6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

Ғаилә социаль яҡланасаҡ
09.01.08


       2008 йыл Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы буласаҡ. БР Президенты Мортаза Рәхимов ошондай Указға ҡул ҡуйҙы.
       "2008 йылды Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан итеү тураһында"ғы Указ менән халыҡтың көнкүрешен артабан яҡшыртыуға, ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа социаль ярҙамды әүҙемләштереүгә, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға һәм демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлеш билдәләнә. Республика властары эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға социаль ярҙам, халыҡтың һаулығын һаҡлау мәсьәләләрен хәл итергә ниәтләй. Айырылышыуҙар, етем балалар, насар йәшәгән ғаиләләр һаны артыуы Башҡортостан етәкселеген борсоуға һала.
       Республикала социаль мөһим проблемалар буйынса исемле йылдар традицияһы дауам итә. 1998 йылда Башҡортостанда Ғаилә йылы булғайны. Хәҙер, ун йыл үткәс, Рәсәйҙә быйылғы йыл ошондай уҡ исем алды. Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылын иғлан итергә ҡарар иткәндә был да иҫәпкә алынды.
       Республикала Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов рәйеслегендә ойоштороу комитеты составы раҫланды. 2008 йылдың 30 ғинуарына тиклем йыл сараларының Комплекслы программаһы эшкәртеләсәк. БР Хөкүмәтенә был программаны финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
       Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ярашлы ойоштороу комитеттары булдырырға, Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү буйынса саралар планын эшкәртергә һәм раҫларға тәҡдим ителде.
       Уҙған йыл аҙағында Президент Советы ултырышында Мортаза Рәхимов, республика етәкселеге һәр ваҡыт халыҡта яҡлау тапҡан маҡсаттар ҡуя, тине. Бигерәк тә социаль өлкәлә, ғаилә һәм кешенең сәләмәтлеге өлкәһендә етди проблемаларҙы хәл итеү буйынса эште дауам итергә кәрәк.
       - Республикала социаль өлкәлә күп эштәр башҡарылды, - тине БР Президенты. - Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда тыуым арта, үлем кәмей. Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, сәләмәтлекте һаҡлау республикала һәр ваҡыт өҫтөнлөклө буласаҡ. Республика етәкселегенең эшмәкәрлеге кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, шуға күрә киләһе йылдың ғаиләгә арналыуы законлы.
       Ултырышта Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығы йылы тип иғлан ителгән 2007 йыл йомғаҡтары ла тикшерелде. Президент, билдәләнгән саралар тулыһынса бойомға ашырылды, тип билдәләне.
       - 2007 йыл йомғаҡтары Башҡортостан өсөн ысынлап та мөһим,
       - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Юбилей республиканың социаль инфраструктураһын яҡшыртыуҙа, етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеүҙә, эш урындары булдырыуҙа мөһим этап булды. Республика тарихында тәүге тапҡыр шундай ҙур төҙөлөш алып барылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Советы ултырышында, Башҡортостанда ил буйынса уртаса күрһәткестән күпкә юғары социаль-иҡтисади үҫеш кимәленә өлгәшелгән, тип айырып билдәләне.
       Башҡортостан башлығы фекеренсә, республиканың социаль- иҡтисади үҫешендә ыңғай үҙгәрештәр бара - сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производстволары үҫешә, маҡсатлы һәм масштаблы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, йәшәү кимәле һәм
       сифаты күтәрелә, демографик хәл яҡшыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал