6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Аҙыраҡ эсергә кәрәк!
11.01.08


       Беҙ барыбыҙ ҙа Яңы йылды нисектер үҙенсәлекле итеп ҡаршыларға, Яңы йыл каникулдарын иҫкә алып, аҙаҡтан дуҫтарға һөйләрлек итеп үткәрергә хыялланабыҙ. Бының өсөн алдан әҙерләнә башлайбыҙ, төрлө пландар ҡорабыҙ. Дөрөҫ, һәр ваҡыт һин уйлағанса килеп сыҡмай. Алдан бөтәһен дә иҫәпкә алып булмай бит.
       Мин һеҙгә ҡайҙалыр төньяҡ полюста аҡ айыуҙар араһында Яңы йылды ҡаршылау тарихын һөйләргә йыйынмайым. Мәҫәлән, минең Яңы йыл каникулдарым ҡәҙимгесә үтте: дуҫтар, клубтар, кино... Ләкин, бәхеткә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр иҫке йылды үҙенсәлекле итеп оҙатҡан һәм яңыһын ҡаршы алған. Һүҙ улар тураһында.
       Беренсе ваҡиға. Хәсрәтле.
       Айнур, 23 йәш:
       - Яңы йыл каникулдарын беҙ дуҫтар менән тау саңғыһы курорттарының береһендә үткәрергә ҡарар иттек. Алдан әҙерләндек: йорт белештек, кәрәкле аҙыҡ-түлек, йылы кейем, эсемлек алдыҡ... Яңы йылды беҙ тау саңғыһына баҫып һәм шампан шарабы менән ҡаршы алдыҡ. Шәп булды, ә иң мөһиме, бик күңелле. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем. Төнгө сәғәт 2-ләр тирәһендә бер кешебеҙ етешмәүен һиҙеп ҡалдыҡ... Тимурҙы беҙ таптыҡ табыуға, әммә уның башы ярылғайны. Тауҙан шыуып төшкән ваҡытта түмәргә бәрелеп йығылған. Беҙ уны машинаға һалып, яҡындағы дауаханаға алып барҙыҡ. Байрам тураһында оноторға тура килде. Ярай әле барыһы ла яҡшы тамамланды...
       Икенсе тарих. Өлгөрмәнек...
       Мария, 21 йәш:
       - Һеңлем менән икебеҙ өсөн Яңы йыл баштан уҡ әллә нисек башланды... Лена менән туҡтауһыҙ әрләштек, бер нимәгә лә килешә алманыҡ. Һөҙөмтәлә Яңы йыл етеүгә ярты сәғәт ҡалғас ҡына салаттарҙы әҙерләп бөттөк. Кейем алмаштырырға ла, биҙәнеп-төҙәнергә лә өлгөрмәнек. Иҫебеҙгә килеп, уҙышмаҡтан ваннаға йүгерҙек. Лена минән алда өлгөрҙө, уның ҡарауы, мин унан фенды йәшереп ҡуйҙым. Сәғәт 12-лә мин тиҙерәк кейенергә маташып, бүлмә буйлап һикерәнләп йөрөй инем, ә Лена үпкәләп сәсен киптерә ине. Уның ҡарауы, беҙ Мәскәү ваҡыты менән Яңы йылды ҡаршыларға өлгөрҙөк һәм һис тә үкенмәйбеҙ.
       Өсөнсө тарих. Яуыз балалар.
       Павел, 24 йәш:
       - Яңы йыл каникулдары минең өсөн - иң килемле ваҡыт. Мин бит Ҡыш бабай булып эшләйем. Етмәһә, миҙгел декабрҙең 20- ләрендә башлана һәм иҫкесә Яңы йылға тиклем дауам итә. Был бер айға яҡын ваҡыт бит инде. Был көндәрҙә иң мөһиме - араҡының барлығы хаҡында онотоу... Юҡһа, Яңы йылды ҡайҙалыр шыршы аҫтында, йә булмаһа көрттә ҡаршылауың бик ихтимал. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта мине балаларҙың тәртибе бик борсой. Уларға һүгенеү, кешегә һуғып ебәреү, типкеләү бер ни тормай. Бер бала минең шиғыр һөйләргә һәм бының өсөн бүләк бирергә тәҡдим итеүемә йылмайып ҡарап: "Ҡас бынан, ҡарт алкаш!" - тип яуап бирҙе.
       Дүртенсе тарих. Студенттар күҙлегенән.
       Марина, 20 йәш:
       - Университетҡа уҡырға ингәндән бирле яңы йыл каникулдары минең өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялға әйләнде... Йыл һайын был ваҡытта беҙҙең сессия башлана. Шуға күрә бөтә сараларҙан баш тартырға, бөтә саҡырыуҙарҙы кире ҡағырға һәм Яңы йылды китап ҡосаҡлап ҡаршыларға тура килә. Ә һеҙ, студенттар күңелле йәшәй, тигән булаһығыҙ...
       Бишенсе тарих. Күңелле.
       Сергей, 25 йәш:
       - Быйыл минең яңы йыл каникулдары онотолғоһоҙ булды. Дуҫтарым менән бергә аквапаркка барҙыҡ. Иҫ киткес шәп булды. Ҡайһы бер таусыҡтар хатта ҡурҡыныс булһа ла, бик күңелле ине. Мин арҡамды ныҡ ҡына бәреп, саҡ аяғымды һындырмаһам да, бик матур тәьҫораттар ҡалды. Был яғына һәр Яңы йылды аквапаркта ҡаршыларға планлаштырам. Һеҙгә лә кәңәш итәм.
       Алтынсы тарих. Фәһем алырлыҡ.
       Виталий, 21 йәш:
       - Яңы йыл минең өсөн бик шәп үтте. Быйыл мин уны Рәсәйҙә йәшәгән бар халыҡтар менән бергә билдәләргә ҡарар иттем. Шулай итеп, Владивостоктан башлап мин сәғәт һайын бокал күтәрҙем һәм тост әйттем... Аңлағанһығыҙҙыр инде, Өфө буйынса Яңы йылды мин насар хәтерләйем. Ләкин дуҫтарым әйтеүенсә, мин Мәскәү менән дә эсергә өлгөргәнмен һәм хатта бөтәһенә лә ниндәйҙер бүләктәр таратҡанмын... Бында һабаҡ бер генә: аҙыраҡ эсергә кәрәк! Ярай, бына тиҙҙән иҫкесә Яңы йыл етә, мин төҙәлергә вәғәҙә итәм.
       Һуңғы тарих. Өфөләге.
       Ирина, 20 йәш:
       - Яңы йылды беҙ урамда, дөрөҫөрәге, Ленин майҙанында ҡаршыларға ҡарар иттек. Күрәһең, телевизор ҡарап туйғанбыҙҙыр инде, шуға күрә, фильмдарҙағы кеүек, күмәк халыҡ араһында шампан шарабы эсергә һәм бергәләп "ура" ҡысҡырырға булдыҡ. Дөрөҫ, көн һыуыҡ ине, ләкин беҙ йылыраҡ кейендек. Ниәтебеҙ барып сыҡты бит әй. Бик күңелле һәм ғәҙәттән тыш булды. Башта халыҡ ул тиклем күп булманы. Уның ҡарауы, төнгө сәғәт берҙәр тирәһенә майҙан халыҡ менән шығырым тулы ине. Ә төнгө сәғәт икелә салют булды. Урамдағы был Яңы йылды бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал