6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Милицияның оҙайлы ял ваҡытындағы эш көндәре
10.01.08


       - Халҡыбыҙ байрам итергә өйрәнде, оҙайлы ял көндәренә күнекте, - тип белдерҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен һаҡлау идаралығы начальнигы Фаил Мөхтәруллин. 2008 йылдың беренсе эш көнөндә ул журналистарға Башҡортостан милицияһының Яңы йыл каникулдары көндәрендә нисек эшләүе хаҡында һөйләне.
       30 декабрҙән бөгөнгә тиклем милиционерҙар көсәйтелгән режимда эшләне. Яңы йыл тантаналары, оҙайлы ял көндәре, мәктәп каникулдары - был көндәрҙә республика халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген Эске эштәр министрлығының һигеҙ меңләгән хеҙмәткәре тәьмин итте. Боҙ ҡаласыҡтарында ғына - республика буйынса улар 122, шуның 28-е Өфөлә - өс мең ярым милиционер дежур итте. Был өҫтәмә йәлеп ителгән көстәрҙе - курсанттарҙы, һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен - иҫәпләмәйенсә.
       Мөхтәруллиндың әйтеүенсә, байрамдар ваҡытында етди тәртип боҙоуҙар булмаған. Әйтәйек, 1 ғинуарҙа республикала 68 енәйәт яһалған, Яңы йыл төнөн 123 кеше айнытҡыста үткәргән, ә өсәүһе милицияның ваҡытлыса тотоу изоляторына эләккән.
       - Дөйөм алғанда, тәртип боҙоуҙар ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булды, айнытҡысҡа эләгеүселәр ҙә аҙ, пиротехник изделиелар ҡулланыу менән бәйле етди имгәнеүҙәр ҙә булманы, - тине Фаил Мөхтәруллин.
       Әммә фажиғәһеҙ ҙә үтмәне. Яңы йылдың тәүге көнөндә көнкүрештәге ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә дүрт кеше һәләк булды. Мәҫәлән, Өфөлә яңы йыл төнөндә бер бала вафат булды. 11 йәшлек малай 1 ғинуарҙа төнгө беренсе яртыла Сипайлово биҫтәһендәге "Ҡашҡаҙан" паркына боҙ ҡаласығына сыға. Тауҙан шыуып төшкән ваҡытта, ҡаласыҡ конструкцияларының береһе һынып, ҙур боҙ киҫәге уның башына төшә. Бала баш мейеһе имгәнеүҙән шунда уҡ йән бирә. Был хәл шаһиттарҙың күҙ алдында була, улар араһында малайҙың әсәһе һәм апаһы ла була. Фаил Мөхтәруллин әйтеүенсә, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү барышында фажиғәлә ғәйеплеләрҙе асыҡлаясаҡтар.
       Яңы йылдың тәүге аҙнаһында милицияға йәмәғәт урындарында һәм урамда яһалған тәртип боҙоуҙар хаҡында 431 белдереү килде. Теркәлгән енәйәттәр араһында - төрлө урлашыуҙар, шулай уҡ автотранспорт урлау һәм талауҙар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал