6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртыу
18.12.07


       Республика халҡының сәләмәтлеген нисек яҡшыртырға мөмкин? Медицина ярҙамын нисек сифатлы һәм арзан яһарға? Демографик пессимизмды еңеү өсөн нимәләр кәрәк? Уҙған йомала Әбйәлил, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендә үткән Республика Советының күсмә ултырышында ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнеләр. Форумда шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, дауаханаларҙың баш врачтары ҡатнашты.
       Медсоветҡа әҙерлек барышында төбәктә бихисап дауаханалар төҙөлдө һәм булғандары реконструкцияланды, учреждениеларға заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды. Кешеләрҙең һаулығы тармаҡ учреждениеларының матди-техник базаһына ғына бәйле булмауын аңлап, республикала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә комплекслы ҡарайҙар. Шуға бәйле дауалау учрждениеларында күрһәтелгән медицина ярҙамын арзан һәм сифатлы яһау форумдың пленар өлөшөндә ҡаралған төп мәсьәлә булып торҙо.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең докладында, һаулыҡ һаҡлауҙы финанслау күләме йылдан-йыл арта бара - быйыл ғына ул 18 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, тип билдәләне. Республика бюджетында быйыл 40-тан ашыу медицина объекты төҙөүгә һәм реконструкциялауға 1 миллиард 400 миллион һум ҡаралған. Әйтергә кәрәк, фельдшер- акушер пункттарынан башлап ҙур клиникаларға тиклем медицина ярҙамы күрһәтеү республикала ентекле уйланылғанконе цформыначалоформы. Беҙҙә юғары медицина технологияларын үҙләштереү яғынан да күп эштәр башҡарыла. Һуңғы өс йылда ғына өс гемодиализ үҙәге асылды. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика психиатрия дауаханаһының яңы корпустары сафҡа индерелде. Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының хирургия бүлексәһе бинаһы төҙөлөп бөтөп килә. Республика онкология диспансеры биналарын реконструкциялау һәм яңы корпус төҙөү, республика наркология хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республика Советының киләһе, иҫәбе буйынса дүртенсе күсмә ултырышын Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарында үткәреү тап ауыл һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә етди этәргес бирәсәк - унда әҙерлек эштәре башланды ла инде.
       Бөтә был эштәр, беренсе сиратта, медицина ярҙамын арзаныраҡ яһауға йүнәлтелгән. Уның сифаты иһә туранан-тура тармаҡтың кадрҙар ҡеүәтенә бәйле. Республикала медицина кадрҙары әҙерләүҙең һөҙөмтәле системаһы эшләп килә. Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм һигеҙ урта профессиональ уҡыу йорто йыл һайын юғары һәм урта махсус белемле 2500-ҙән артыҡ белгес сығара.
       Әммә кадрҙар мәсьәләһен хәл иткәндә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү системаһын артабан камиллаштырыу мөһим. "Бөгөнгө берҙәм тариф системаһынан эш хаҡы түләүҙең тармаҡ системаһына күсеүҙе уйлап хәл итергә кәрәк, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Бында хеҙмәт шарттары һәм уның ҡатмарлылығы, сифат һәм һөҙөмтәлелек иҫәпкә алынырға тейеш".
       БР Президенты ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын кешеләрҙең сәләмәтлегенә кире йоғонто яһаусы проблемаларға йүнәлтте. Балаларҙың 30 проценты мәктәпте тамамлауға теге йәки был хроник сиргә дусар була, физик үҫеш яғынан артта ҡалған балалар һаны арта. "Бөтә был мәсьәләләр буйынса етди эшләргә кәрәк", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Ғөбәйҙулла улы.
       Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем күрһәткесе юғары булып ҡала. 2006 йылда ғына йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарынан 32 меңдән ашыу кеше үлде, уларҙың байтағы - эшкә һәләтле йәштәге кешеләр.
       Юл-транспорт һәләкәттәренән үлеүселәр ҙә бик күп. Былтыр ғына юл-транспорт һәләкәте эҙемтәһендә республиканың 1042 кешеһе һәләк булды, ә быйыл ун айҙа - 854 кеше.
       "Кешенең һаулығы медиктарға ғына бәйле түгел. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кешенең һаулығын булдырыусы факторҙар араһында медицинаға дүртенсе урын ғына бирелә! Ә тәүге өс урында - кешенең үҙенең йәшәү рәүеше, тышҡы һәм генетик факторҙар", - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.
       Һис шикһеҙ, һаулыҡ культураһы юғары булыуы кәрәк. "Кешеләр үҙенең физик хәле тураһында хәстәрлек күрергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өйрәнһендәр ине. Был бигерәк тә йәштәргә ҡағыла. Ҡайһы бер үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар, үҙе, киләсәк тоҡомо тураһында һис уйламай, эскелек, тәмәке тартыу һәм хатта наркотиктар менән мауыға", - тип билдәләне республика Президенты.
       Хәҙерге ваҡытта РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы яҡындағы 10 йылға һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу программаһын эшкәртә. Беҙҙең бурыс - уны әҙерләү этабында уҡ әүҙем ҡатнашыу. Республиканан тәғәйен тәҡдимдәр индерергә кәрәк. Артабан уға нигеҙләнеп, беҙҙең үҙебеҙгә оҙайлы ваҡытҡа тармаҡты үҫтереүҙең төбәк программаһын эшкәртергә тура киләсәк.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал