6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Степан Желтышев бүләк иткән көҙгө
28.12.07


       Смольныйҙа Ленин бүлмәһендә Өфө губернаһынан пулеметсы Желтышев Надежда Крупскаяға бүләк иткән көҙгө һаҡлана. Октябрь революцияһы көндәрендә Желтышев Смольныйҙа Ленинды һаҡлаған.
       Өфө губернаһынан ябай крәҫтиән Степан Желтышев (1890- 1974) 1914 йылда һалдат була. Петроградта 1917 йылғы революция ваҡытында пулемет командаһы составында баш күтәреүселәргә ҡушыла, Петроград Советы депутаты итеп һайлана. 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Смольныйҙа Ленин менән Крупская йәшәгән бүлмәне һаҡлай, Совнарком һәм Ленин ҡушҡан йомоштарҙы үтәй.
       Желтышев - шулай оҙаҡ ваҡыт Лениндың эргәһендә булған Башҡортостандан берҙән-бер кеше.
       Мин Степан Павловичты яҡындан белә инем. Уның менән осрашыуҙар, шәхсән уның хаҡында бынан 40 йыл элек рус һәм башҡорт телдәрендә сыҡҡан "Лениндың йомошсоһо" тигән китабымда һөйләнем.
       Степан Павлович Желтышев 1890 йылдың 28 декабрендә Балаҡатай районында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Октябрҙе Петроградта ҡаршылай, Петроград эшсе һәм һалдат депутаттар Советын, ә һуңынан Смольныйҙы һаҡлау буйынса пулеметсылар командаһы составында хеҙмәт итә.
       Советтарҙың II съезынан һуң Совнаркомдың Эштәр идаралығына В.И. Лениндың йомоштарын үтәү өсөн ебәрелә. Аҙ белемле крәҫтиән-һалдат биографияһының был ҡыҙыҡлы бите тураһында, Надежда Константиновна Крупскаяның иҫтәлектәрен һәм хаттарын файҙаланып, ентеклерәк һөйләйек.
       "Ленин тураһында иҫтәлектәр"ендә Крупская шулай тип яҙа:
       "Ильичты һаҡларға пулеметсыларҙың береһе, Өфө губернаһынан крәҫтиән Желтышев тәғәйенләнә. Ильичты ул ныҡ яратты, уны ҙур хәстәрлек менән хеҙмәтләндерҙе, Смольныйҙағы ашхананан ашарға ташыны. Желтышев сиктән тыш бер ҡатлы ине. Һәр нәмәгә ғәжәп ҡала торғайны. Бер ваҡыт бүлмәгә килеп инһәм, спирт шәме алдына сүкәйеп ултырған да уға спирт һибә. Һыу кранына ла, һауыт-һабаға ла аптырар ине. Смольныйҙы һаҡлаған пулеметсылар бер ваҡыт шкатулкалар табып ала. Эсендә нимә икән, тип ҡыҙыҡһынып, штык менән ҡутаралар. Унда көндәлектәр, ваҡ-төйәк биҙәнеү әйберҙәре, таҫмалар ятҡан була. Пулеметсылар биҙәнеү әйберҙәрен бала- сағаға тарата. Желтышев миңә лә сите һырланған һәм инглизсә "Ниагара" тип яҙылған түңәрәк көҙгө килтереп бирҙе. Миндә ул көҙгө әле булһа һаҡлана. Ильич ҡайһы берҙә Желтышевҡа бер- ике ауыҙ һүҙ ҡуша ине, ә тегеһе уның өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер ине...
       Хәҙер ул Башҡортостан Республикаһында колхозда йәшәй, ғаиләһе ҙур, ауырхына, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ҡайһы берҙә миңә Ильичты иҫенә төшөрөп хаттар яҙа..."
       Желтышев менән Надежда Константиновнаның алышҡан хаттары һаҡланғанмы-юҡмы икәнлеге оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ булып ҡалды. Баҡһаң, һаҡланған икән. Хаттарҙы мин Мәскәү архивтарының береһендә таптым.
       Степан Павловичтың хаттарында колхоз эштәре тураһында ентекләп яҙылған. Ҡарағыҙ әле, яҡташыбыҙ менән Надежда Константиновна нисек ихлас һәм ябай әңгәмәләшә:
       "Иптәш Желтышев, Һеҙҙән хат алып, бик шатландым. Мин һеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Ул ваҡыттан һуң күпме һыуҙар аҡты. Мин хәҙер ҡарсыҡҡа әйләндем. Иртәнән кискә тиклем эшләйем, ярай әле эш бар, юҡһа, Владимир Ильич вафат булғандан һуң күңелемә тыныслыҡ тапмайым.
       Иптәш Желтышев, миңә һеҙҙән хат килмәне, ә телефон аша һөйләшкәндә һеҙ икәнде аңламаным.
       Һеҙҙең хатығыҙға бик шатмын. Рәхмәт хат яҙыуығыҙға. Ҡулығыҙҙы ҡыҫам.
       Н. Крупская.
       Телефон аша Һеҙҙе танымауым бик үкенесле, бергәләп Владимир Ильичты иҫкә төшөрөр инек әле.
       1932".
       "Башреспублика, Балаҡатай районы, Емаш почта бүлексәһе, Степан Желтышевҡа.
       Иптәш Желтышев! Хатығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә сәләмәтлек һәм көс теләйем. Мин бик ныҡ ҡартайҙым. Миңә 64 йәш, бер күҙем бер нәмә лә күрмәй. Шулай ҙа эшемде ташламайым. Мин мәғариф буйынса эшләйем. Хәҙер эш бик күп. Мәктәпте юлға һалыу өсөн барыһын да эшләргә ине. Владимир Ильич, уның нисек йәшәүе һәм эшләүе тураһында күп яҙам.
       Ярай һау бул. Ҡулыңды ҡыҫам.
       Н.Крупская.
       6/II-1933 йыл".
       Иптәш Желтышев, Һеҙҙең хатығыҙҙы алдым. Рәхмәт. Тормошом элеккесә, китапханалар, өлкәндәр мәктәбе һәм, ғөмүмән, мәғариф, партия линияһы буйынса эшләйем. Күҙемә операция яһаттым, яҡшыраҡ күрә башланым, хәлем юҡ, әммә эшләй алам әле. Һеҙгә сәләмәтлек теләп, ҡулығыҙҙы ҡыҫам.
       Н. Крупская. 22/Х-1934 йыл".
       "Һеҙ бөгөнгөләй минең хәтеремдә, - тип яҙа С.П. Желтышев. - Һеҙ миңә бик яғымлды булдығыҙ... Тик мин һеҙҙең менән яҡшылап хушлаша алманым. Ильичтың ҡушыуы буйынса мине тыуған яғыма отпускыға ҡайтарҙылар. Һәм мин башҡаса һеҙгә килә алманым, миңә урманда аҡтарҙан йәшеренеп ятырға тура килде. Һуңынан ҡыҙыл партизандар отрядына ҡушылып һәм 3 йыл Советтар власын һаҡланым..."
       Граждандар һуғышы йылдарында С.П. Желтышев тәүҙә партизандар отрядында, һуңынан Красноуфимка полкында һәм Блюхер командованиеһындағы 30-сы дивизияла һуғыша. Колчакка, Деникинға, Врангелға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.
       1921 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм игенселек менән шөғөлләнә башлай. Уның тәҡдиме менән Н.К. Крупская исемендәге тип аталған колхозға беренселәрҙән булып инә.
       1943 йылдан 1946 йылға тиклем С.П. Желтышев Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1946 йылдан пенсияға киткәнгә тиклем тыуған колхозында эшләй. Балаҡатай районының почетлы колхозсыһы була.
       1967 йылда Степан Павлович Желтышевты, Октябрь революцияһында һәм Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы булараҡ, Ленин ордены менән наградлайҙар. Был уға көс-дәрт өҫтәй. Мин һуңғы тапҡыр уның менән 1974 йылдың 9 мартында осраштым. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул шат күңелле, алсаҡ ине, миңә фотографияларын бүләк итте. Ә ярты айҙан, 26 мартта, яуыз грипп уны аяҡтан йыҡты.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал