6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Партия һәм хәрәкәттәр

Яңы Думанан нимәләр көтөлә?
10.12.07


       РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау протоколдарының 100 процентын да эшкәртте. Һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров хәбәр итеүенсә, Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа "Берҙәм Рәсәй" - 64,3 процент, КПРФ - 11,57, ЛДПР - 8,14, "Ғәҙел Рәсәй" 7,74 процент тауыш йыйҙы. Был дүрт партия ете процентлыҡ барьерҙы үтте. Ҡалған бер партия ла ете процентлыҡ барьерҙы үтә алмау ғына түгел, 2,5 проценттан артыҡ тауыш йыя алманы. Владимир Чуровтың әйтеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Дәүләт Думаһындағы 315 урын "Берҙәм Рәсәй"ҙеке буласаҡ, Компартия 57 урын аласаҡ, ЛДПР - 40, "Ғәҙел Рәсәй" - 38.
       БР Үҙәк һайлау комиссияһы ла Башҡортостандағы Дума һайлауҙарына йомғаҡ яһаны. "Берҙәм Рәсәй" партияһы өсөн һайлаусыларҙың 83,12 проценты тауыш биргән, Коммунистар партияһы өсөн - 7,45 процент. "Ғәҙел Рәсәй" - 4,2 процент; Либераль-демократик партия - 2,22; Аграр партия - 0,72; "Яблоко" - 0,43; "Рәсәй патриоттары" - 0,36; "Уң Көстәр Союзы" - 0,31; "Гражданлыҡ көсө" - 0,29; Социаль ғәҙеллек партияһы - 0,12; Рәсәй Демократик партияһы 0,08 процент тауыш йыйҙы.
       Шулай итеп, Думаның яңы составы билдәләнде. Ҡайһы бер партияларҙың төбәк бүлексәләре унан нимәләр көтә?
       Һайлау геройҙары вәкиле - "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ринат Миһранов ентекле яуап бирҙе.
       - Дәүләт Думаһының яңы составынан, иң элек, Путин Планын тормошҡа ашырыуҙы көтәм, - тине Ринат Альфред улы. - Был пландың биш төп йүнәлеше бар. Беренсенән, Рәсәйҙе үҙенсәлекле, мәҙәни, рухи держава булараҡ үҫтереү. Икенсенән, инновацион иҡтисадты үҫтереү. Рәсәй сеймал базаһы иҫәбенә түгел, яңы технологиялар иҫәбенә үҫешергә тейеш. Өсөнсөнән, кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу, өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Дүртенсенән, аппарат коррупцияһына ҡаршы дәүләт көрәшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү. Бишенсенән, илдең оборона һәләтлелеген һәм донъяла лидерлығын нығытыу. Әгәр Дәүләт Думаһының яңы составы дөрөҫ закондар ҡабул итһә, быларҙың барыһы ла тормошҡа ашасаҡ.
       Популярлығы буйынса икенсе - коммунистар партияһы вәкиле, КПРФ рескомының икенсе секретары Альберт Гәрәев, оппонентынан айырмалы рәүештә, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто һәм үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәне:
       - Депутаттар элек ҡабул ителгән закондарҙың үтәлешен контролдә тота алһалар ҙа бик яҡшы булыр ине!
       "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе лидеры Александр Сидякин бына нимә тине:
       - Дәүләт Думаһының яңы составынан артыҡ бер нәмә лә көтмәйем. Был "һоро" состав. Сағыу шәхестәр унда булмаясаҡ. Яңы Дәүләт Думаһы - ул техник орган, тип иҫәпләйем, һәм "Берҙәм Рәсәй" алған һөҙөмтә Рәсәйҙә дискуссион майҙансыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип уйламайым.
       Нисек кенә булмаһын, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре Дәүләт Думаһының яңы составын нисек кенә баһаламаһын, РФ Президенты Владимир Путин, үҙ вәкәләттәре менән файҙаланып, яңы саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһын ваҡытынан алда йыйып алырға йыйыныуын белдерҙе. Ул Кремль хакимиәтенә ярашлы указ проектын әҙерләргә ҡушты. Путин Хөкүмәтте яңы саҡырылыш Дума менән эшләүгә мөмкин тиклем тиҙерәк тотонорға саҡырҙы.
       Конституция буйынса, Дәүләт Думаһы беренсе ултырышҡа һайланғандан һуң утыҙынсы көнгә йыйыла, ләкин Президент Дәүләт Думаһы ултырышын бынан алдараҡ йыйыуы ихтимал. Бынан алдағы саҡырылышта Дума беренсе ултырышҡа Яңы йылға тиклем йыйылғайны. Беренсе ултырышта парламент спикеры тураһындағы мәсьәлә хәл ителеүе, комитеттар бүленеүе мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал