6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

240 миллиард үҙ хужаларын көтә
24.12.07


       Күршем ишеккә шылтыратты һәм тулҡынланып үҙ яңылыҡтары менән уртаҡлаша башланы:
       - Беҙҙең йортто икенсе йорт идаралығына тапшырырға йыйыналар! Тимәк, тағы беҙгә капиталь ремонт булмаясаҡ! Бына 32 йыл буйына, йорт төҙөлгәндән алып торбаларҙы алыштырғандары юҡ бит инде!
       Ҡайһы йорт идаралығына һәм ни өсөн тапшырыуҙары хаҡында күршем башҡа бер ни ҙә әйтмәне, белмәй ҙә ине, күрәһең, ә беҙҙең торлаҡ-эксплуатация идаралығы беҙҙең ихатала ғына урынлашҡан бит.
       Ошо йорт идаралығына, уның начальнигы Ҡасим Тимашев менән һөйләшергә юлландым. Хәл күршем һүрәтләгәнсә үк түгел икән. Бер кем дә беҙҙең йортто икенсе торлаҡ-эксплуатация идаралығына тапшырырға йыйынмай. Ләкин: торлаҡ милекселәре ширҡәтенә айырылып сығырға тәҡдим итәләр. Һәм үҙ иҫәбеңде асырға. Ә һуңынан шул уҡ торлаҡ-эксплуатация идаралығы менән хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөргә. Ни өсөн? Һуңынан Торлаҡ- коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан төбәктәргә ебәрелгән аҡсаны алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килһен өсөн. Һәм йортобоҙ нисә тиҫтә йыл инде көткән әлеге лә баяғы капиталь ремонтты тиҙерәк эшләтеү өсөн.
       Асылына төшөнөү өсөн баштан башлайыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә, илебеҙ территорияһында бик күп булған иҫке һәм авария хәлендәге йорттар менән күптән шөғөлләнергә ваҡыт, тип белдергәйне.
       2007 йылдың июлендә дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы тарафынан "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды тураһында" закон ҡабул ителгәйне. Уның инициаторы РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев булды.
       Фонд 2007 йылдың 21 июлендә ҡабул ителгән закон нигеҙендә булдырыла. Уға ЮКОС-тың бурыстарын түләүҙән алынған 240 миллиард һум аҡса күсерелә. Был аҡсаға дәғүә итеү өсөн төбәктәргә һәм муниципалитеттарға ун ике ҡәтғи шартты үтәү етә. Айырым алғанда, муниципалитеттарҙа хәҙерге муниципаль унитар предприятиелар урынын яуларға тейешле коммуналь коммерция предприятиелары әүҙем төҙөлөргә тейеш. 2009 йыл башына уларҙың өлөшө - 25 процент, ә 2011 йылға 80 процент тәшкил итергә тейеш.
       Төбәктәр шулай уҡ торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөүгә булышлыҡ итергә тейеш. Ширҡәттәр төҙөлгән күп фатирлы йорттар өлөшө 2009 йылға - биш процент, 2010 йылға - 10, 2011 йылға 20 процент тәшкил итергә тейеш. Законда шулай уҡ, торлаҡты капиталь ремонтлауға сығымдарҙың биш процентын граждандар финансларға тейеш, тип ҡаралған.
       Әммә төбәк вәкилдәре бындай шарттарҙы сиктән тыш ҡаты тип иҫәпләй. Шуның менән бәйле октябрҙә үк Рәсәйҙең 67 ҡалаһы муниципалитеты Дәүләт Думаһына хәлде үҙгәртергә талап итеп мөрәжәғәт итте. Дәүләт Думаһы төҙәтмәләрҙе яҙғы сессияла ҡараясаҡ.
       Элекке төбәктәрҙе үҫтереү министры Владимир Яковлев ваҡытында был законды тормошҡа ашырыу эше илке-һалҡы ғына алып барылды. Яңы министр Дмитрий Козак ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ике аҙна элек ул субъекттар һәм муниципалитеттар вәкилдәре менән "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды тураһында" Федераль законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үткәрҙе.
       Кәңәшмәне асып, министр, 2008 йылдың 1 ғинуарынан уҡ фонд та, урындарҙағы төбәк һәм муниципаль властар ҙа законды тормошҡа ашырыуға тотонһондар өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       РФ Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығы башлығы федерация субъекттарынан фонд тураһында законға 70-тән ашыу яуап килеүе хаҡында телгә алды. Бөтә тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр ентекле ҡаралды. Һәм министр Рф территорияһында бер ерҙә лә законды тормошҡа ашырыу менән бәйле артыҡ ҙур проблемалар булмауын билдәләп үтте.
       Ул, закондың һуңғы маҡсаты булып торлаҡ-коммуналь секторҙа иҡтисади механизмдарға киң, радикаль реформа үткәреү тора, был, үҙ сиратында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа шәхси инвестициялар йәлеп итеү әүҙемлегенә туранан-тура бәйле, тип аңлатып үтте. Министр, фонд средстволары Рәсәйҙәге иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ проблемаларын барыһын да хәл итә алмай, шуға күрә дәүләт аҡсаһы законға ярашлы һәм иң актуаль, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә генә бүленәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       РФ Президенты төбәктәрҙә эштәр нисек барыуы - ҡайһы төбәктәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу программаһында ҡатнашыуы, күпме күләмдә аҡса бүленеүе, күпме кешеләр солғап алыныуы тураһында уға хәбәр итеүҙәрен үтенде. Козак, бындай йомғаҡ яһау ай һайын үткәреләсәк, тип белдерҙе.
       Министрҙар хәл итә һәм талап итә. Ә беҙ тәжрибә яһау объекты булып ҡалабыҙ. Юҡ, мин законды дөрөҫ түгел, тип әйтмәйем. Ә беҙҙә бөтә ҡарарҙар еренә еткереп уйламайынса ҡабул ителә, тип әйтергә теләйем.
       - Бына миндә бөтә кәрәкле ҡағыҙҙар әҙерләнгән дә инде, - тине миңә йорт идаралығы начальнигы. - Ризалашырға һәм торлаҡ милекселәре ширҡәтенә бүленергә кәрәк. Барыбер бөтәбеҙ ҙә унда буласаҡбыҙ. Һеҙ тик беренсе ҡарлуғас булдығыҙ. Хәҙер бөтә ерҙә лә "Путин" аҡсаһын алыу өсөн торлаҡ-коммуналь ширҡәттәре ойоштороласаҡ. Фондтан аласаҡһығыҙ. Өҫтәп үҙегеҙ йыясаҡһығыҙ әле. Ике йыл эсендә капиталь ремонтҡа аҡса тупларһығыҙ!
       Әгәр график буйынса беҙҙә былай ҙа ике йылдан һуң капиталь ремонт планлаштырылғас, иҫке торбалары менән беҙҙең йортҡа торлаҡ милекселәре ширҡәтенә бүленеүҙән берәй фәтеүә бармы икән? Һорау асыҡ көйөнсә ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал