6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

"Дача амнистияһы" - тағы ла ябайыраҡ
07.12.07


       Дача амнистияһы. Был һүҙбәйләнеш һәр кемдең ҡолағында яңғырап торалыр, моғайын. Кемдер ер участкаһына, күсемһеҙ милкенә, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө объекттарына хоҡуғын теркәп өлгөргән дә инде. Кемдер әле был турала уйлай ғына.
       "Граждандарҙың айырым күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарын ябайлаштырылған тәртиптә теркәү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон (ул халыҡҡа "дача амнистияһы" булараҡ билдәле) 2006 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инде. Закон сыҡҡандан алып үткән бер йыл да өс ай эсендә Башҡортостанда ябайлаштырылған тәртиптә 80 меңгә яҡын хоҡуҡ теркәлде.
       Хәҙер "дача амнистияһы" тағы ла ябайлаштырыла. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында был закондағы артабан ябайлаштырыуҙар тураһында Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Олег Козырев һөйләне.
       Ул быйыл 18 октябрҙә "Вәкәләттәрҙе сикләүҙе камиллаштырыу менән бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закондар акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль закон ҡабул ителеүе тураһында әйтеп үтте.
       - Элек матбуғатта, "дача амнистияһы"н аҡрын индереүҙең төп сәбәбе булып ер төҙөү эштәре хаҡының юғары булыуы торҙо, тип яҙылды, - тине Олег Станиславович. - Ә республикала былтыр уҡ межалау буйынса льготаларҙың иң юғары күләмен билдәләүсе документтар ҡабул ителгәйне. Айырым алғанда, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә бүленгән участкалар өсөн эштәрҙең максималь хаҡы бер мең ике йөҙ һум тәшкил иткәйне. Индивидуаль гараждар өсөн - 900 һум тирәһе.
       Шуға ҡарамаҫтан, бөтә Рәсәй территорияһындағы дөйөм практиканы иҫәпкә алып, был эштәр "дача амнистияһы"н үткәреүҙе тотҡарланы, күрәһең. Шуға күрә октябрҙә үрҙә телгә алынған закон ҡабул ителде лә. Үҙгәрештәрҙең асылы хәҙер межалауҙың мотлаҡ булмауына ҡайтып ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал