6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов дөйөм иҫәптә өсөнсө урынды яуланы
15.01.08


       Германияның Рупольдинг ҡалаһында барған биатлон буйынса донъя чемпионатында Максим Чудов ғәҙәттәгесә эш итмәне. Макс нишләптер үҙе эстафеталағы иң төп - дүртенсе этапта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һөҙөмтәлә ул, һәр ваҡыттағыса, иң кәрәк мәлдә сәпкә тейҙерә алманы, шуға күрә лә донъя биатлоны лидеры Бьорндаленды ҡыуып етә алманы.
       Ошонда икенсе урын яулағандан һуң да ул үҙенә хас тәүәккәллекте юғалтманы, тиҙлеге лә бик юғары кимәлдә ине. Был ыңғай һыҙаттарға тағы ла сифатлыраҡ атыу ҙа өҫтәлде, һәм беҙ шунда уҡ үҙебеҙ теләгән һәм көткән Чудовты күрҙек.
       Шулай итеп, спринт. Беренсе рубежда Чудов бер тапҡыр яҙа атты, уның ҡарауы, һуңынан мәргәнлек күрһәтте. Өҫтәүенә иҫ киткес тиҙлек, һәм бына тағы ла Максим Чудовты Рупольдингтағы ярыштар пьедесталында икенсе баҫҡыста күрәбеҙ.
       Беренсе урынды урындағы тамашасыларҙы шатландырып немец Михаэль Грайс яуланы. Был егет ысынлап та беренселеккә лайыҡ - ул бит олимпиада чемпионы ла. Грайс бер тапҡыр ҙа яҙа атманы, һәм тиҙлек буйынса ла Чудовтан етеҙерәк "осоусы" берҙән-бер биатлонсы булды. Финишҡа өсөнсө булып килгән Германия вәкиле Александр Вольф, Макс кеүек, бер тапҡыр ғына яҙа атты, әммә унан ун секундҡа ҡалышты. Дүртенсе булып та немец - Даниэль Граф килде. Ул бөтәһендә лә сәпкә тейҙерҙе, тик беҙҙең йүгереккә етәме һуң инде...
       Эҙәрлекләү уҙышында ла Чудовҡа ошондай немецтар ҡамауында старт алырға тура килде. Бөтә рус партизандары кеүек, ул бирешмәне һәм һуңғы, 20-се патронына тиклем атып бөтөрҙө. Ул ҡыҙып китеп өс тапҡыр яҙа атты, ләкин һөҙөмтәлә икенсе урынын һаҡлап ҡала алды.
       Төп немецты ҡыуып етеп булманы. Грайс, башҡаларҙы ныҡ артта ҡалдырып, беренсе булып елдерҙе һәм бер тапҡыр ғына яҙа атты. Михаэль финишҡа, үҙ иленең флагын күтәреп, ғорур килеп керҙе.
       Уның ҡарауы, ҡалған немецтар Чудовтың артынан ҡыуһалар ҙа, пьедестал өсөн көрәштән төшөп ҡалды - көстәре етеңкерәмәне. Өсөнсөнән бишенсегә тиклем урындар норвег Эмиль Хельге Свендсенға, швед Бьорн Ферриға һәм тағы ла бер норвег Уле Эйнар Бьорндаленға эләкте.
       Дөйөм иҫәптә Чудов, бөйөк һәм ҡеүәтле Бьорндалендан һәм икенсе булып килеүсе Дмитрий Ярошенконан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды биләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал