6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡаһармандарса һуғышыуы менән дан яулай
09.01.08


       Дан бульварындағы элекке ДОСААФ өлкә комитеты бинаһында таҡтаташ ҡуйылған. Унда Өфө аэроклубы тәрбиәләнеүселәренең, Советтар Союзы Геройҙарының фамилиялары яҙылған, улар араһында бөгөнгө геройыбыҙ - Филипп Макарович Косолапов та бар.
       Уның биографияһы биттәрен асып, хәрби батырлыҡтарын иҫкә төшөрәйек.
       Филипп Косолапов 1919 йылдың 9 ғинуарында Өфөнән алыҫ түгел Волково ауылында тыуған. Йәштәр бит элек-электән ҡалаға ынтылған. 1936 йылда крәҫтиән егет тә, ете класты тамамлап, Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә килә. Монтер булып эшләй. Ул йылдарҙа "Комсомолец - самолетҡа!" лозунгы бик популяр була.
       1934 йылдың 5 майында Өфөлә аэроклуб асалар һәм курсанттар йыя башлайҙар. Комсомол саҡырыуы буйынса унда Филипп Косолапов та бара. Эшләү ҙә, бер үк ваҡытта уҡыу ҙа һәр ваҡыт ҡыйын инде ул, әммә егет аэроклубты тамамлай. Һәм пилот була.
       Ә бындай кешеләр өсөн Ҡыҙыл Армия сафында һәр ваҡыт урын була. Филипп Косолаповты 1938 йылда хәрби хеҙмәткә саҡыралар.
       Армияға грамоталы белгестәр һәр саҡ кәрәк. Филипп Косолаповты Ворошилов исемендәге Чкалов летчиктар училищеһына ебәрәләр, уны ул 1940 йылда отличие менән тамамлай.
       Алда Бөйөк Ватан һуғышы. Уға яҡташыбыҙ әҙерлек менән аяҡ баҫа. 1942 йылдың сентябрендә гвардия истребителдәр авиация полкының өлкән летчигы була. Калинин, Волхов, Брянск, Беренсе Балтик буйы һәм Воронеж фронттарында һуғыша. 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың авгусына тиклем ул истребителендә 107 хәрби осош яһай, 25 һауа һуғышында ҡатнаша. Ул командалыҡ иткән эскадрилья Орел операцияһында ғына дошмандың 33 самолетын бәреп төшөрә, өс летчигын юғалта. Косолапов үҙе генә һигеҙ самолетты юҡ итә. 1943 йылдың ғинуарында М.Ф. Косолапов эскадрилья командиры урынбаҫары, бер аҙ һуңыраҡ полк командиры була.
       Гвардия өлкән лейтенанты Косолаповҡа 1943 йылдың 2 сентябрендә нимә өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һуң? Әйтеп үтеүебеҙсә, 1943 йылдың авгусына ул 107 хәрби осош яһай, 25 һауа һуғышында үҙе генә дошмандың һигеҙ самолетын бәреп төшөрә. Косолапов командалығындағы эскадрилья полкта иң яҡшыһы була. 1943 йылдың июль- авгусында Брянск фронтындағы һуғыштарҙа ғына эскадрилья 375 хәрби осош яһай, 33 дошман самолетын юҡ итә.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. 1955 йылда Ф.М. Косолапов Хәрби-Һауа академияһында уҡыуын тамамлай. 1957 йылда, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, Ф.М. Косолапов запасҡа сығарыла. Һуғыштан һуң ул тыуған яғында, Башҡортостанда, булғанмы- юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Уның тураһында һуғыш ветерандары мемуарҙарында ғына телгә алына. Мәҫәлән, "На взлете" тигән китапта дивизияның элекке командиры авиация генерал- лейтенанты Семенов шулай тип иҫкә ала:
       "Бер ваҡыт мин шундай эпизодҡа шаһит булдым. Күҙәтеүселәр ике "фокке-вульф"тың аэродромға яҡынлашыуын күреп ҡалды. Был ваҡытта 937-се полк командиры Советтар Союзы Геройы подполковник Косолапов үҙ самолеты эргәһендә тора ине. Ул шунда уҡ кабинаһына һикереп менеп, двигателен тоҡандырҙы ла һауаға күтәрелде. Немец самолеттарын ҡыуып етеп, етеҙ маневр яһап, ул алда барыусы самолеттың ҡойроғона сыҡты. Бөтә пушкаларҙан залп биреүгә ялҡын ялмап алған дошман самолеты аэродром ситендә ергә ҡаҙалды.
       Һаҡланып ҡалған документтарҙан асыҡланыуынса, бәреп төшөрөлгән "фокке-вульф" самолетына рыцарь тәреһе менән наградланған, немец Хәрби-һауа көстәре полковнигы идара иткән булған..."
       Һуңғы йылдарҙа Ф.М. Косолапов Чернигов ҡалаһында йәшәгән. Өфөлә уның тураһында Еңеү паркындағы Геройҙар исемдәре менән стела иҫкәртә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал