6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Прогресс һәм тотороҡлолоҡ гарантияһы
25.12.07


       Илдә барған тамырынан үҙгәреш һөҙөмтәләрен сағылдырған һәм яңы дәүләт ҡоролошона һәм йәмғиәт үҫешенә нигеҙ һалған мөһим сәйәси-хоҡуҡи документ - республиканың ғәмәлдәге Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителде. Был ваҡиға республика тормошонда яңы этапҡа башланғыс һалды. Башҡортостан Рәсәйҙә беренселәрҙән булып демократик-хоҡуҡи һәм социаль дәүләт принциптарын Конституция менән нығытты.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев "Дәүләт ҡоролошо өлкәһендә үҙәк һәм төбәктәр бәйләнешенең донъя һәм Рәсәй тәжрибәһе" исемле халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ошо турала һөйләне. Сара БР Конституцияһының 14 йыллығына һәм Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә 90 йыл тулыуға арналды.
       Конференция БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, "Рәсәй юристар ассоциацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан ойошторолдо. Пленар ултырышта юридик фәндәр докторы, профессор Толкачевтан тыш, БР Президентының өлкән референты Марат Ямалов, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Айһылыу Юнысова, Татарстандан һәм Мәскәүҙән ҡунаҡтар сығыш яһаны.
       БР Конституцияһы 1990 йылдың октябрендә иғлан ителгән республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияның логик дауамы һәм эҙемтәһе булып торҙо. Был ике тарихи ваҡиғаны айырып тороусы хронологик сиктәр бик бәләкәй - өс йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ. Ләкин уларҙа Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда быға тиклемге тиҫтәләрсә йылдарҙа күҙәтелмәгән динамизм тупланған.
       Конституцияла иғлан ителгән халыҡ власы, кеше хоҡуҡтарын яҡлау, социаль партнерлыҡҡа нигеҙләнгән баҙар иҡтисады үҫеше, тыныслыҡты һәм именлекте тәьмин итеү принциптары, әгәр дәүләт уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырһа, бойомға ашырырлыҡ. Ә көслө дәүләт - ул хоҡуҡҡа нигеҙләнгән власть, йәғни хоҡуҡи дәүләт.
       - Әлбиттә, Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты билдәле бер географик, этник, иҡтисади, сәйәси һәм тарихи үҙенсәлектәргә эйә, - тине Толкачев. - Ләкин улар араһында Башҡортостан Республикаһы элек тә, хәҙер ҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр, ижтимағи-милли рух һәм конституцион-хоҡуҡи хәл үҙенсәлеге менән айырылып тора. Был, әлбиттә, Башҡортостан үҫешендә бөтөнләй яңы дәүерҙе һәм яңы этапты билдәләүсе яңы Конституция нормаларының йөкмәткеһенә юғары талаптар ҡуймай ҡалманы.
       Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүҙә, хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тиң хоҡуҡтар биреүсе демократик хоҡуҡи дәүләт һәм социаль йүнәлештәге иҡтисад нигеҙҙәрен булдырыуҙа бөтә юғары ватан һәм халыҡ-ара стандарттарға яуап биреүсе 1993 йылғы Конституция тап шундай булып торҙо ла.
       Был бик мөһим документ тәрән объектив тарихи тамырҙарға эйә. Ысынлап та, уға Башҡортостан дүрт быуаттан ашыу ваҡыт барҙы, һәм тамамланып килгән 2007 йыл барыбыҙҙың да хәтерендә Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығы йылы булып ҡаласаҡ.
       - Беҙ бөгөн, Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге Конституцияһы хоҡуҡи дәүләттең Төп законы талаптарына тулыһынса тап килә, тип ғорурланып әйтә алабыҙ, - тине һүҙен тамамлап Толкачев. - Беҙ закондар ижад итеү һәм хоҡуҡтарҙы ҡулланыу яғынан бай тәжрибә туплағанбыҙ. Үҙҙәренән алда эшләүселәрҙең тәжрибәһенә нигеҙләнеп, өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары закондар сығарыу эшенең иң яҡшы традицияларын һаҡлау өсөн ҙур көс һалды. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы киләсәктә лә үҙ әһәмиәтен юғалтмаясағына ышанам.
       Пленар ултырыштан һуң фекер алышыуҙар һәм секциялар ултырыштары үтте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал