6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Заманса биш төр ярыш

Сабирхузин юбилей төҙөлөштәренән бик ҡәнәғәт
21.12.07


       Юбилей йылы аҙағына яҡынлаша. Республика үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын ҙур төҙөлөштәр менән билдәләне. Бөгөн республикабыҙҙың иң яҡшы спортсыларының береһе Рөстәм Сабирхузин менән әңгәмәлә (заманса биш төр ярыш) беҙ был теманы урап үтә алманыҡ.
       - Йыл аҙағына яҡынлашты. Уҙған 2006-2007 миҙгелендәге ҡыуаныстарығыҙ һәм үкенестәрегеҙҙе уҡыусылар менән дә уртаҡлашһағыҙ ине?
       - Ҡыуаныстар ҙа, үкенестәр ҙә етерлек булды. Ҡаҙаныш итеп, әлбиттә, Европа чемпионатында икенсе урынды иҫәпләйем. Ә август айында Берлинда донъя чемпионатында еңелеү бик ныҡ кәйефте ҡырҙы.
       - Рөстәм, хәҙер ҡыш, һәм һеҙҙең спорт төрө каникулға сыҡты. Ләкин, аңлауымса, бер аҙ ял иткәндән һуң һеҙ күптән инде күнекмәләргә тотонғанһығыҙ...
       - Эйе, ике аҙна ғына ҡатыным Елена һәм дүрт йәшлек улым Артур менән Төркиәлә ял иттек...
       - Ялда нимә менән шөғөлләндегеҙ? Шулай уҡ йөҙҙөгөҙ, йүгерҙегеҙ, атта йөрөнөгөҙмө?
       - Юҡ, Төркиәлә мин спорт менән бөтөнләй шөғөлләнмәҫкә тырыштым.
       Октябрь уртаһынан әҙерләнә башланыҡ. Ике аҙна Өфөлә эшләнек, һуңынан ноябрҙә 20 көнгә АҠШ-ҡа (Колорадо штатына) киттек. Йүгереү һәм йөҙөү - беҙҙең базабыҙ. Был төрҙәр менән берәр сәғәт шөғөлләндек. Ҡалған өс төр буйынса онотмау өсөн күнекмәләрҙе ҡабатлау ғына булды.
       - Унда Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы ла барҙымы?
       - Юҡ, ирҙәр генә.
       - АҠШ, тауҙар, ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ ирҙәр. Был һеҙгә "Көмрө тау" ("Горбатая гора") фильмын хәтерләтмәйме?
       - Юҡ. Мин бындай күренештәргә ҡырҡа ҡаршымын.
       - Ә американдар нисек?
       - Моғайын, Задорновтың нисек американдарҙы тәнҡитләүен ишеткәнегеҙ барҙыр. Мин аҙым һайын һаулыҡ тураһында ҡысҡырған, ә үҙе гамбургер һәм чисбургер ашаған кешеләрҙең йәшәү рәүешен аңламайым. Башҡа дәғүәләрем дә бар. Тик унда яҡшы кешеләр ҙә бар, әлбиттә.
       Уның ҡарауы, базала бөтә нәмә яҡшы эшләнеүе бик оҡшаны. Шөғөллән генә - бөтә шарттар ҙа бар. Тик тауҙың бик бейек, диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә булыуы ҡатмарлылыҡ тыуҙыра.
       - Юбилей йылында "Аҡбуҙат" комплексында төҙөлгән яңы манеж нисек?
       - Төҙөлгән комплексҡа килгәндә - дәғүә юҡ. Ҡайһы бер ваҡ- төйәк етешһеҙлектәр бар икән, дөйөм фонда улар һиҙелмәй ҙә. 12 урынлыҡ бына тигән тир, атыу өсөн махсус ҡоролмалар, фехтование менән яҡшы зал. Бындай залда беҙ генә түгел, шпагасылар ҙа шөғөлләнә ала.
       Ат манежын әйтеп тораһы ла юҡ! Ул халыҡ-ара стандарттар кимәлендә! Бөтәһе лә бар - япма, йылытыу...
       Хәҙер теләп күнекмәләргә бараһың. Элек иҫке һыуыҡ манежға һыбай йөрөүгә кәрәк булғанға бара торғайным. Декабргә тиклем яңы манежда йылытыу булмаған. Ул саҡта күнекмәгә йөрөүселәрҙең барыһы ла һалҡын тейҙереп сирләгән, әммә мин ул ваҡытта бында булманым. Йылытыу биргәндәр ине - хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Ғөмүмән, был бүләктән беҙҙең шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Юбилейға ҡарата шул тиклем күп эштәр башҡарылған...
       Мин тағы ла үҙ ҡарашымдан сығып һүҙ йөрөтәм инде. Беҙҙең үҙ базабыҙ бар. "Динамо"ла ике бассейн һәм йүгереү манежы бар. Төҙөлгән инфраструктураны, яңы юлдарҙы иҫәпкә алғанда, бер нөктәнән икенсеһенә тиҙ барып етергә мөмкин. Уңайлы.
       Мәскәүҙә юлға бик күп ваҡыт китә. Ростов артыҡ ҙур ҡала булмаһа ла, унда ла йөрөүе ауыр. Ә бында ярты сәғәт эсендә барып етергә мөмкин. Рәсәйҙә сборҙарҙы күнегелгәнсә Ростовта һәм Мәскәүҙә түгел, ә тап Өфөлә үткәреү яҡшыраҡ булыр ине, тип иҫәпләйем.
       - Ә һеҙгә "Аҡбуҙат" үҙе нисек?
       - Бөтә "Аҡбуҙат"ты күрмәгәнмен әле, трибуналарының эсендә булмағанмын. Уның ҡарауы, байрам көнөндә саҡырыу буйынса яңы "Өфө-Арена"ла булдым.
       "Аҡбуҙат" комплексы тыштан ҡарағанда иҫ киткес матур. Мин күп ипподромдарҙы күрҙем, ләкин беҙҙеке - иң яҡшыларҙың береһе. Ул хатта Көнбайыштағы күп кенә ошондай уҡ ҡоролмаларҙан матурыраҡ.
       - Аттарҙы бик яҡшы беләһегеҙҙер, моғайын.
       - Дөрөҫөн әйтәм, юҡ. Беҙҙең специфика шундай - ярыштарҙа һәр ваҡыт төрлө аттарҙа йөрөргә тура килә, шуға күрә улар менән етди шөғөлләнергә тура килмәй. Ғөмүмән, мин кешеләрҙе яҡшы хәтерләйем, ә аттарҙы хәтерҙә ҡалдыра алмайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал