6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Мөхәббәте һис тә кәмемәгән
11.12.07


       Насур Юрушбаевтың "Сена өҫтөндә ҡурай моңо" документаль фильмын һәм "Башҡорт халҡының хәрби даны" китап-альбомын презентациялау икеһе лә бер көндө үтте. Исемдәренән үк күренеүенсә, фильм да, китап та башҡорт яугирҙарына арналған. Әммә бер етди айырмаһы ла бар. Уникаль фәнни-популяр китап сығарыу инициативаһы Башҡортостандың "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубыныҡы булһа, фильмдың режиссеры, операторы һәм продюсеры - немец бизнесмены Насур Юрушбаев. Элекке ватандашыбыҙ Насур Германияға йәшәргә һәм эшләргә китһә лә, бәләкәй тыуған иленә һөйөүен йөрәгендә һаҡлай. Сит илдә егерме йыл йәшәү дәүерендә ошо һөйөү хисе һис кенә лә кәмемәгән. Насур башҡорт телен дә онотмаған, башҡортса шиғырҙар һәм йырҙар ижад итә.
       - Фильм өҫтөндә мин ете йыл эшләнем. Ҡайһы берәүҙәр көсөргәнешле эшкә түҙмәй китте, уларға алмашҡа икенселәр килде. "Сена өҫтөндә ҡурай моңо" - ул 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттар тураһында фильм. Бәлки, һеҙ фильмды ҡараған саҡта ҡайһы бер кәмселектәр ҙә табырһығыҙ, әммә барыһы ла нигеҙле, унда килтерелгән факттар иҫбатланған.
       Ысынлап та, тарихи дөрөҫлөккә килгәндә, ул ентекле тикшерелгән. Фильмда режиссер Башҡортостандан, Германиянан, Франциянан тарихсыларҙың нигеҙле фекерҙәрен килтерә. Насурҙың әйтеүенә ҡарағанда, асылына етеү сиктән тыш ҡатмарлы булған, сөнки ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса ғалимдарҙың фекере төрлөсә булған. Режиссер шулай уҡ әлегә тиклем билдәһеҙ булған бер нисә фактты табыуға өлгәшә.
       - Немец китапханаларының береһенең архивында эшләгәндә, мин осраҡлы рәүештә Гетеның үҙ дуҫына хатын таптым. Унда шағир Веймарҙа туҡталған башҡорттар менән танышыуы тураһында яҙа. Гете башҡорттарҙың нисек намаҙ уҡыуын күрә, һуңынан уларҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Башҡорт яугирҙары уға үҙҙәре тураһында иҫтәлек ҡалдыра - бөйөк немец классигына йәйә һәм уҡтар бүләк итә.
       Фильм документаль булһа ла, уны ҡарауы һис тә күңелһеҙ түгел. Һуғыш күренештәре менән бер рәттән, унда лирик ноталар ҙа бар - башҡорттарҙың көнкүреше, ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында ла һөйләнелә. Дөрөҫөн әйтәм, бик ҡыҙыҡһынып ҡараным. Фильм тексында бер ниндәй ҙә аңлайышһыҙ һүҙҙәр ҙә юҡ, ул ябай һәм хатта балаларға ла аңлайышлы.
       Ҡарағандан һуң фильм буйынса фекер алышыу үткәрелде. Ул бер аҙ Александр Гордондың "Ябыҡ күрһәтеү" программаһын хәтерләтте. Профессионалдарҙың һәм ябай тамашасыларҙың фекерен тыңлау бик ҡыҙыҡлы булды. Әле "Минең йондоҙом" фильмы өҫтөндә эшләгән режиссер Зөһрә Бураҡаева ихлас рәүештә: "Сена өҫтөндә ҡурай моңо" - көсө, йөкмәткеһе, фильм материалын биреү буйынса иҫ киткес. Насур уға бөтә күңелен һалып эшләгән, шуға күрә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел", - тине.
       Фильмдан тәьҫоратты "Башҡорт халҡының хәрби даны" китабы ла көсәйтте. Альбомдың 129 битендә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ хәрби даны тарихы тураһында мәҡәләләр урынлашҡан - китап ХVI быуаттан алып ХХ быуат уртаһына тиклем осорҙо солғап алған. Был фәнни-популяр баҫманы картиналар репродукциялары һәм фотографиялар биҙәй. Проектты ойоштороусылар, фильм да, китап та мотлаҡ үҙ тамашасыһы- уҡыусыһын табасаҡ һәм Башҡортостан тарихы дәрестәрендә яҡшы ярҙамсы буласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал