6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы 2008 йыл менән, ҡәҙерле уҡыусылар!
29.12.07


       Ҡәҙерле уҡыусылар! Бына 2007 йыл аҙағына ла яҡынлаша. Ошо ваҡыт эсендә һәр кемдең тормошонда төрлө күп ваҡиғалар булды. Бөтә насары уҙған йылда ҡалыр, ә яҡшыларын үҙегеҙ менән Яңы 2008 йылға алырһығыҙ, тип ышанам. Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙ артабан да беҙҙең гәзит менән бергә ҡалырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ҙә гәзит тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм яҡшыраҡ булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә итәбеҙ.
       "БАШвестЪ" интернет-гәзите коллективы Яңы йыл байрамдары алдынан үҙ уҡыусыларын һәм партнерҙарын яҡынлашып килгән 2008 йыл менән ҡотларға ашыға.
        Снежана Камская:
       - Даими уҡыусыларыбыҙ, һәр ваҡыт беҙҙең менән ҡалғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерергә теләйем. Барығыҙға ла, иң элек, үҙ-үҙегеҙ менән килешеп йәшәүегеҙҙе, шулай уҡ артабан да беҙҙең менән бәйләнештә ҡалыуығыҙҙы теләр инем!
        Екатерина Чуракова:
       - Яңы йыл - ул яңы өмөттәр, асыштар, яңы ҡаҙаныштар байрамы. Һеҙҙең өсөн уларҙың тик ыңғай булыуын теләйем. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙға ихлас күңелдән 2008 йылда яңы дуҫтар табыуығыҙҙы, күп яҡшы яңылыҡтар белеүегеҙҙе, мауыҡтырғыс интернет донъяһында үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асыуығыҙҙы һәм, әлбиттә, гәзитебеҙ менән бергә ҡалыуығыҙҙы теләйем. 2008 йылда осрашҡанға тиклем!
       Әлфиә Шәрәфетдинова:
       - Ҡәҙерле уҡыусылар! Мин һеҙгә һәр ваҡыт үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙҙы теләйем. Тормошомда ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, мин "Служебный роман" фильмынан бер фразаны иҫкә төшөрәм: "Интеллектлы кеше үҙе теләгән һәр нәмәгә өлгәшә". Һәм был миңә ярҙам итә лә. Әгәр кеше нимәлер теләй һәм шуға ышана икән, мотлаҡ бойомға ашасаҡ. Иң мөһиме - ҡыйынлыҡтар алдында ҡойолоп төшмәҫкә. Әгәр нимәгәлер ирешергә теләһәгеҙ, үҙ алдығыҙға маҡсат ҡуйығыҙ һәм уға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ. Ишектән индермәһәләр - тәҙрәнән инегеҙ, әгәр ул да ябыҡ булһа - мөрйәнән төшөгөҙ. Маҡсатына ирешеүгә ынтылған кеше генә уңышҡа өлгәшә ала. Йыл буйына мин ошо ябай ҡағиҙәләргә эйәрергә тырыштым һәм теләгән һәр нәмәгә өлгәштем. Һеҙгә лә шуны уҡ теләйем!
       Евгения Сюткина:
       - Һеҙгә ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, артабан да беҙҙең гәзит менән ҡалыуығыҙҙы теләйем. Киләһе йылда тормошоғоҙҙа яҡшылыҡтар күп булһын. Кешегә изгелек эшләһәгеҙ, ул мотлаҡ һеҙҙең үҙегеҙгә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтасаҡ!
       Олег Чернов:
       - Киләһе йылда һеҙгә намыҫлы һәм эскерһеҙ булыуығыҙҙы теләйем!
       Галина Бахшиева:
       - Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Күберәк сәйәхәт ҡылығыҙ, үҙ аң даирәгеҙҙе тулыландырығыҙ һәм, әлбиттә, һау булығыҙ!
       Дарья Святохина:
       - Һеҙгә, хөрмәтле уҡыусылар, карьера баҫҡысы буйлап үрләүегеҙҙе теләр инем. Яңғыҙҙарға үҙ мөхәббәттәрен табыуын, романтик мөнәсәбәттәр теләйем. Иң мөһиме - бөгөнгө көн менән йәшәргә һәм был турала һәр көн, һәр секунд һайын иҫтә тоторға кәрәк!
       Олеся Серегина:
       - Барыһына ла мөхәббәт һәм яҡшы кәйеф теләр инем. Тормошта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатлыҡлы ваҡиғалар көн дә булып тормай. Яңы йылда тормошоғоҙҙа ҡыуаныстар күберәк булһын. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр ваҡыт эргәгеҙҙә булһын.
       Елена Колоколова:
       - Бөтә насар нәмәләрҙе уҙған йылда ҡалдырырға, ә иң яҡтыларын һәм яҡшыларын үҙең менән яңы йылға алырға мөмкин булған мәл яҡынлаша. Тормошоғоҙҙа тик ыңғай ваҡиғалар ғына булыуын, һәр ваҡыт тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйем. Яҡындарығыҙға иғтибарлы һәм ихтирамлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе рәнйетеүгә лә юл ҡуймағыҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, шул саҡта тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы барыр! Иң мөһиме, үҙегеҙгә ҡарата намыҫлы булығыҙ һәм хата аҙым яһамаҫҡа тырышығыҙ!
       Яңы 2008 йылда осрашҡанға тиклем! Бәхетле булығыҙ!

"Башвестар".
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал