6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Хәүефле шылтыратыуҙар
17.12.07


       Көтөлмәгәндә телефон шылтырай. Һеҙ трубканы күтәрәһегеҙ ҙә ҡурҡышығыҙҙан ҡатып ҡалаһығыҙ.
       Линияның икенсе яғынан һеҙгә яҡын кешегеҙҙе ҡотҡарыу өсөн бик аҙ ғына ваҡыт ҡалыуы тураһында хәбәр итәләр. Юҡ, был ҡурҡынынс фильмдан анонс түгел. Был телефон аферистарының Мәскәүҙә һәм Питерҙа күптән билдәле яңы хәйләһе. Хәҙер беҙҙең республикала ла ошондай схема буйынса эш итәләр. Уның асылы шуға ҡайтып ҡала: мутлашыусылар үҙҙәре һайлаған ҡорбанына шылтыраталар ҙа, әйтәйек, улың (йәиһә ҡыҙың, туғаның, ирең һәм башҡалар) бер кешене тапатты, уны ҡотҡарыу өсөн ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, тип хәбәр итәләр.
       - Яңы криминаль хәйлә республикала уңышлы эшләй. Телефон аферистарынан күптәр зыян күрҙе лә инде, кем белә, тағы күпме кеше уларҙың ҡармағына эләгер, - тип иҫкәртә БР буйынса
       Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре Салауат Уйылданов.
       Мәҫәлән, Өфөнән пенсионерҙар ғаиләһе Валле бар булған йыйынтыҡтарын - 30 мең аҡсаларын тоттороп ебәрә. Быйыл ноябрь башында уларҙың улы Дмитрий Мәскәүгә китә. Бер нисә көндән уларҙың кеҫә телефоны шылтырай. Билдәһеҙ берәү үҙен милиция тирәһендә эшләүсе Игорь Сергеевич тип таныштыра һәм уларҙың улы бәләгә тарыуы хаҡында хәбәр итә.
       - Мин, нимә булған, тип һораным, - тип хәтерләй Дмитрийҙың әсәһе Зинаида Валле. - Ә ул миңә, Дима бер кешене, асарбаҡты, тапатты, тип яуап бирҙе.
       Унан һуң абонент уларҙың улына ярҙам итә алыуын хәбәр итә. Күпмелер аҡса бирһәләр, Дмитрийҙы ебәрәсәктәр, ә асарбаҡты бер кем дә эҙләп тә тормаясаҡ, ти. Пенсионерҙарҙы ышандырыу өсөн телефон аферисы: "Бына телефонды улығыҙға бирәм, әммә ул авария ваҡытында яңағын һындырған, ипләп һөйләшә алмай", - тип өҫтәй.
       "Әсәй, мин кеше тапаттым, хәҙер миңә һөйләшеүе ҡыйын, яңағым һынған, аңымды юғалтып барам", тигән һүҙҙәр яңғырай телефонда.
       Бындай аңлайышһыҙ һөйләшеүҙән һуң Зинаида Дмитриевна улының бәләгә тарыуына бөтөнләй шикләнмәй. Уны төрмәнән ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн Игорь Сергеевич йөҙ мең аҡса һорай. Пенсионерҙарҙың, әлбиттә, ундай аҡсаһы булмай, һәм аферист ставканы 30 меңгә тиклем кәметә - ир менән ҡатындың шул тиклем генә аҡсаһы була. Шул мәлдә Павел Августовичта шик тыуа.
       - Мин бер мәл шикләнеп ҡалдым. Тәүҙә беҙҙән йөҙ мең һоранылар, ҡатыным беҙҙә ундай аҡса юҡ тигәс, 50 меңгә төшөрҙөләр. Ҡатыным, 30 мең генә аҡса бар, тине. Ә улар шуға риза булды. Тәүҙә йөҙ мең, һуңынан шунда уҡ 30 меңгә риза булдылар! Мин ҡатыныма: "Был бит ниндәйҙер афера!" тип әйтеп ҡараным. Ә ул миңә: "Ҡамасаулама!"
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионер ҡатынын кире дүндерә алмай. Зинаида нисек кенә булмаһын һөйөклө улын ҡотҡарырға теләй. "Изге әҙәм", тиҙҙән уларға бер кеше аҡса артынан инер, тип хәбәр итә. Зинаида Петровна, бөтә булған йыйынтығын биреп ебәреү өсөн, уны түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Аҡсаны алып, таныш булмаған кеше юғала. Шул уҡ көндө улдары Дмитрий шылтыратып, эше яҡшы барыуын хәбәр итә, һәм ата-әсәһе уны төрмәнән йолоп алып ҡалыуҙары хаҡында әйткәс, бик ғәжәпләнә.
       Ә ҡайһы берҙә ире йәки улы булып: "Сәләм, был мин. Мин кешене тапаттым", тип шылтыраталар. Бындай хәбәрҙе ишетеп, ҡурҡышынан албырғап ҡалыусылар, уны бәләнән ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн, һуңғы аҡсаһын бирергә әҙер.
       Салауат Уйылданов әйтеүенсә, һуңғы айҙа ғына республикала аферистарҙың ошондай сценарий буйынса эш итеүенән төрлө ҡалаларҙан 30-ҙан артыҡ кеше зыян күргән. Аферистар - оҫта психологтар. Шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ әйтеп, улар әңгәмәләшсеһен көсһөҙләндерә. Бындай хәлдә бик һирәктәр уйлап эш итеү һәләтен һаҡлай.
       - Кешеләр аферист менән һөйләшкән арала икенсе телефондан йәнәһе бәләгә тарыусыға шылтыратып, хәлде белгән осраҡтар ҙа булғылай, - тип һөйләне БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәт эҙләү идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары Владимир Маслов.
       Милиция барыһына ла бындай мутлашыусыларҙың ҡармаҡтарына эләкмәҫкә саҡырып мөрәжәғәт итә.
       - Бындай шылтыратыуҙар булһа, телефондағы тауыш яҡынығыҙҙың тауышына оҡшаш булһа ла, уға исеме менән өндәшмәгеҙ. Сит кеше яуап бирә алмаҫлыҡ һорауҙар бирегеҙ, - тип иҫкәртә Салауат Уйылданов. - Йәнәһе бәләгә тарыусыға үҙегеҙ мотлаҡ шылтыратырға тырышығыҙ. Кеҫә телефонына, өйөнә, эшенә, коллегаларына, дуҫтарына, таныштарына шылтыратығыҙ. Ысын хәлде асыҡларға тырышығыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал