тапшырҙы. Андрейға хатта эш тә тәҡдим иттеләр.
       Жюриҙың дөйөм ҡарары менән "Яңы һүҙ" конкурсында иң йәш ҡатнашыусы" махсус номинацияһы ла булдырылды. Өфөнөң 82-се гимназияһы уҡыусыһы Карина Ғәҙелшина, Ишембайҙың 1- се гимназияһы уҡыусыһы Мария Дятлова һәм Өфөнөң 5-се лицейынан Лидия Тедикова дипломдар алды.
       Бөтә редакция исеменән йәш журналистарҙың беренсе "Яңы һүҙ" конкурсы еңеүселәрен ихлас күңелдән ҡотлайым, барыһына ла ижади уңыштар һәм профессиональ күнекмәләренең камиллашыуын теләйем. Ә награда алмаған ҡатнашыусыларға үҙ өҫтөндә, үҙ стиле өҫтөндә эшләүҙәрен һәм бейеклеккә ынтылыуҙарын теләйем.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал