6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы йыл төнөндә йоҡларғамы әллә йоҡламаҫҡамы?
29.12.07


       Минең өсөн бындай һорау бер ваҡытта ла торманы. Яңы йыл төнөндә мин бер ваҡытта ла йоҡламайым. Нисек инде шундай байрамда йоҡлап ятырға мөмкин? Күңел асырға кәрәк. Әйтәләр бит: йылды нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрәһең. Иртә ятһаң, тимәк, бөтә йылды йоҡлап үткәрәһең булып сығамы?
       Яңы йылды өйҙә яңғыҙ ҡаршылаған йәштәргә аптырайым мин. Күңелһеҙ түгел микән ни? Етмәһә, ғәҙәттәгесә йоҡларға ятһалар... Ә бындай кешеләр бар бит. Минең бер танышым Яңы йыл төнөн тап шулай үткәрҙе. Беҙгә ҡунаҡҡа килеп, ашаны, эсте лә, киске сәғәт туғыҙҙа йоҡларға ятты. Иртәгәһенә көскә уяттыҡ.
       Нишләйһең, төрлө кешеләр була. Әммә беҙҙе Яңы йылды көтөп алған кешеләр ҡыҙыҡһындыра. Ундайҙар был көнгә алдан әҙерләнә: яңы кейем һайлай, күп итеп ашарға һәм эсергә ала, күңел асыу программаһы әҙерләй. Иң мөһиме, яңы йылды ҡаршыларға урын эҙләй. Үҙеңә ҡунаҡ саҡырырға йәки дуҫтарыңа йә туғандарыңа барырға, икенсе ҡалаға йәки хатта сит илгә китергә, берәй күңел асыу йортон һайлап, төн буйына шаулы компанияла күңел асырға мөмкин. Варианттар бик күп. Барыһы ла һеҙҙең кәйефтән, дуҫтарыңдың иҫәбенән һәм кеҫәгеҙҙең ҡалынлығынан тора.
       Быйыл өфөләрҙең Яңы йылды күңелле ҡаршылау өсөн тағы бер мөмкинлеге бар. Кем һыуыҡтан ҡурҡмай, уларҙы Ленин исемендәге майҙанда үҙәк ҡала шыршыһы эргәһендә көтәләр. Байрам программаһы бында 31 декабрҙә киске сәғәт етелә башлана. Өфөләрҙе "Яңы йыл төнө сюрприздары" театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында музыкаль программа көтә. Рәхәтләнеп бейергә һәм хатта йырларға мөмкин буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле буласаҡ! Программа төнгө икегә тиклем дауам итәсәк. Тап ошо ваҡытта майҙан өҫтөндә байрам салюты атыласаҡ.
       Салюттан һуң өйгә йәйәү ҡайтып китергә тура киләсәк, тип ҡурҡып китмәгеҙ. Ҡала хакимиәте был турала ла ҡайғыртҡан. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата төндә транспорт төнгө сәғәт өскә тиклем эшләйәсәк. Ә инде онотолоп, һуңғы автобусҡа һуңлағандар иртәнге транспорт менән өйгә ҡайта аласаҡ. 1 ғинуарҙа ул иртәнге сәғәт 7-нән махсус график буйынса йөрөйәсәк. Ләкин көндөҙгө сәғәт өстән һәм Яңы йыл каникулдары буйына 9 ғинуарға тиклем ҡаланың йәмәғәт транспорты ял көндәре графигы буйынса йөрөйәсәк. Шуға күрә борсолорға сәбәп юҡ.
       Яңы йыл төнөндә өйҙән сыҡмауҙы хуп күргәндәр өсөн күңел асыу программаһы башланған да инде. Өфөнөң шыршылар ҡуйылған һәм боҙ ҡаласыҡтары төҙөлгән бөтә майҙандарында театрлаштырылған Яңы йыл байрамдары үтә. Өҫтәүенә атта һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөргә мөмкин.
       Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратыусылар ҙа рәхәтләнеп күңел аса аласаҡ. Сөнки әле Өфөлә "Вьюговей-2008" Яңы йыл фестивале бара. Ҡаланың төрлө райондарынан командалар үҙ-ара ярыша.
       Йыл һайын үткәрелә торған Ҡыш Бабайҙар парадын "Ҡыш Бабай-2008" конкурсы тамамлаясаҡ һәм иң яҡшыны билдәләйәсәк. Ул 29 декабрҙә ҡала хакимиәте бинаһы алдында үтәсәк. Ҡыш Бабайҙар өфөләрҙе 15 сәғәт 30 минутта көтә. Был ысынында бик үҙенсәлекле тамаша буласаҡ. Был тиклем Ҡыш Бабайҙарҙы тағы ҡайҙа күрергә мөмкин һуң? Төп Ҡыш Бабай ҙа киләсәк. Ул Яңы 2008 йылды ҡаршыларға әҙер булыуы хаҡында рапорт бирәсәк.
       Һеҙ ҙә уны ҡаршы алырға әҙерһегеҙҙер тип уйлайым. Әгәр юҡ икән, ашығырға кәңәш итәм. Байрамға иҫәпле генә көндәр ҡала. Яңы йыл төнөндә йоҡларға ятырға кәрәкмәгәнлегенә ышандырғанмындыр, тип уйлайым. Тик был төндө ҡайҙа, кем менән үткәрәсәгегеҙҙе тиҙерәк хәл итегеҙ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал