6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Режиссер Зөһрә Бураҡаева: "Фильмда тик яҡшы кешеләрҙе генә төшөрәм"
16.01.08


       Тәүҙә мин үҙ материалымда бер һәләтле яҙыусы һәм сценарист, ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙ, яҡшы ҡатын һәм өс ғәҙәттән тыш матур исемле бала: Айназа, Айсулпан һәм Юрматының әсәһе Зөһрә Бураҡаева тураһында һөйләргә уйлағайным. Әммә бер ҡыҙыҡлы кеше урынына мин бер нисә күренекле кеше менән таныштым. Яҙмышы, эшмәкәрлеге, фекерләү рәүеше буйынса ла уникаль кешеләр. Хәҙер барыһын да тәртипкә һалып һөйләйем.
       Беренсе ваҡиға - "Башҡортостан" киностудияһында.
       - Зөһрә, быйылғы йылға пландарығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
       - Кино төшөрөү төркөмө һәм артистар менән яңы "Минең йондоҙом" фильмы өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Был юғары уҡыу йортон тамамлағас, тормошта үҙ урынын табырға маташҡан биш дуҫ тураһында таҫма. Уларҙың береһе - төп герой - һайлау алдында тора: күңеленә оҡшаған эште һайларғамы, әллә абруйлы, эш хаҡы юғары булғанынмы?
       - Бөгөн был тема бик актуаль. Уны һеҙ үҙенсәлекле асаһығыҙмы?
       - Беҙ үҙ алдыбыҙға үҙенә бер төрлө фильм төшөрөү бурысы ҡуйҙыҡ. Ауылдан килеп, ҡалала, иң элек, рухи яҡтан бер ниндәй ярҙам, яҡлау тапмаған егеттәр бик йәл. Шулай итеп, үҙ фильмыбыҙҙа беҙ йәштәр мәҙәни һәм рухи яҡтан үҫешһен өсөн бөтә мөмкинлектәр булған ҡаланы күрһәтергә уйланыҡ. Шуға күрә фильмда Өфөнөң мәҙәниәте һәм тарихы менән бәйле урындарға арналған кадрҙар бар. Шулай ҙа хәҙерге башҡорт йәштәренә төп баҫым яһала. Ул нимә менән йәшәй? Ниндәй музыка тыңлай? Фильм геройҙары этник һүрәттәр һәм орнаменттар менән биҙәлгән модалы футболка һәм бейсболка кейеп йөрөй. Улар Өфөнөң йәштәр төркөмдәре башҡорт телендә башҡарған рэп музыкаһын тыңлай. Мәҫәлән, фильм өсөн йырҙарҙы "Бүреләр" һәм "Ике йөҙ" башҡорт төркөмдәре яҙҙырҙы.
       - Һеҙҙең фильмда төшөү өсөн актерҙар кастинг үтәләрме?
       - Шулай тип әйтергә лә мөмкин. Ролдәргә беҙ профессиональ театр артистарын да, тәү ҡарашҡа сәнғәткә бер ниндәй мөнәсәбәте булмаған кешеләрҙе лә һынап ҡарайбыҙ. Беҙ ҡуйған төп талап - кешеләр изгелекле, асыҡ күңелле һәм саф намыҫлы булырға тейеш. Минеңсә, фильмда уйнаясаҡ актерҙар шундай сифаттарға эйә булғанда ғына картина ла ыңғай килеп сығасаҡ. Кино мотлаҡ ыңғай, ябай, асыҡ булырға, уны ҡараған һәр кемдең кәйефе күтәрелергә, көсө һәм үҙ-үҙенә ышанысы артырға тейеш.
       - Төп ролде башҡарыусы актерҙан икеләтә талапмы?
       - Бөтә актерҙарҙан да берҙәй талап. Ә төп геройға килгәндә, бер ҡыҙыҡ хәл килеп сыҡты. Илшат Абдуллин "Рәхмәт" фильмының лейтмотивы "Рәхмәт һиңә" йырының авторы Ғәлинур Юламановтың клибын төшөргәндә ярҙам итте. Был фильмдың премьераһы былтыр үтте. Шул саҡта уҡ мин уға иғтибар иткәйнем һәм һуңыраҡ Илшатты "Минең йондоҙом" картинаһына төп ролгә саҡырҙым. Шәхси сифаттары яғынан да ул ныҡ тап килә, ә иң мөһиме, Илшаттың да, картинаның төп геройының да яҙмыштары оҡшаш. Фильм геройы абруйлы вуз тамамлай, Илшат та Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Фильм геройына хеҙмәт хаҡы юғары булған эш тәҡдим итәләр, ләкин ул музыка менән шөғөлләнергә теләй, Илшатты ла һөнәре буйынса Мәскәүгә эшкә саҡыралар, ләкин ул да ижадты һайлай.
       - Аҙағы нимә менән тамамланасаҡ һуң?
       - Герой үҙ хыялына тоғро булып ҡала.
       - Фильм өҫтөндә эш нисек дауам итә?
       - Бөтәһе лә шыма бара, тип әйтә алмайым. Ихтимал, улай кәрәкмәйҙер ҙә. Бөтәһе лә еңел бирелһә, бәхет булмай ул. Фильм өҫтөндә эш ни тиклем ауырыраҡ барһа, картинаны күрһәтеү яҙмышы ла уңышлыраҡ буласаҡ.
       Икенсе ваҡиға - йортҡа арналған.
       Үҙебеҙҙә булған бөтә сифаттарыбыҙ менән беҙ үҙебеҙ үҫкән ғаиләгә бурыслы. Үҙ халҡына сикһеҙ һөйөүҙе, уның бәхете һәм сәскә атыуы тураһында хәстәрлекте Зөһрә Бураҡаева үҙ ата- әсәһенән алған. Был юғары һүҙҙәр түгел. Зөһрә менән фильм тураһында һөйләшкәндә ул үҙенең донъяны танып белеүе менән хайран ҡалдыра. Ул Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын һәм Юғары сценарист һәм режиссер курстарын тамамлағанға күрә һәр темаға әңгәмәне ҡыҙыҡлы, иркен һәм мауыҡтырғыс итеп ҡора белеүе аңлашыла. Әммә башҡорттарҙың тарихы тураһында ул ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә? Зөһрә үҙ ғаиләһе менән таныштырғас, барыһы ла аңлашылды.
       Әсәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы - педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Тап ул күп йылдар элек "Тормош һабаҡтары" кеүек мәктәп программаһы предметын уйлап тапҡан һәм ғәмәлдә һынап ҡараған. Ул башҡорт мәктәптәрендә генә өйрәнелә, рус мәктәптәре программаһында иһә - "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте" - мәғлүмәт биреүсе программа. Ә "Тормош һабаҡтары" (күптән түгел ул ике исем менән - "Тормош һабаҡтары" - "Башҡорттарҙың мәҙәниәте" тип атала башланы) - ул халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән эмоциональ, культурологик һәм донъяға ҡараш формаһындағы тотош бер педагогик система. Рәсәй мәктәптәрендә был системаның аналогтары әлегә юҡ.
       "Тормош һабаҡтары" әсбаптарын Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы улы Илгизәр һәм педагогика фәндәре кандидаты, хәҙерге заман мәктәбе тураһында мөһим ғәмәли белемгә эйә булған Миңлебай Бәхтейәр улы Юлмөхәмәтов менән бергә яҙған. Башланғыс кластарҙа "Тормош һабаҡтары" - ул хатта уҡыу әсбаптары ла түгел, ә береһе - ауылда, икенсеһе ҡалала йәшәгән ике туған ике малай хаҡында нәфис китаптар. Улар бер-береһенә ҡунаҡҡа килгәндә төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй. Өлкән кластарҙа инде төп донъяуи һорауҙарға яуаптар бирелә: "Ата-олатайҙар тарихын ни өсөн белергә кәрәк?", "Нимә ул милләт, халыҡ, патриотизм?" "Егет (ҡыҙ) менән мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға?" һәм дуҫлыҡ, намыҫлылыҡ, ғәҙеллек тураһында башҡа бик күп һорауҙар, ләкин уларға быуаттар буйына һалынған халыҡ аҡылы аша яуап бирелә. Ихтимал, бик тиҙҙән рус телле балалар ҙа был китаптарҙы уҡый алыр, сөнки Мәрйәм Сабирйән ҡыҙынан күптән инде был китаптарҙы рус теленә тәржемә итеүен һорайҙар.
       Бураҡаевтар ғаиләһенең бөтә ағзалары, башлыса, ижад кешеләре. Зөһрә хикәйәләр, сценарийҙар, мәҡәләләр яҙа, Таңсулпан картиналар, мәҡәләләр, ә күптән түгел фильмдарға сценарийҙар ҙа яҙа башланы (ә әле ул үҙен ҙур режиссурала һынай - "Йондоҙом минең" фильмын төшөрә). Бураҡаевтар ғаиләһенән тағы ике ҡыҙ - Гөлнур менән Гөлназ да ижад ҡомарынан мәхрүм түгел. Берҙән-бер ул Илгизәр - билдәле башҡорт яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе (әйткәндәй, ул Библияны башҡорт теленә беренсе тәржемә итеүсе). Уның тағы ла икенсе нәмәгә лә, үҙе билдәләгәнсә, төп бизнесҡа - башҡорт милли ашы - талҡан етештереүгә лә ваҡыты ҡала.
       Ахыр килеп, әңгәмә барышында мәҡәлә геройҙары әйткән бер нисә ҡыҙыҡлы фекерҙе һеҙгә лә еткерергә теләйем.
       Әсәй тураһында
       "Ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү менән, иң элек, әсәй шөғөлләнә. Ул балаларҙы атай рухында тәрбиәләй. Йәғни ул балаға һәр ваҡыт атайҙы өлгө итеп ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙар өлгө була алмаған ғаиләләр ҙә бар шул. Ул саҡта яҡын туғандарың араһында өлгө булырҙай кешене табырға кеше. Һәр ғаиләлә бындай кеше мотлаҡ табыласаҡ".
       Балалар тураһында
       "Балаларға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирергә тырышырға кәрәк. Уларҙы тыңларға, һөйләшергә, ҡайһы бер урында дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрергә, ләкин балаларҙы йөҙ процентҡа үҙгәртергә маташырға кәрәкмәй".
       Ҡыйынлыҡтар тураһында
       "Улар тормошта мотлаҡ булырға тейеш. Әгәр ҡуйылған маҡсатыңа өлгәшеү юлында бөтөнләй ҡаршылыҡ юҡ икән, берәү булһа ла булдырырға кәрәк. Ҡыйынлыҡтар сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй".

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал