6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Башҡортостан Медведевтың кандидатураһын берҙәм яҡлай
13.12.07


       Ил был ваҡиғаны көтөп алды. Дәүләт башлығы үҙенә алмашҡа килеүсенең исемен атаны. Дүрт партия - "Берҙәм Рәсәй", "Ғәҙел Рәсәй", Аграр партия һәм "Гражданлыҡ көсө" - лидерҙары Владимир Путин менән осрашыуҙа РФ Президентына кандидат итеп беренсе вице-премьер 42 йәшлек Дмитрий Медведевты күрһәтте. Дәүләт башлығы был кандидатураны тулыһынса хуплауын белдерҙе. Путин "Медведевты 17 йылдан ашыу белеүен, бөтә был йылдар эсендә уның менән иңгә-иң терәп эшләүен" билдәләне.
       - Рәсәй йәмғиәтенең төрлө ҡатламдарына таянған һәм халыҡтың төрлө төркөмдәре мәнфәғәттәренән сығып эш иткән дүрт партия башлығы бер тәҡдим менән килгән, өҫтәүенә, уларҙың икәүһе парламентта күпселекте тәшкил итә, тимәк, был 2008 йылдың мартындағы һайлауҙан һуң Рәсәй Федерацияһында тотороҡло власть урынлашырына ышанысты нығыта.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та был ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдерҙе.
       - "Берҙәм Рәсәй"ҙең һәм ҡайһы бер башҡа сәйәси партияларҙың Дмитрий Медведевты Рәсәй Президенты вазифаһына тәҡдим итеүе һәм айырыуса уның кандидатураһын Владимир Путиндың хуплауы Рәсәй өсөн мөһим һәм күп йәһәттән хәл иткес ваҡиға булып тора.
       Илебеҙ халҡы дәүләттең артабанғы тотороҡло үҫешенә өмөттәрен Владимир Путиндың исеме менән бәйләй. Ул Рәсәйҙә иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеп, уҙған быуаттың көрсөк күренештәренән һуң халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә алды. Һуңғы һигеҙ йылда илдә кешеләрҙең йәшәйешен, демографик хәлде яҡшыртыу, иҡтисадты һәм башҡа өлкәләрҙе нығытыу буйынса бик етди аҙымдар яһалды. Рәсәй юғары үҫеш темпы алды, беҙ быны Башҡортостан миҫалында ла күрәбеҙ. Әлбиттә, һөҙөмтәле үҫешкә йүнәлеш тотҡан курсты иҡтисадтың глобаль мәсьәләләре менән таныш, ябай кешенең проблемаларын яҡшы белгән көслө етәксе дауам итергә тейеш.
       Рәхимов, Рәсәй Президенты һәм уның кандидатураһын күрһәткән партиялар яғынан хуплау Дмитрий Медведевҡа ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә, тип иҫәпләй. Социаль өлкәлә эшләүсе беренсе вице-премьер халыҡ өсөн төп проблемаларҙы хәл итеү менән туранан-тура бәйле булған милли проекттарҙы ярайһы уҡ уңышлы тормошҡа ашыра. Был, үҙ сиратында, яңынан төҙөлгән ил етәкселеге өсөн социаль өлкә тәү сираттағы әһәмиәткә эйә булыр тип фаразлау мөмкинлеге бирә. Кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү, медицина хеҙмәттәре, белем биреү сифатын яҡшыртыу, торлаҡ проблемаларын хәл итеү, пенсионерҙар хаҡында хәстәрлек күреү әүәлгесә өҫтөнлөклө булып ҡалырға тейеш.
       - Беҙ Дмитрий Медведевты итәғәтле, киң эрудициялы, интеллигент кеше булараҡ беләбеҙ, - тине Мортаза Рәхимов. - Уның, Владимир Путин командаһындағы кеше булараҡ, Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты тарафынан башланған илдең һөҙөмтәле һәм эҙмә-эҙлекле үҫеш курсын лайыҡлы дауам итә алырына шигем юҡ. Башҡортостанды Дмитрий Медведев менән яҡшы эш мөнәсәбәттәре бәйләй. Республикаға сәфәре барышында ул ауылды үҫтереүгә, атап әйткәндә, йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә һәм ауыл мәктәптәре төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙең һөҙөмтәле хәл ителеүен билдәләгәйне. Беҙ байтаҡ мөһим мәсьәләләр буйынса үҙ-ара аңлаштыҡ.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһының беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведевтың Рәсәй Президентын һайлауҙа еңеү мөмкинлеген юғары баһалай.
       - Медведевтың бөтә сәйәси биографияһы юғары дәүләт вазифаһына һайлау өсөн уны иң әҙер фигура тип иҫәпләргә нигеҙ бирә, - тип белдерҙе Константин Борисович. - Медведевтың кандидатураһын бер юлы бер нисә партия күрһәтеүе, уны РФ Президенты ла хуплауы һис тә ғәжәпләндермәй.
       "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ринат Миһранов, төбәк бүлексәһе Дмитрий Медведевтың кандидатураһын тулыһынса хуплай, тине.
       Партия етәкселеге ҡарарын "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе лә яҡлай. Был турала уның лидеры Александр Сидякин:
       - Төбәк бүлексәһе президентлыҡҡа кандидат итеп Дмитрий Медведевты күрһәтеүҙе һис шикһеҙ дөрөҫ тип иҫәпләй, - тине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал